Герасимовтың айырым йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Герасимовтың айырым йорто
Особняк А.Г. Герасимова (фрагмент) (Rostov on Don).jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Социалистик урамы, 13А.
Бина тибы торлаҡ йорт
Архитектура стиле эклектика
Төҙөлгән ваҡыты 1900 йыл
Билдәле йәшәүселәр Яков Родионович Герасимов

1900

Герасимовтың айырым йорто — Дондағы Ростов ҡалаһының Социалистик урамында урынлашҡан боронғо йорт. Бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.

Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Социалистик урамы, 13А.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никольская урамындағы 29-сы йорт (революцияға тиклем, хәҙер Социалистик урамы, 13) XIX быуат аҙағында — XX быуат башында неоклассик эклектика стилендә төҙөлә. Йорт ҡала ихатаһы составына ингән була, ул ваҡыттарҙан тик ҡапҡа һаҡланып ҡалған. Төҙөгәндә А. А. Леванидов заводы кирбесе ҡулланылған. Үҙ ваҡытында бина участкаһы 900 һумға баһалана. Уның хужаһы булып Ростов мещаны ғаиләһе, ирле-ҡатынлы Нецветайленко — Елизавета һәм Степан Семенович була. 1900 йылда участка 1800 һумға баһалана. Был ваҡытта участканы Ф. М. Горбенко һатып ала, ул яҡынса ун биш йыл дауамында участканың хужаһы һәм айырым йорттоң беренсе хужаһы булып тора. Быны йорттоң көнсығыш һәм көньяҡ фасадында, тәҙрә уйымдары өҫтөндәге сығынтыла, йорт хужаһының инициалдары «ФГ» яҙылған ҡулса булыуы раҫлай.

1904 йылда участка 5700 һум менән баһалана. Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау йөкләмәһе мәғлүмәттәре буйынса, Ф. М. Горбенко Дондағы Ростовта билдәле сауҙагәрҙәр нәҫеле вәкиле булған. Уның атаһы, Моисей Яковлевич Горбенко, беренсе гильдия сауҙагәре, эзбиз етештереүсе завод хужаһы, ул үҙ аҡсаһына Затемерницк ауылы биләмәһендә Иоанно — Предтеченский сиркәүен төҙөткән. 1914 йылда Яков Родионович Герасимов айырым йорттоң хужаһы булып китә, ул Иҫке баҙарҙа (әлеге ваҡытта — Үҙәк баҙар) күн магазины хужаһы була. Үҙ ваҡытында Герасимов, Александр-Невский сиркәүен яңы баҙар майҙанынан туғандар зыяраты территорияһына күсереү буйынса эште финанслай.

Совет власы йылдарында айырым йорт дәүләт милкенә күсерелә һәм торлаҡ йорт итеп ҡулланыла. Артабан унда ҡаланың 14-се балалар баҡсаһы урынлаша. Был ваҡытта бинала инеү урынын семәрле сүкеп яһалған козырек биҙәй, ул хәҙер юҡҡа сыҡҡан.

2015 йылда, бинаға ремонт эштәре[1] үткәрелгән ваҡытта, уның тышҡы стеналары ғына тороп ҡалған. Бина эсендә котлован ҡаҙыла, был бина өсөн ҡотолғоһоҙ хәл тыуҙыра. Фасад стенаһы, бүлкәләр һәм фундамент тарафынан терәк булмағанлыҡтан, емерелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт бинаһын XIX быуат аҙағына хас булған айырым йорттар иҫәбенә инә. Ул Дондағы Ростов ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Төп фасады Социалистик урамына ҡарай. Планы буйынса Г-образлы бер ҡатлы кирбес бина, подвалы бар, күп яҡлы ҡыйыҡлы. Фасадтың композиция нигеҙен, ҡабырға яҡтарынан сығынтылар тотоп торған тура мөйөшлө тәҙрә уйымдары рәте билдәләй. Фасад симметрияһын ҡатмарлы конфигурациялы аттиклы (кәрниз өҫтөндәге биҙәкле стенка) ян яҡтағы сығынтылар билдәләп тора, бер сығынты парад ишегенә тура килә. Көньяҡ һәм көнсығыш фасадты биҙәүҙә неогрек стиле элементтары һәм неоклассик йүнәлештәге эклектика стиленә хас композицион алымдар һәм биҙәкле штукатурка ҡулланыла. Бинаға бер нисә төкәтмә эшләнә.

Архитектура элементтары йыйылмаһын композицияла ҡулланыу, бина һәм фасадтары нисбәте, биҙәктәрҙе ентекләп эшләү һәм ҡулланылған ижади алымдары, Герасимовтың неогрек стиле элементтары һәм неоклассик йүнәлештәге эклектика стилендә эшләнгән айырым йорто, архитектор Н. А. Дорошенко проекты буйынса төҙөлгән тип фаразларға нигеҙ бирә. Бинаның 19001904 йылдарҙа төҙөлөп бөтөүен иҫәпкә алғанда, Дорошенко вафат булғандан һуң, төҙөлөш эштәре архитектор Н. Н. Дурбах күҙәтеүе аҫтында үткәрелгән, моғайын. Билдәле булыуынса Дурбах, Николай Александрович Дорошенко[2] тере саҡта төҙөлә башлаған, Мәскәү урамында урынлашҡан 72-се һанлы В. Р. Максимовтарҙың табыш йортон төҙөп бөтөрә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лобжанидзе В., Лаптев Г., Кустов В. Путешествия по старому Ростову. Часть II. Ростов-на-Дону, 2001 г.
  • Оценка недвижимых имуществ г. Ростова-на-Дону для раскладки Государственного налога и других сборов на 1904 г. Ростов-на-Дону, 1904 г. с. 31, 227, 287.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]