Гидрофиттар
Гидрофиттар, макрофиттар (гидро... һәм фито...) — ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре.
Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гидрофиттар өсөн механик һәм һыу үткәргес туҡымаларҙың үҙгәреүе, махсуслашҡан һауа йөрөтөүсе туҡымаларҙың (аэренхималар) булыуы хас; тамыры беркетеү ағзаһы булып тора.
Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрҙәре: һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (бәләкәй тәлмәрйен тәңкәһе, күл сальвинияһы, ябай ҡырҡтамыр һ.б.); һыу эсендәгеләр (өс өлөшлө тәлмәрйен тәңкәһе, ябай бысҡы үлән һ.б.); һыу төбөнә нығынғандар [һыу өҫтөнә сығып торғандар (ике өйлө күрән, яҫы япраҡлы екән һ.б.), һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (аҡ томбойоҡ, өйкөм терпебаш, һары томбойоҡ һ.б.), һыу эсендәгеләр (бүрекле һыу үләне, канада элодеяһы һ.б.)]. Г. һыу ятҡылыҡтарының таҙарыныу процесында ҡатнаша. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (сатырлы һыусәсәк, ябай уҡъяпраҡ), мал аҙығы үҫемлектәре (күрән), декоратив үҫемлектәр (аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ), дарыу үҫемлектәре (һары томбойоҡ).
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Составында алкалоидтар һәм флавоноидтар булған аҡ томбойоҡ һәм пак томбойоҡ халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына Г. үҫемлектәрҙең 5 һирәк төрө индерелгән (еп һымаҡ һыу үләне, ике өйлө күрән, кескәй һары томбойоҡ, күл сальвинияһы; реликт булған һыу сәтләүеге).
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.
Гидрофиттар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Гидрофиттар Викимилектә |
---|
- Водяные растения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 17 января 2009 г.
- Г. И. Поплавская Водные растения // Ҙур совет энциклопедияһы. — М.: Советская энциклопедия, 1971. — Т. 5.
- Aquatic Plant Finder 2011 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған. (инг.) Проверено 17 января 2009 г.