Годовицына Анна Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Анна Годовицына
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Анна Сергеевна Годовицына

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған датаһы

19 июль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (29 йәш)

Анна Сергеевна Годовицына (19 июль 1991 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында донъя чемпионы[2], 2017[3] һәм 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Сергеевна Годовицына 1991 йылдың 19 июлендә тыуған. Анна бала сағында бейеү һәм еңел атлетика, шулай уҡ дзюдо менән шөғөлләнә. Медицина колледжында уҡый, КВН-да ҡатнаша, студенттарҙың матурлыҡ конкурсында еңеү яулай. Колледжды тамамлап, стоматологияла табип ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, ә һуңыраҡ Мәскәүҙә тиҙ ярҙам станцияһына эшкә саҡырыла. Станцияла Анна өс көн эшләп ҡала, 2014 йылда Аннаны йөк машинаһы бәреп китә. 23 көн комала үткәрә, табиптар уны ҡотҡарыу өсөн аяғын ампутациялайҙар, әммә Анна станцияны ташлап китмәй, статистика бүлегендә эшен дауам итә. Аҙаҡ волейбол секцияһына килә, уны унда башҡа волейболсы, Кунстман Елизавета саҡыра[5][6].

Анна Мәскәү «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай. 2017 йылда[7] һәм 2019 йылда[8] Европа чемпионатында рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында еңеү яулай, шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүсе була[9][10]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе Аннаға 3,3 миллион һум суммаға протез вәғәҙә итә, аҙаҡ аҡсаны алып юҡҡа сыға[11]. 2019 йылдың февралендә Перевозников ҡулға алына: күренеүенсә,   45 кеше уның махинацияларының ҡорбаны була (дөйөм суммаһы яҡынса 200 млн. һум), шул иҫәптән волейболсы Кунстман Елизавета ла мутлыҡ ҡорбаны була[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г.  (рус.)
  2. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ  (рус.)
  3. Спортсменки ЦСП «Крылатское» стали чемпионками Европы по волейболу сидя  (рус.)
  4. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА)
  5. Аферист обещал паралимпийской чемпионке дорогой протез – и исчез вместе с миллионами  (рус.)
  6. Анна Годовицына: Вся моя жизнь всегда была связна со спортом  (рус.)
  7. Спортсменки из района Восточный стали чемпионками по волейболу сидя  (рус.)
  8. Просмотр МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ  (рус.)
  9. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА  (рус.)
  10. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России  (рус.)
  11. Кредит на протезы: паралимпийку сборной России обманули на 5 млн  (рус.)
  12. Волейболистка Паралимпийской сборной России Елизавета Кунстман стала жертвой мошенника  (рус.)