Гиза некрополе
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 86 рус. • англ. • фр. |
Гиза некрополе — Боронғо батшалыҡтың иң эре некрополдәренең береһе. Боронғо Мысыр некрополе Боронғо Батшалыҡ баш ҡалаһы Мемфис (хәҙер Каир биҫтәһе) янында урынлашҡан. Саккара, Дахшур, Абусир некрополдәре менән бер рәттән Гиза некрополе лә 1979 йылда ЮНЕСКО тарафынан Бөтөн Донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Бөгөнгө көндә туризм өлкәһендә иң популяр иҫтәлекле урын булып һанала.
Комплекстың төп нигеҙен өс оло пирамида (Хеопс, Хефрен, Микерин пирамидалары) тәшкил итә. Шулай уҡ комплексҡа Оло Сфинкс скульптураһы, кесе пирамидалар, ғибәҙәтханалар, күп һанлы мастабалар һәм башҡа төрлө ҡоролоштар инә. Некрополь II—VI династия ғәрәп аҡһөйәктәренең ерләү урыны булып хеҙмәт иткән. Бөтә донъяға билдәле архитектура һәйкәле бер нисә быуаттар дауамында ижад ителгән, уның эсенә биш ҡәберлек инә (барлығы 7 меңдән ашыу ҡәбер). 19-сы быуат башынан бында археологик эштәре даими алып барыла. Был эштәр барышында ерләү культының күп һанлы әйберҙәре, хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдары, йорт-көнкүреш әйберҙәре, шулай уҡ бик күп сәнғәт һәм ғәмәли ижад өлгөләре табылған. Некрополь тикшеренеүҙәре беҙҙең эраға тиклем 2800 — яҡынса 2250 йылдарҙағы боронғо Мысыр тарихы, сәнғәте һәм технологиялар үҫеше тураһында бик бай материал бирҙеләр. Гиза некрополе археология ҡаҙыныу эштәрендә иң билдәлеләрҙән һанала.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа оло пирамидалар комплексы некрополдән айырым ҡарала. Некрополгә иһә ҙур булмаған пирамидаларҙы һәм Гиза платоһында төҙөлгән ҡәберлек-мастабаларҙы индерәләр.
Гиза платоһының картаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Хеопс пирамидаһы 2. Хефрен пирамидаһы |
18. Ҡояшлы кәмәләр табылған соҡорҙар |
Некрополь пирамидалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пирамидалар некрополдең композицияһын Хеопс пирамидаһын үҙәккә ҡуйып төҙөлгән. Бер-бер артлы хаким иткән фараондар пирамидаларҙың урынлаштырыу тәртибен генә түгел, ә, дөйөм алғанда, некрополдең төҙөү хронологияһын билдәләгән.
Хеопс (Хуфу) пирамидаһы
Хеопс пирамидаһы комплексына хәҙерге ваҡытта Назлет эль-Самман (23-cе схема) ауылы аҫтында ятып ҡалған Үҙән ғибәҙәтханаһы инә. Бында базальттан һалынған юлдар һәм нуммулит эзбисташынан эшләнгән диуарҙар табылған, әммә ҡаҙыныу эштәре бер ҡасан да үткәрелмәгән. Үҙән ғибәҙәтханаһы ауылды төҙөгән саҡта шаҡтай ҙур зыян күргән ерләү юлы менән тоташҡан. Ерләү юлы Хеопстың ерләү ғибәҙәтханаһына алып барған. Был ғибәҙәтханан хәҙерге көндә тик базаль плитә нигеҙҙәре ҡалған. Ғибәҙәтхана пирамида менән тоташҡан. Хеопс пирамидаһы янында шулай уҡ өс бәләкәй батшабикәләр пирамидалары һәм ҡояш кәмәләре һаҡланған биш һаҡлағыс бар.
