Эстәлеккә күсергә

Гербеде замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гербеде замогы
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Рәсем
Дәүләт  Германия[1][2][3]
Административ-территориаль берәмек Виттен[d]
Доступность для кресел-каталок недоступно для кресел-каталок[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of architectural heritage monuments in Witten[d]
Мираҫ статусы памятник архитектурного наследия[d]
Адрес Von-Elverfeldt-Allee 12, 58456 Witten
Электрон почта info@hausherbede.de
Рәсми сайт hausherbede.de
Карта
 Гербеде замогы Викимилектә


Гербеде замогы (нем. Haus Herbede) — нығытылған усадьба. Был усадьба Рур үҙәнендәге Вестфалия еренең Виттен ҡалаһында урынлашҡан. Ул торған район территорияһының исеме лә Гербеде тип атала. Замок XI быуат башында төҙөлә башлаған. XIV быуат дауамында баштағы ағас йорт манаралы таш йортҡа алмаштырып үҙгәртелә. Гербеде замогы бөгөн төрлө саралар үткәреү урыны сифатында ҡулланыла, шул иҫәптән туйҙар һәм һынлы сәнғәт күргәҙмәләре. Замок архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Тасуирлау һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гербеде замогының төҙөлә башлауы XI быуатҡа ҡарай. 1225—1227 йылдарҙа замок хужаһы Арнольд фон Дидингхофен була. Был замокты уға Кауфунген монастыры феодал биләмәһе итеп бирә. 1311 йылда йортта Эльверфельдт ғаиләһе йәшәй. Был ғаилә ағзалары замок менән министериалдар (бургмандар). булараҡ идара итә. XIV быуат дауамында усадьба нығытыла, ә уның ағас биналары манаралы таш йорт менән алмаштырыла.

Гербеда яҡынса 1500 йылда янғындан ҙур зыян күрә. 1980-се йылдарҙағы тикшеренеүҙәр барышында уның подвалында бик күп ҡорамалдар табыла — ҡоралдар һәм хәрбиҙәрҙең тәнен һаҡлаусы тимер әйберҙәр. Тикшеренеүселәр уйынса, улар йорттоң иҙәне янғанда подвалға төшкән һәм артабан ҡуҙғатылмаған. 1540 йылда замокка төкәтмә өҫтәгәндәр, ул төп корпус менән 1563 йылда тоташтырылған. Шулай итеп замоктың үҙәгендә торған эске ихатаһы барлыҡҡа килгән. 1869 йылда лорд Герберде биләмәһенә Рурҙа урынлашҡан йорт та ҡараған була. Был тиклем бай бөтә мөлкәт 1889 йылда Эльферфельдт ырыуы юҡҡа сыҡҡас, мираҫ буйынса эҙмә-эҙлекле рәүештә Райнбабен һәм Гемминген ғаиләләренә күскән.

ХХ быуатта Гербеде замогы күрше металлургия компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн йорт сифатында ҡулланыла. Замок көндән-көн нығыраҡ бөлгөнлөккә төшә. 1985 йылда замок был ваҡытта күрше күл буйындағы рекреацион объекттарға хужа булған «Kemnade GmbH» ял үҙәге милкенә күсә. Компания юинаны ремонтлай һәм уларҙы йәмәғәт-мәҙәни үҙәгенә әйләндерә. Шунан бирле был урында нәфис туйҙар һәм һынлы сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә. Замоктың асыҡ майҙансыҡтарына һәм эске ихатаһына инеү ирекле.

  1. OpenStreetMap (билдәһеҙ) — 2004.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #4564819-0 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Record #239643333 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.