Глазго сәнғәттәр мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Глазго сәнғәттәр мәктәбе
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1845
Ҡыҫҡаса атамаһы GSA
Дәүләт Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия[1]
Административ-территориаль берәмек Глазго[1]
Уҡыусылар һаны прибл. 1600
Принадлежит к Университет Глазго
Архитектор Макинтош, Чарльз Ренни[d]
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы реестровое здание категории A[d]
Рәсми сайт gsa.ac.uk
Commons-logo.svg Глазго сәнғәттәр мәктәбе Викимилектә

Глазго сәнғәт мәктәбе (ингл.  Glasgow School of Art) — Глазго ҡалаһында юғары сәнғәт училищеһы

Глазго сәнғәт мәктәбенә 1845 йылда нигеҙ һалына һәм тәүге исеме Глазго дизайнының дәүләт мәктәбе тип атала (ингл.  Glasgow Gowernment design of School). Хәҙерге мәктәп бинаһы 18971909 йылдарҙа ар-нуво стилендә күренекле шотланд рәссамы һәм архитекторы Чарльз Ренни Макинтош проекты буйынса төҙөлгән.

2010 йылда Сәнғәт мәктәбе 175 йыл эсендә Бөйөк Британияла иң яҡшы бина тип танылған.

2014 йылдағы янғын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың 23 майында сәнғәттәр мәктәбе бинаның подвалында проекция аппараты шарталағандан һуң янып китә. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре уңышлы эвакуациялана[2]. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр бригадаһы йәлеп ителә[3]. Янғынды тиҙ арала һүндерәләр. Фажиғә һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәй. Янғын һүндереүселәр бинаның сеналарының, конструкцияһының емерелеүенә юл ҡуймай, бинаның 90 % ҡотҡарып алып ҡалына[4] , шулай уҡ эске йыһаздарының, мөлкәтенең 70 проценты имен ҡала<[5]. Британия архитекторҙарының Король институты президенты Стивен Ходдер был янғынды «бөтә донъя фажиғәһе» тип атай[6].

Реставрация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Янғындан һуң тиҙҙән реставрация эштәре башлана. Макинтош дизайнын, шул иҫәптән китапхананың данлыҡлы интерьерын тергеҙеү 2016 йылда башлана[7]. Тергеҙеү өсөн үҙенсәлекле сортлы ағас ҡулланыла[8]. Бинаны реставрациялау өсөн энтузиастар ярҙамында йыйылған, улар араһында актер Брэд Питт һәм Питер Капальди ла бар, 35 миллион фунт тирәһе аҡса тотонола. 2018 йыл аҙағына эштәрҙе тамамлау планлаштырыла, ә сәнғәт мәктәбе 2019 йылда төп бинаға кире күсергә тейеш була[9].

2018 йылдағы янғын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың 15 июнендә урындағы ваҡыт буйынса 23:20 сәғәттә бинала ҙур янғын була. . Барлыҡҡа килеү сәбәптәре асыҡланмаған. Макинтош уҡыу корпусына ут ныҡ зыян килтерә, ул күрше биналарға тарала. Төнгө клуб ABC O2 ныҡ зыян күрә. Яҡындағы йорттарҙа йәшәүселәр эвакуациялана[10]. Янғын һүндереүҙә 120-нән ашыу янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә[11]. Янғын икенсе көнөнә туҡтатыла, .ҡорбандар тураһында мәғлүмәттәр булмай[12].

Тиҙҙән бинаның емерелеү хәүефе арҡаһында, бинаны өлөшләтә һүтеү һәм яңынан төҙөү планлаштырыла[13]. 2018 йылдың июлендә эш башлана, ә сығымдарҙы страховка ҡаплай[14]

Уҡыу программаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта Глазго сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт, графика, фото, скульптура, сәнғәт тарихы, кино сәнғәтенә 10 төрлө факультеттарҙа яҡынса 1600 студент уҡый.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.
  2. Пожарные не смогли спасти «лучшее здание Великобритании» — BBC Russian — Лента новостей
  3. В Школе искусств Глазго начался пожар — BBC Russian — Лента новостей
  4. Пожарные потушили огонь в Школе искусств в Глазго | РИА Новости
  5. Пожар в Школе искусств Глазго: уцелело 70 % имущества — BBC Russian — Лента новостей
  6. Глазго: сильный пожар в «лучшем здании Великобритании» — BBC Russian — Британия
  7. Restoring a Charles Rennie Mackintosh Architectural Gem From the Ashes. The New York Times (11 июля 2016). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  8. Glasgow School of Art's library restoration begins in earnest. The Guardian (24 ноября 2016). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  9. В Глазго сгорела знаменитая Школа искусств — самое популярное здание Великобритании. Второй раз за четыре года. Meduza (16 июня 2018). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  10. В Школе искусств в Глазго вспыхнул крупный пожар. РИА новости (16 июня 2018). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  11. Glasgow fire: Art school's Mackintosh building extensively damaged. BBC News (16 июня 2018). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  12. В Школе искусств в Глазго локализовали крупный пожар. РИА новости (16 июня 2018). 16 июнь 2018 тикшерелгән.
  13. Glasgow School of Art building to be 'dismantled'. BBC News (28 июня 2018). 11 июль 2018 тикшерелгән.
  14. 14

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]