Гиреви башняһы
Гиреви башняһы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ахметский муниципалитет[d] |
Урын | Гиреви |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Гиреви башняһы — Тушетия өлкәһенең Гиреви ауылынан 0,5 км көнбайышҡа табан ҡаяла урынлашҡан. Һуңғы урта быуатҡа ҡарай
Ул биш ҡатлы (4,2 х 3,9 м,бейеклеге 18,3 м), өҫ яғына ҡарай тарайған, сланецтан төҙөлгән. Көмбәҙ менән көпләнгән. Башняға инеү урыны беренсе ҡаттың көньяҡ стенаһында - ерҙән 2,1 метр бейеклектә. Беренсе ҡаттың аҫтында келәт урынлашҡан. Ишеге яҫы арка менән ҡапланған. Икенсе ҡаттың көньяҡ стенаһында форточка бар. Стеналарында симметрик урынлашҡан тәҙрә-бойницалар күренә, шуға күрә улар стеналарҙа сигелгән биҙәк кеүек күренә. Башня төҙөлгән таштар төҫтәре менән айырыла, һәм был өҫтәмә биҙәк булып тора. Ҡыйығы баҫҡыслы һалынған, уның аҫтында балкондары һәм бейек ишектәр урынлашҡан.[1]
Башняның бөтә дүрт фасадында, өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттары кимәлендә квадрат нишалар менән бүленгән ҙур булмаған ромбиктар урынлашҡан. Көнсығыш, көнбайыш һәм төньяҡ фасадтарҙа шундай дүрт ромбик, ә көньяҡ яғында өс ромбик урынлашҡан. Башняның түбәлеге ҡатлы пирамидаль.
Башня 2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы, милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]თ. დვალი, საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 2, გვ. 72, თბ., 2008 წელი.