Хефрен (Хафра) пирамидаһы
Хефрен пирамидаһы комплексы үҙәндәге Хефрен ғибәҙәтханаһынан, ерләү юлынан, Хефрендың ерләү ғибәҙәтханаһынан һәм пирамиданың үҙенән тора. Үҙән ғибәҙәтханаһында Хефрендың бер нисә һыны (статуяһы) бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре 1860 йылда Огюст Мариет тарафынан иҙәндә урынлашҡан ҡоҙоҡта табылған ине. Ҡалғандары Сиглин, Юнкер Рейснер һәм Хассан үткәргән ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған. Комплекста кәмәләр өсөн биш соҡорҙан һәм эйәрсән пирамиданан тора. Хефрен пирамидаһы Хеопс пирамидаһынан ҙурыраҡ булып күренә, сөнки өҫтәрәк урынлашҡан һәм өҫтәүенә уның осло түбәһе һаҡланып ҡалған. Ә ысынында ул Хеопс пирамидаһынан бейеклеге буйынса ла, күләме буйынса ла бәләкәйерәк.
Микерин (Менкаура) пирамидаһы
Микерин пирамида комплексы үҙәндәге ғибәҙәтхананан, ерләү юлынан һәм пирамиданың үҙенән тора. 5-се династия хакимлыҡ иткән дәүерҙә үҙәндәге ғибәҙәтханаға тағы ла бер кимәл өҫтәлгән булған. Ике ғибәҙәтханала ла Микериндың бер нисә һыны бар. Микерин пирамидаһы янында өс ҙур булмаған батшабикәләр пирамидалары урынлашҡан. Ҡалған пирамидалар менән сағыштырғанда был пирамида көплөгөн бөтөнләй юғалтҡан.
Оло Сфинкс комплексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сфинкс Хефрен хаким иткән дәүерҙә төҙөлгән. Сфинкстың аяҡ араларында башта ҙур булмаған ғибәҙәтхана урынлашҡан булған. Һуңғараҡ ул емерелгән. Сфинкс ҡоролмалары күтәрелгән дәүере һәм кемде Сфинкс һынландырыуы тураһында бәхәстәр һәр ваҡыт булған.
Ҡәберлектең һаны | Кемдең ҡәбере | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
G 7000 X | Батшабикә Хетепхерес | Хуфуның әсәһе |
G 7010 | Принцесса Неферткау I (ингл. Nefertkau I) | Снофру ҡыҙы, Хуфуның апаһы |
G 7060 | Нефермат I (ингл. Nefermaat) | Неферткау I улы һәм Хафра вәзире |
G 7070 | Снефекурухаф (ингл. Sneferukhaf) | Нефермат II (ингл. Nefermaat II) улы |
G 7110-7120 | Каваб (ингл. Kawab) һәм Хетепхерес II | Хуфуның өлкән улы, Хуфу ҡыҙы |
G 7130-7140 | Хуфухаф I (ингл. Khufukhaf I) һәм Неферткау II (ингл. Nefertkau II) | Хуфу улы һәм уның ҡатыны |
G 7210-7220 | Джедефхор (ингл. Djedefhor) | Хуфу улы һәм Мересанх I (ингл. Meritites I) |
G 7350 | Хетепхерес II (сама менән[2]) | Жена Каваб ҡатыны һәм Джедефраның аҙаҡҡы ҡатыны |
G 7410-7420 | Мересанх II (ингл. Meresankh II) һәм Хорбаеф (ингл. Horbaef) | |
G 7430-7440 | Минкхаф I (ингл. Minkhaf I) | Хуфу улы, Хафра вәзире |
G 7510 | Анкхаф (ингл. Ankhhaf) | Снофру улы һәм Хафра әизире |
G 7530-7540 | Мересанх III | Каваб ҡыҙы һәм Хетепхерес II, Хафра ҡатыны |
G 7550 | Дуаенхор (ингл. Duaenhor) | Бәлки, Каваб улы — Хуфу ейәне |
G 7560 | Акхетхетеп (ингл. Akhethetep) һәм Мересанх II (ингл. Meritites II) | Мересанх — Хуфу ҡыҙы |
G 7660 | Камсехем (ингл. Kaemsekhem) | Каваб улы — Хуфу ейәне |
G7760 | Минджедеф (ингл. Mindjedef) | Каваб улы, Хуфу ейәне, казначей булып хеҙмәт итә |
G 7810 | Джати (ингл. Djaty) | Королева Мересанх II улы |
Кәшәнәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Некрополь кәшәнәләре өс төп пирамида тирәләй урынлашҡан. Көнбайыш (30 -сы схема), көнсығыш (31-се) зыяраттары Хеопс пирамидаһына ҡарай. Шулай уҡ уға яҡынса көньяҡтан 12 мастабанан (1-се) торған бер рәт һәм ҡаяла соҡоп эшләнгән кәшәнәләр (20 се) ҡарай.
