Эстәлеккә күсергә

Герцен һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герцен һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1959
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пресненский район[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605526?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Тверской бульвар, 25/18
Карта
 Герцен һәйкәле Викимилектә


Александр Герцен һәйкәле — әҙәбиәтсе Александр Герцендың скульптура һәйкәле, Мәскәүҙең Тверь бульварында урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2].

Герцен һәйкәле почта конвертында

Яҙыусы А. И. Герцен фигураһы тулыһынса баҫып тора, бронзанан ҡойолған, тәпәш торған шымартылған ҡара гранит постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәл авторы яҙыусыны көсөргәнешле итеп һүрәтләй, был Герцендың революцияға ынтылышын күрһәтә. Һул ҡулында ул оҙайлы ваҡыт үҙе сығарған «Ҡыңғырау» гәзите гранкаларын тотҡан.

Һәйкәл скульпторы — О. Мильбергер, архитекторы — К М. Сапегин.

Һәйкәл Тверь бульварындағы 25-се һанлы йорттоң ихатаһында, Әҙәбиәт институты янында ҡуйылған. Был институты бинаһы «Герцен йорто» исеме аҫтында билдәле. Һәйкәлдәр өсөн урын һайлау XIX быуат башында бында А. И. Герцендың атаһының бер туған энеһе А. А. Яковлевтың усадьбаһы тороу менән бәйле. Был йортта И. А. Яковлевтың никахтан тыш улы А. И. Герцен тыуған һәм бер нисә ай йәшәгән. Ҙурайғас та Александр Герцен был йортҡа килеп йөрөгән була.

1959 йылдың октябрь аҙағында элекке усадьба ихатаһында А. И. Герценға һәйкәл ҡуйыла.

  1. Постановление Правительства Москвы № 787 от 11.11.1997
  2. Памятник Герцену А.И., 1959 г. Реестр объектов культурного наследия. Дата обращения: 21 октябрь 2016. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.