Эстәлеккә күсергә

Гладков йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Сауҙагәр Гладков йорто
Таганрог ҡалаһы, Петр урамы (уңда Гладков йорто Рубанчиктың фотоательеһы менән)
Таганрог ҡалаһы, Петр урамы (уңда Гладков йорто Рубанчиктың фотоательеһы менән)
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Урыны Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, й.76/ Лермонтов тыҡрығы, 4
Архитектура стиле модерн
Төҙөлөшө ???—1895 йылдар

1895

Гладков йорто — Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы йорт. Таганрогтың тарих һәм архитектура ҡомартҡылары реестрына индерелгән.

Сауҙагәр Гладков йорто урынлашҡан урында (Петр урамы, 76 һәм Лермонтов тыҡрығы киҫешкән ерҙә) элек бер ҡатлы йорт урынлашҡан була, унда итексе Ниотаки оҫтаханаһы урынлаша. Йорттоң хужаһы бойҙай алып һатыу менән шөғөлләнеүсе коммерсант Иван Скараманга була. Йорт артында Греческая урамына тиклем ташландыҡ буш ер була.

Был йорт, коммерсант вафат булғандан һуң, уның ҡатыны Аргирия Егоровнаға күсә, аҙаҡ — Леонид Магулаға. Үҙ сиратында Леонид Магула инде туҙған йортто участкаһы менән бергә 2-се гильдия сауҙагәре Иван Гладковҡа һата. Сауҙагәр Иван Гладков Таганрогҡа 1888 йылда килә. 1889 йылда сауҙагәр 45 йәшендә 27 йәшлек тол ҡатын Мария Алафузоваға өйләнә. Уларҙың ғаиләләрендә алты бала була. Иван Иванович Гладков астма һәм йөрәк ауырыуынан 1909 йылдың 10 майында вафат була, Христиан зыяратында ҡыҙы Мария менән йәнәш ерләнә. Уның ҡәберенә ағас олоно рәүешендә граниттан һәйкәл ҡуйылған, һәйкәл «Иван Иванович Гладков 65 се йәшендә вафат булды. Маруся Гладкова 6 йәшендә вафат булды» тигән яҙыулы тәре менән ослана.

Иван Гладков инициативаһы менән иҫке йорт емерелә, 1895 йылда уның урынында ике ҡатлы бина төҙөлә. Һуңғараҡ тәҙрәләрҙең үлсәмен ҙурайтып йортто үҙгәртәләр. Йорт ихатаһында флигель һәм келәттәр була. XIX быуат аҙағында Гладков йорто Таганрогта матурлығы буйынса етенсе урында торған йорт булып һанала. Йорт модерн стилендә төҙөлгән була, тәҙрәләре ҙур, фасад лимон төҫөндә буялған, тәҙрә уйымдары араһында Аполлон статуялары тора. Бинаның фасады көмбәҙе менән декоратив биҙәктәренең күплеге менән айырылып тора: алты Коринф колоннаһы (күтәрмәгә икешәр) һәм дүрт ҡырлы ярым колонналар, икенсе ҡаттың стеналағы уйымдарында скульптура бюстары, беренсе ҡаттың аркалы тәҙрәләре өҫтөндә үҫемлек донъяһы элементтарын стилләштереүсе биҙәктәр хикмәтле үрелмә биҙәк барлыҡҡа килтерә.

Гладков йорто. Хәҙерге торошо

1910-сы йылдарҙа йортта Варшава галантерея тауарҙары магазины, В. М. Филевскаяның китап магазины була, 1917 йылда йорттоң беренсе ҡатында магазиндар, Васильевтың бөҙрәханаһы һәм ателье, 1920-се йылда музыка һәм йыр курстары, ашхана эшләй.

Гладков вафат булғандан һуң, 1925 йылға тиклем, бина уның вариҫтары ҡулында була, улар йортто магазиндарға, учреждениеларға һәм торлаҡ итеп ҡуртымға бирәләр. Төрлө йылдарҙа унда теш табибы, фотоателье, бөҙрәхана, ашхана, китап магазины, һөнәрселек училищеһы урынлаша.

1914 йылда йортта «Банкир Иванов йорто» була. 22-йәшлек йәш банкир, клиенттарҙы йәлеп итергә тырышып, бинаны ҡыйбатлы мебель менән йыһазландыра, ике ай буйына бер ниндәй ҙә банк операцияһы башҡармаған хеҙмәтселәр штаты яллай. Ике айҙан һуң хеҙмәтселәр, эш хаҡы алмағанлыҡтан, банкирҙы судҡа бирәләр. Суд ҡарары менән банкир мөлкәтенә арест һалына, банкирҙың үҙен алдыҡта ғәйепләп төрмәгә бикләйҙәр. Банкирға банк операциялары башҡарырға рөхсәт ителмәй. Ул инде банкир Иванов түгел, ә Ермак станицаһының казагы булып ҡала, бер ни тиклем ваҡыт Дремтерг контораһында бухгалтер ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

Таганрог оккупацияла булған йылдарҙа (1941—1943) йортта немецтарҙың пропаганда бүлеге (Abteilung Propagande) урынлаша.

Хәҙерге ваҡытта йорттоң бер өлөшөн Сбербанк бүлеге, Рәсәйҙең Пенсия фонды филиалы һәм өҫ кейеме магазины биләй.

  • Таганрог. Путеводитель. Департамент инвестиций и предпринимательства Ростовской области отдел развития туризма.