Көнсығыш кәшәнәләре
Көнсығыш кәшәнәләре күләме буйынса көнбайыштыҡынан ҡайтышыраҡ, әммә уларҙың ҡиммәте ҙур — был зыяратта Хеопс ғаиләһенең иң күренекле вәкилдәре ерләнгән. Көнсығыш кәшәнәләре Хеопс пирамидаһынан көнсығышҡа табан урынлашҡан һәм үҙ эсенә G 7000 зыяратын да ала. Бында Хуфу ғаиләһенең ҡайһы бер вәкилдәре һәм V—VI династияларҙың ҡанбабалары ерләнгән. Яҡынса 40 мастаба һаҡланған. Хәҙерге көндә уларға барып етеү мөмкинселеге юҡ, әммә ундағы табылдыҡтар Каирҙағы Мысыр музейының һаҡлағыстарында һаҡлана.
Көнбайыш кәшәнәләре IV—VI династиялар дәүеренә ҡараған 100 ашыу мастаб тәшкил итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре мастабаларҙың һаны менән бирелгән, ҡайһы берҙәре — уларҙы тикшергән археологтар исемен йөрөтә.
Кәшәнәләр | Дәүер | Ҡаҙылмалар | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Абу Бакр ҡаҙылмалары | 4 һәм 5 династия | (1949-53) | |
G 1000 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1903-05) | Таш мастабалар |
G 1100 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1903-05) | Кирбес мастабалар |
G 1200 кәшәнәһе | Башлыса 4 династия | Рейснер (1903-05) | Бында Хуфу ғаиләһенең ҡайһы бер ағзалары ерләнгән |
G 1300 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1903-05) | Кирбес мастабалар |
G 1400 кәшәнәһе | 5 династия или позднее | Рейснер (1903-05) | Хуфуға хеҙмәт иткән ике күрәҙәсе |
G 1500 кәшәнәһе | Рейснер (1931?) | Бер генә мастаба (G 1601) | |
G 1600 кәшәнәһе | 5 династия йәки һуңғараҡ | Рейснер (1931) | Хуфуға хеҙмәт иткән ике күрәҙәсе |
G 1900 кәшәнәһе | Рейснер (1931) | Бер генә мастаба (G 1903) | |
G 2000 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1905-06) | |
G 2100 кәшәнәһе | 4 һәм 5 династия йәки һуңғараҡ | Рейснер (1931) | G 2100 Хакимдың ейәне Мериб ерләнгән, ә G2101 — 5 династия короле ҡыҙыныҡы |
G 2200 кәшәнәһе | 4 династия аҙағы йәки 5 династия башы | Рейснер ? | G 2220 мастаба |
G 2300 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1911-13) | Сенеджемиба-Инти вәзирҙең һәм уның ғаиләһе мастабаһын үҙ эсенә ала |
G 2400 кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Рейснер (1911-13) | |
G 2500 кәшәнәһе | Рейснер | ||
G 3000 кәшәнәһе | 6 династия | Фишер һәм Экли Кейс кесе (1915) | |
G 4000кәшәнәһе | 4 династия һәм һуңғараҡ | Юнкер һәм Рейснер (1931) | Хемиун виәзирҙең мастабаһын да үҙ эсенә ала |
G 6000 кәшәнәһе | 5 династия | Рейснер (1925-26) | |
Junker Cemetery (West) | Һуңынан Боронғо батшалыҡ | Юнкер (1926-27) | Карлик мастабаһын үҙ эсенә ала |
Штайндорф кәшәнәһе | 5 һәм 6 династия | Георг Штайндорф (1903-07) | |
Юнкер (Көнсығыш)кәшәнәһе | Боронғо батшалыҡтың һуңғы дәүере | Юнкер |
Көньяҡ кәшәнәләре
Көньяҡ кәшәнәләре ҡәберлектәре II—III һәм V—VI династиялары хакимлыҡ иткән осорҙары менән даталана. Мастабаларҙың ундан ашыуы һаҡланып ҡалған .Хәҙерге ваҡытта уларға етеү мөмкинселеге юҡ, әммә унда табылған әйберҙәр Каирҙа Мысыр музейында һаҡлана.
