Глубокая (Төньяҡ Кавказ тимер юлы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Станция Глубокая
Воронеж — Ростов
Төньяҡ Кавказ тимер юлы
Күперҙән вокзал күренеше
Регион ж. д.:

Ростов

Расстояние до Мәскәү:
Станция коды:

58700

Код в АСУЖТ:

587009

«Экспресс-3» коды

2064568

[{{fullurl:commons:Category: Gluboky Викимилектә|uselang=ru}} Станция Глубокая] на Викискладе


Глубо́кая — Төньяҡ Кавказ тимер юлының йөк һәм пассажирҙар тимер юлы станцияһы[1] (1987 йылдың авгусына тиклем Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлына ҡарай), Ростов өлкәһенең Каменский районы административ үҙәге — Глубокий ҡасабаһы территорияһында урынлашҡан.

Тарихы һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе тимер юл станцияһы 1870-се йылдарҙа ағастан эшләнгән була[2]. Бында XIXXX быуаттар үрендә дүрт паровозға локомотив депоһы һәм һыу ҡыуыу ҡоролмаһы була. Станция янында шулай уҡ складтар (икмәк складын да индереп), тирмән, баҙар урынлашҡан була. 1913 йылдан Каменск-Шахты станцияһына тиклем ҡала яны поезы йөрөй[2]. Глубокая тимер юл станцияһы XX быуат башында уҡ Рәсәйҙең көньяғында иң ҙур станцияларҙың береһе булып китә. Граждандар һуғышы йылдарында бында Ҡыҙыл армия менән аҡтар ғәскәренең һуғыштары бара. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында станцияны немец ғәскәрҙәре баҫып ала. Ҡасаба менән бергә станция 1943 йылдың ғинуарында азат ителә. Совинформбюро мәғлүмәттәрендә ошолай хәбәр ителә:

  • 15 ғинуарҙа[3]

«Беҙҙең ғәскәрҙәр Төньяҡ Кавказда, һөжүм итеүҙе дауам итеп, Благодарное тимер юл станцияһы һәм ҡаланы, Александровское ҡалаһын, Солуно-Дмитриевское район үҙәген, эре тораҡ пункттар Садовое, Нагутское, Бекешевская һәм Нагутская тимер юл станцияһын азат иттеләр. Төньяҡ Донец районында беҙҙең ғәскәрҙәр Литвиновка район үҙәген, эре тораҡ пункттар Груцинов, Самбуров, Дядин, Поцелуев, Бородинов, Ерофеевка һәм Глубокая тимер юл станцияһын ҡулдарына алды.»

  • 16 ғинуарҙа[4]

Төньяҡ Донец районында беҙҙең ғәскәрҙәр уңышлы алға баралар. Н-сы кавалерия часы дошман ҡаршылығын еңеп сыҡты һәм биш эре тораҡ пунктты яулап алды. Һуғыш яланында 400-гә тиклем дошман мәйете ятып ҡалды. Беҙҙең башҡа частәр гитлерсыларҙы тағы ла бер нисә тораҡ пункттан ҡыуып сығарҙы. Дошман ажарлы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм күп һандағы йәйәүлеләрен һәм танктарын ҡаршы һөжүмгә ташлай. Гитлерсыларҙың бөтә ҡаршы атакалары улар яғынан ҙур юғалтыуҙар менән кире ҡағылды. Яҡынса 1.200 немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителде. 29 дошман танкы, 5 бронемашинаһы, 6 тубы һәм 70 автомашинаһы яндырылды һәм шартлатылды. 6 төҙөк танк, 9 туп, күп автомашиналар һәм йөк менән ылау ҡулға төшөрөлдө. Беҙҙең ғәскәр Глубокая станцияһын алғанда, 57 паровоз, 100-ҙән артыҡ вагон, 5 склад, икмәк менән элеватор һәм күп төрлө хәрби милек яулай.

Станцияла ашығып сигенгән немецтар ҡалдырып киткән спиртлы цистернаны баҫып алған совет һуғышсылары менән уңайһыҙ инцидент була[5].

Хәҙерге ваҡытта станцияла пассажирҙар билеттарын һатыу, шулай уҡ багаждарҙы ҡабул итеү һәм биреү башҡарыла. Вагонлап һәм бәләкәй йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү өсөн инә торған юлдар бар. Ҡала яны электропоездары Глубокая станцияһынан Лихая станцияһына һәм Дондағы Ростовҡа йөрөй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]