Горшкова Полина Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горшкова Полина Петровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (34 йәш)
Тыуған урыны Тольятти, Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы left wing[d]
Спорт командаһы ағзаһы Лада[d] һәм ЦСКА (женский гандбольный клуб)[d]
Спорт төрө Гандбол
Ҡатнашыусы Гандбол на летних Олимпийских играх 2020 (женщины)[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
мастер спорта России международного класса
Бейеклеге/буйы 172 сантиметр
 Горшкова Полина Петровна Викимилектә

Горшкова Полина Петровна (22 ноябрь 1989 йыл) — Рәсәй гандболсыһы, 2008 йылда «Лада» составында Рәсәй чемпионы. 2015 йылда йәйге Универсиада чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полина петровна Горшкова 1989 йылдың 22 ноябрендә Тольятти ҡалаһында тыуған[3]. 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә, беренсе тренеры — Нина Борисовна Бойко һәм Александр Николаевич Хомутов[4]. Өс йыл дауамында (2004, 2005, 2006), уның командаһы 1989 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегендә еңеүсе була.

2007 йылда Тольятти «Лада» составында Рәсәй кубогы финалсыһы була, 2007/2008 миҙгелендә Суперлиганың алтын миҙалын яулап, Рәсәй чемпионы була.

Тольятти «Ладаһы» уйынсыһы булараҡ ете тапҡыр Рәсәй чемпионаты призеры була: 2014, 2015, 2017, 2019 йылдарҙа «көмөш» миҙал һәм 2011, 2012, 2016 йылдарҙа «бронза» миҙал яулай. Шулай уҡ өс тапҡыр Рәсәй Кубогы финалында өс тапҡыр уйнай һәм Кубокта өс тапҡыр бронза миҙал ала.

«Лада» уйынсыһы булараҡ Европа аренаһында ул ике тапҡыр ЕГФ Кубогында еңеү яулай.

2019 йылдың йәйенән Горшкова Полина — ПГК ЦСКА уйынсыһы[5].

2012 йылда Тольятти дәүләт университетында уҡыуын тамамлай. Ҡыҙы Софияны тәрбиәләй[6].

Йыйылма командаһында карьераһын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда йәйендә Полина гандбол студенттарҙың гандбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Кореяла Бөтә донъя йәйге XXVIII Универсиадала «алтын» яулай[7].

2016 йылда Әстерханда үткән олимпия квалификация турнирында ҡатнаша, Рәсәй йыйылма командаһы еңеүсе була һәм Рио-де-Жанейрола үтәсәк олимпиадала ҡатнашыу өсөн юллама ала[8]. Олимпиада үҙенә саҡырыу алмай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Европейская федерация гандбола — 1991.
  2. Polina Gorshkova (ингл.) — 2006.
  3. Федерация гандбола России. Горшкова Полина Петровна. rushandball.ru. Дата обращения 17 апреля 2020.
  4. 2
  5. Просмотр Полина Горшкова. Профессиональный гандбольный клуб ЦСКА (21 ноябрь 1989). Дата обращения: 17 апрель 2020.
  6. Горшкова Полина Петровна (ингл.). Гандбольный клуб "ЛАДА" (Тольятти) (27 март 2018). Дата обращения: 17 апрель 2020.
  7. Мария Кинчарова.Игроки гандбольной «Лады» помогли сборной России завоевать «золото» Универсиады в Кванджу. ГородТольятти.Дата обращения 16 апреля 2020.
  8. Полина Горшкова: трудный путь к подножию Олимпа. hand-ball.ru. Дата обращения: 17 апрель 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]