Үҙәк кәшәнәләр
Үҙ эсенә батша ғаиләһенең ҡайһы бер вәкилдәренең ҡәберлектәрен алған. IV һәм V династияларға һәм унан һуңғы дәүергә ҡарай.
Ҡәберлектең һаны | Кемдең ҡәбере | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
G 8172 (LG 86) | Небемакхет (ингл. Nebemakhet) | Хафра улы, вәзир булып хеҙмәт иткән |
G 8158 (LG 87) | Никаур (ингл. Nikaure) | Хафра улы Персенет (ингл. Persenet), вәзир булып хеҙмәт иткән |
G 8156 (LG 88) | Персенет (ингл. Persenet) | Хафра ҡатыны |
G 8154 (LG 89) | Секхемкар (ингл. Sekhemkare) | Хафра улы һәм Хекенухеждет (ингл. Hekenuhedjet) |
G 8140 | Niuserre | Хафра улы, 5 династия вәзире |
G 8130 | Niankhre | Король улы, сама менән 5 династия |
G 8080 (LG 92) | Iunmin | Король улы, 4 династия аҙағы |
G 8260 | Babaef | Хафра улы, 4 династия аҙағы |
G 8466 | Iunre | Хафра улы, 4 династия аҙағы |
G 8464 | Хеметре (ингл. Hemetre) | Хафра ҡыҙы булыуы ихтимал, 4 династия аҙағы йәки 5 династия |
G 8460 | Анкхмар (ингл. Ankhmare) | Король улы һәм вәзир, 4 династия аҙағы |
G 8530 | Рекхетре (ингл. Rekhetre) | Хафра ҡыҙы һәм королева, 4 династия аҙағы йәки 5 династия |
G 8408 | Бунефер (ингл. Bunefer) | Король ҡыҙы һәм королева, 4 династия аҙағы |
G 8978 | Хамерернебти I (ингл. Khamerernebty I) | Король ҡыҙы һәм королева, 4 династияһының икенсе яртыһы |
Пирамидалар төҙөүселәре кәшәнәләре
1990 йылда пирамиданан ситтәрәк ерҙә пирамидалар төҙөүселәренең ҡәберлектәре табылды. Тағы ла бер ҡәберлек 2009 йылда табылды. Кәүҙәләре мумияландырылмаған, әммә улар янына теге донъяла ярҙам булһын өсөн һыра менән икмәк һалынған. Ҡәберлектәрҙең пирамидаларға яҡынлығы һәм ерләү ысулы был кешеләрҙең, башта уйлағанса, ҡол булмауын иҫбатлай, был кешеләр ялланған, әммә төҙөлөш эштәрендә хөрмәткә лайыҡ хеҙмәткәрҙәр булған, тигән фараз бар. Пирамидалар ҡолдар тарафынан төҙөлгән тигән фекер археологтар һәм антропологтарҙың билдәле позицияһына ярашлы голливуд фильмдары арҡаһында киң таралды. Ошо тиклем ҡоролоштарҙы мәжбүри хеҙмәтһеҙ атҡарып сығып булмай тигән фекерҙе аҙаҡҡы ваҡыттағы ҡаҙыныуҙар инҡар итә: пирамида төҙөү өсөн 10 мең эшсе өсөшәр айлыҡ сменала 30 йыл дауамында эшләргә тейеш булған. Эшселәрҙең күпселеге ярлы ғаиләләрҙән булған, күрәһең. Күп һанлы кешене ашатыр өсөн көн һайын 23 һарыҡ һәм 21 эре мал тәьмин ителгән. Яуаплы урындарға фараон тәжрибәле белгестәрҙе — архитекторҙарҙы, ташсыларҙы, тимер менән эш итеүселәрҙе, балта оҫталарын яллаған.
