Эстәлеккә күсергә

Гомель һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гомель һарайы
бел. Гомельскі замак
Нигеҙләү датаһы XVI быуат
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Гомель[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Гомель һарайы Викимилектә

Гомель һарайы (бел. Гомельскі замак) — Бөйөк Литва кенәзлегенә ингән Гомель ҡалаһының XVI—XVII быуаттарҙағы ағас оборона һәм административ ҡоролмаһы. Сож йылғаһының уң яҡ ярында Гомий (Гомеюк) шишмәһе ҡойған ерҙә урынлашҡан була.

Гомель ҡалаһы I мең йыллыҡ аҙағында барлыҡҡа килә. Боронғо ҡаланың үҙәк өлөшө Сож йылғаһының уң яры һәм Гомеюктың һул яры араһындағы моронда була. Морондоң 1 гектар майҙанлы киртләс өлөшөн тәрән йырын һаҡлай. XI—XII быуаттарҙа ҡала үҙәге Сож яғынан өйөлгән тупраҡтан һәм ағас ҡойманан торған оборона валы менән нығытыла. Вал өҫтөндәге ағас ҡоролмалар XIII быуатта янып юҡҡа сыға. XII быуатта нығытылған ҡала үҙәгенең майҙаны 1,4 гектар тирәһе тәшкил итә, унда таштан төҙөлөш алып барыла. Яйлап боронғо Гомель ҡалаһының эске нығытмаһы феодаль замокҡа әйләнә.

Замоктың киңлеге 90 метр, оҙонлоғо яҡынса 200 метр була, майҙаны яҡынса 1,3 гектар тәшкил итә. Көнбайыштағы һәм көньяҡтағы биҫтәләрҙән 30—35 метр киңлектәге оборона йырындары менән айырыла. 460 метр периметрлы нығытылған майҙаны сегмент рәүешен хасил итә. Сож һәм Гомий яғына сыҡҡан бейек текә ҡабырғалар яһалма нығытмалар менән тоташа. Замоктың оборона валы, күп ҡатлы ағас башнялары, хәрби галереяһы менән эске бура стеналары, соҡор аша һалынған күтәрелмәле күпере була. Нығытма диуарҙарының аҫҡы яғы балсыҡ менән һылана, был уларҙы сереүҙән һәм янғындарҙан һаҡлай. Һарайҙан йәшерен ер аҫты юлы Сож йылғаһына сыға, ҡамауҙа ҡалғанда шунан йөрөп һыу ташыйҙар.

XIV быуат урталарына Гомель Бөйөк Литва кенәзлегенең көньяҡ-көнсығыш сик буйында нығытылған ҡалаға әүерелә, Сож буйы һарайҙарының оборона билғауына инә. 1535 йылдың июнендә Гомелде Бөйөк Литва кенәзлеге гетманы Юрий Радзивилл, тажлы гетман Ян Тарновский һәм Киев воеводаһы Андрей Немира етәкселегендә бөйөк Литва кенәзе Ҡарт Сигизмунд I ғәскәрҙәре ҡамауға ала. Король замокты алырға йәки яндырырға ҡуша. Ҡала көслө ғәскәргә ҡаршы тора алмай һәм баҫҡынсыларға бирелә.

Бер аҙҙан һарайҙы йүнәтәләр һәм хәрби кәрәк-яраҡ менән тулыландыралар. 1537 йылда король ҡарары менән замокта ултырған Гомель мещандары азат ителә. Урындағы кенәз В. Толочинский мещандарҙың бөтә өҫтөнлөктәрен юҡҡа сығара, уларҙы замокта төрлө эштәрҙе үтәргә ҡуша, ә буйһонмағандарын башняға яба.

Бөйөк Литва кенәзлеген һаҡлау йәһәтенән Гомель һарайының әһәмиәте айырыуса ҡырым татарҙарының һөжүмдәренә ҡаршы торғанда ҙур була. Һарайға яҡын тирәләге ҡалаларҙан аҙыҡ-түлек, махсус атлы отрядтар килә, ә 1552, 1562 һәм 1563 йылдарҙа Вилен арсеналынан хәрби кәрәк-яраҡ ташыйҙар. 1557 йылда Гомель замогының гарнизоны 200 кешегә тиклем арта. Һарайҙы төҙөкләндереүгә Чечерск, Пропойск, шулай уҡ Днепр һәм Сож буйындағы башҡа ҡалаларҙың халҡы йәлеп ителә. Ливония һуғышы ваҡытында (1558—83) Гомелде ҡыҫҡа ваҡытҡа Иван IV Грозныйҙың ғәскәрҙәре ала, әммә 1576 йылдың июлендә Ю. Радзивилл етәкселегендәге отряд уны кире ҡайтарып ала. 1581 йылдың 5 майында ҡала тағы бер тапҡыр батша ғәскәрҙәренең һөжүменә дусар була, әммә замокты яулап ала алмай.

1654 йылдың июнендә, рус-поляк һуғышының башында (1654—1667), Гомелгә Новгород-Северскийҙан наказлы гетман Иван Золотаренконың 20 меңлек ғәскәре юллана. Золотаренко ғәскәре бер ҡыйынлыҡһыҙ ҡала нығытмаларын яулай һәм замокты ҡамай. 1654 йылда 13 авгусында ай ярымға һуҙылған ҡамауҙан һуң замок бирелә.

Һуғыш Гомелде бөлгөнлөккә төшөрә. Әммә замок, 1660 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, көсөн һаҡлап ҡала. 1737 йылда Гомель старосталығы хужаһы кенәз Михаил Чарторыйский бында башнялары һәм диуарҙары булған ныҡлы замок төҙөй, йырындарын тәрәнәйтә һәм күтәрелмәле күперҙе йүнәтә.

Румянцевтар — Паскевичтар һарайы М. Залеский һүрәтендә (XIX б.)

Көньяҡ Белоруссияның 1772 йылда Рәсәй империяһына ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Гомель граф П.А. Румянцевҡа бүләк ителә. Замок 1780 йылда ла ныҡ була. Һуңынан башняһы һәм диуарҙары һүтеп алына, валдары ер менән тигеҙләнә. 1785 йылда унда таш һарай төҙөлә башлай.

Румянцевтар — Паскевичтар һарайы әле лә бар.

Сож йылғаһы яғынан һарай күренеше (2012)
  • Гомельское староство
  • Літвінаў, У., Макушнікаў, А. Старажытны Гомель // Помнікі гісторыі і культуры Беларусі — 4/1984
  • Ткачоў, М. Гомельскі замак // ЭГБ у 6 т. Т. 3. — Мн., 1996.
  • Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т. 5: Гальцы — Дагон / Рэдкал: Г. П. пашкоў і інш. — Мн. БелЭн, 1997.