Эстәлеккә күсергә

Гоголь урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гоголь урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы, Ленин районы һәм Өфө
Оҙонлоҡ 1,64 ± 0,01 km
 Гоголь урамы Викимилектә

Гоголь урамы Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Зәки Вәлиди урамынан башланып һәм Достоевский урамы менән тамамланып, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙыла.

Башта Гоголь урамы  Ырымбур губернаһы губернаторы Яков Владимирович Ханыков хөрмәтенә аталған була. 1901 йылда хәҙерге исемен ала. Урам 1891 йылда бында фатирға (1-се һанлы йорт) йырсы Фёдор Шаляпин төшөүе менән билдәле.

Гоголь урамында йәһүдтәрҙең ағас ғибәҙәт йорто урынлашҡан булған, ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм 1930 йылда ябылған. Өфө гарнизоны казармалары янында 1830—1839 йылдарҙа төҙөлгән казарма стенаһы һаҡланып ҡалған.

Гоголь урамы — тыныс, халҡы күп булмаған һәм хәрәкәттәре сикләнгән урам. Унда урынлашҡан:

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.