Төҙөүселәр ҡасабаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таш сығарыу буйынса эштәр, ауыр блоктарҙы урынынан шылдырыу, яңы урынға ҡуйыу, таш игәү эштәренең ҙур күләме — былар барыһы ла бик күп эшселәр көсө талап иткән. Пирамидалар төҙөүҙә бер нисә меңгә тиклем һөнәри оҫталар һәм ярҙамсы эшседәр ҡатнашыуы күҙаллана.. Шулай уҡ икмәк бешереүселәр, балта оҫталары, һыу алып килеүселәр һәм башҡа төрлө хеҙмәт күрһәтеүсе персонал талап ителгән. Пирамидалар кеүек грандиоз ҡоролмалар төҙөлөү айҡанлы бәхәстәр бер ҡасан да тынманы.
Грек тарихсыһы Геродот Гизаны беҙҙең эраға тиклем 450 йылда килеп күргән саҡта, мысыр имамадарының береһе уға Хеопс пирамидаһын төҙөү өсөн 400 мең кеше талап ителеүе, был кешеләргә 20 йыл буйы эшләргә тура килгән, һәр өс айлыҡ сменала 100 мең кеше эшләүе тураһында әйткән. Археологик ҡаҙыныуҙар баһаламаларына ярашлы бер пирамида төҙөү өсөн өс айлыҡ смена менән 30 йыл буйы 10 мең кеше эшләргә тейеш булған.[3].
Пирамида комплексы ҙур таш диуар менән уратылған. Ошо диуар артында археолог Марк Ленер (ингл. Mark Lehner) һәм уның командаһы пирамидалар төҙөүселәр йәшәгән ҡаласыҡты тапҡан. Ҡаласыҡ Менкаур (Микерин) һәм Хафра (Хефрен пирамидалары комплексынан көньяҡ — көнсығышта урынлашҡан булған. Ҡаҙыныу ваҡытында йоҡлау өсөн торлаҡтар, икмәкханалар, һыра етештерә торған йорттар һәм аш -һыу бүлмәләре табылған. Күренеп тороуынса, эшселәрҙең төп аҙығы булып икмәк, һыйыр-мал ите, балыҡ торған. Шулай уҡ хәстәханалар һәм зыяраттар табылған. Зыяратта табылған һөлдәләрҙе тикшереүҙәр уларҙың производствола йәрәхәтләнеүҙәре күрһәтә. Эшселәр ҡасабаһы 4 династия осороноң уртаһына тура килә (беҙҙең эраға тиклем 2530—2472 йылдар). Марку Ленер фаразлауынса, был торлаҡ комплексы тиҙ арала ғына үҫешкән, булһа кәрәк. Барлыҡ ҡоролмалар ҙа 35 — 50 йыл арауығында төҙөлгән. Тап ошо осорҙа икенсе һәм өсөнсө пирамидаларҙың ижад итеүселәре Хафра (беҙҙең эраға тиклем 2520—2494 йылдар) һәм Менкаур (беҙҙең эраға тиклем 2490—2472 йылдарҙа) йәшәгән.
Тик керамик әйберҙәрҙәрҙең ҡалдыҡтарын, мисәт оттискыларын, ерҙәрҙең стратиграфик үҙенсәлектәрен өйрәнеү арҡаһында ғына (радиоуглерод тикшереүҙәрен үткәрмәйенсә) Ленер ошондай һығымталарға килә. Һуңғы ҡаралтылар һәм уларҙың артабанғы яҙмышы
Дөйөм алғанда, Гиза некрополе Боронғо батшалыҡ ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем бигүк ҙур үҙгәрешһеҙ килеп еткән. Һуңғы ҡаралтыларҙан Аменхотепом II (хакимлыҡ осоро б.э. тиклем 1428—1397 йылдар, XVIII династия) төҙөгән бик ҙур булмаған ғибәҙәтхананы билдәләп үтеп була. Ғибәҙәтхана Сфикстан алыҫ түгел ерҙә, төньяҡ — көнсығышта, төҙөлгән һәм артабан бөтөнләй күмелгән булған. Яҡынса уның өҫтөндә Яңы батшалыҡ бөткән ваҡыттарҙа тағы ла бер ҡаралты күтәрелә. Тағы ла бер иғтибарға лайыҡлы ҡоролош булып Тутмос IV (хакимлыҡ дәүере б.э. тиклем 1397—1388 йылдар) стелаһы (ингл. Dream Stele) һанала. Стела Сфинкстың тап аяҡ араларында урынлаштырылған. Саис династияһы хаким иткән дәүерҙә Хеопс пирамидаһынан көнсығышҡа Исида алиһәһе ғибәҙәтханаһы һалына. Шулай уҡ һуңынан да некрополдең төрлө ерҙәрендә ерләүҙәр ойошторола, әммә улар бер ниндәй ҙә күҙгә күренерлек үҙгәрештәргә алып килмәгән. Урта быуаттарҙа ҙур күләмдә некрополдәге төрлөк ташы Каирҙы төҙөгән саҡта файҙалынылған.
Һуңғы ҡаралтылар һәм уларҙың артабанғы яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда, Гиза некрополе Боронғо батшалыҡ ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем бигү ҙур үҙгәрешһеҙ килеп еткән. Һуңғы ҡаралтыларҙан Аменхотепом II (хакимлыҡ осоро б.э. тиклем 1428—1397 йылдар, XVIII династия) төҙөгән бик ҙур булмаған ғибәҙәтхананы билдәләп үтеп була. Ғибәҙәтхана Сфикстан алыҫ түгел ерҙә, төньяҡ — көнсығышта, төҙөлгән һәм артабан бөтөнләй күмелгән булған. Яҡынса уның өҫтөндә Яңы батшалыҡ бөткән ваҡыттарҙа тағы ла бер ҡаралты күтәрелә. Тағы ла бер иғтибарға лайыҡлы ҡоролош булып Тутмос IV (хакимлыҡ дәүере б.э. тиклем 1397—1388 йылдар) стелаһы (ингл. Dream Stele). Стела Сфинкстың тап аяҡ араларында урынлаштырылған. Саис династияһы хаким иткән дәүерҙә Хеопс пирамидаһынан көнсығышҡа Исида алиһәһе ғибәҙәтханаһы һалына. Шулай уҡ һуңынан да некрополдең төрлө ерҙәрендә ерләүҙәр ойошторола, әммә улар бер ниндәй ҙә күҙгә күренерлек үҙгәрештәргә алып килмәгән. Урта быуаттарҙа ҙур күләмдә некрополдәге төрлөк ташы Каирҙы төҙөгән саҡта файҙалынылған.
Некрополде тикшеренеүҙәр тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]19 быуатта некрополь территорияһында тикшеренеү эштәре башлана. Француз египтологы Огюст Мариет (1821—1881)Сфинксты таҙартыу эштәрен башҡара, әммә бер аҙ ваҡыт үтеүгә статуя ҡабат бысраҡ баҫа. 1842 йылдан алып платола эште күренекле немец египтологы һәм археолог Карл Рихард Лепсиус башлай. Ул бер нисә кәшәнәне ҡаҙып ала һәм рәсем төшөрөлгән һәм яҙыулы блоктарҙы Германияға алып сығырға рөхсәт алыуға өлгәшә.
Уға Хеопс пирамидаһына инеү бәхете тейә һәм ул некрополдең иң беренсе пландарын төҙә. 1880-се йылдар башында пирамидаларға билдәле инглиз археологы Флиндерс Питри килә. Уны бик ныҡ пирамидаларҙы үлсәү мәсьәләләре борсой. Ул ваҡытта йәмәғәтселек Хеопс пирамидаһының ғәҙәти булмаған үҙенсәлектәре — пирамиданың үлсәмдәрендә Ер шарының үлсәмен сығара торған формула ята — тигән хәбәрҙәрҙән ҡуҙғыған була. Питри ҙур энтузиазм менән эшкә тотона, платола триангуляцион селтәр төҙә һәм ул ваҡыт өсөн иҫ китерлек теүәл үлсәүҙәр үткәрә. Юл ынғайында ул бер нисә ҡәберлекте тикшерә. Ошо ваҡытта ул ташландыҡ кәшәнәлә үҙенә ҡуныр урын ойоштора һәм көтөлмәгәндә эске кейемдә генә килеп сығып туристарҙы ҡурҡыта.
19-сы быуаттың аҙағынан Гиза некрополен тикшереү эштәрендә алтын дәүер башлана. Күп һанлы илдәрҙән, төрлө гилми мәктәптәргә ҡараған археологтар иң бөйөк археологик сараларҙың береһендә ҡатнашалар. Боронғо Мысыр ансамбленең серҙәре асыуға иң мөһим, ифрат ҙур өлөш индергәндәр араһында американ археологы Джордж Эндрю Рейснер, немец Г египтологтары Георг Штайндорф (ингл. Georg Steindorff) һәм Херман Юнкер (нем. Hermann Junker), шулай уҡ ғәрәп Селим Хассан (и Selim Hassan) була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Porter, Bertha and Moss, Rosalind, Topographical Bibliography of Ancient Egyptian Hieroglyphic Texts, Statues, Reliefs and Paintings Volume III: Memphis, Part I Abu Rawash to Abusir. 2nd edition (revised and augmented by Dr Jaromir Malek, 1974. Retrieved from gizapyramids.org 2008 йыл 11 октябрь архивланған.
- ↑ Giza Digital Library(недоступная ссылка). Связь Хетепхерес II с саркофагом гробницы G 7350 остаётся невыясненной. В настоящее время гробницей царицы считается G 7120, рядом с гробницей первого мужа Каваба (G 7110)
- ↑ Verner, Miroslav. The Pyramids: The Mystery, Culture, and Science of Egypt’s Great Monuments. Grove Press. 2001 (1997). ISBN 0-8021-3935-3
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- George Andrew Reisner. A History of the Giza Necropolis. Volume I. Cambridge, Harvard University Press. 1942.
- The Oxford History of Ancient Egypt. Oxford Illustrated History. Ian Shaw. Oxford University Press, 2002. ISBN 0-19-160462-3, ISBN 978-0-19-160462-1. С. 544.
- Кормышева Э. Е., Малых С. Е. Древнеегипетский малый некрополь в Гизе. // Вестник древней истории. 2009. № 1. С. 199—214.
- Гуляницкий Н. Ф. История архитектуры. Архитектура гражданских и строительных зданий, том 1. В 5-ти томах. — М.: Стройиздат, 1975, 255 с.
- Dieter Arnold «The Encyclopaedia of Ancient Egyptian Architecture». Редакторы Helen M. Strudwick, Nigel Strudwick. I.B.Tauris, 2003. ISBN 1-86064-465-1, ISBN 978-1-86064-465-8. С. 274.
- Egyptian Art in the Age of the Pyramids. Metropolitan Museum of Art (New York, N.Y.). Metropolitan Museum of Art, 1999. ISBN 0-87099-907-9, ISBN 978-0-87099-907-9. С. 536.
- Lehner M. The Complete Pyramids. — London: Thames & Hudson, 1997. — 256 p. — ISBN 0-500-05084-8.