Горький Хостел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горький Хостел
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2011

Нигеҙләүсе

Екатерина Смирнова, Вячеслав Архипов

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Түбәнге Новгород

Төп фигуралар

Екатерина Смирнова (генераль директор)

Тармаҡ

ҡунаҡхана бизнесы

Сайт

http://gorkiy-hostel.ru/

АЙЙ «Горький Хостел», Gorkiy Hostel — рәсәй шәхси компанияһы, йәштәр өсөн арзанлы ятаҡтар — хостелдар селтәре. 2011 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһында Екатерина Смирнова һәм Вячеслав Архипов менән нигеҙләнгән. Социаль эшҡыуарлыҡ проекты булараҡ Рәсәйҙә йәштәр туризмының иң төп проблемаларҙың береһен — күп сығымдар талап итмәйенсә сәйәхәт итергә мөмкинлек биреүсе үҫешкән арзанлы ҡунаҡханалар һәм хостелдар селтәрен булмауын хәл итә[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Горький Хостел[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Компанияға 2011 йылда Түбәнге Новгород ҡалаһында йәш эшҡыуарҙар Екатерина Смирнова һәм Вячеслав Архипов менән нигеҙ һалына. Улар төбәк әһәмиәтендәге йәштәр ойошмаһы етәкселәре булалар һәм Түбәнге Новгородта тәүге европа тибындағы арзанлы отель ойошторорға ҡарар итәләр. Тәүге хостел өсөн ҡаланың үҙәгендә Оло Покровка урамындағы бина һайлана. Бинала ремонт үткәрәләр һәм уны бөтә кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландыралар. «Горький Хостел» исеме яҙыусы Максим Горькийға арнап аталған, уның менән оҙаҡ ваҡыт буйы Түбәнге Новгород ассоциацияланған[2]. Ҡунаҡхана 2012 йылдың мартында асыла һәм унда дүрт уртаҡ номер (14 урынлы, 10 урынлы, 8 урынлы һәм 2 урынлы), аш-һыу бүлмәһе, Wi-Fi селтәренә бушлай инеү һәм ҡала телефоны менән ял итеү бүлмәһе була. Хостелдың дөйөм һыйҙырышлығы 40 кеше тәшкил итә[3].

Стартапҡа эшҡыуарҙар тик үҙ аҡсаларын, шул иҫәптән банктарҙан алған кредиттарын, һалғандар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 1,5 миллион һум тәшкил иткән. Тәүге йыл дауамында компания төшөмһөҙ була, әммә икенсе йылға ҡарай үҙ сығымдарын ҡаплай ала башлай[4].

Татлы Хостел[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда компания «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондының бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарҙары конкурсында еңеүсе тип табыла һәм ете йыл ваҡытҡа 6,2 миллион һум суммаға заём ала[5]. Бынан тыш Түбәнге Новгород өлкәһенең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа, көнкүреш баҙарға һәм хеҙмәттәргә булышлыҡ күрһәтеү һәм үҫтереү министырлығы менән ойошма 300 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнә[6]. Был аҡсаларға 2014 йылдың мартында «Татлы Хостел» (рус. «Сладкий Хостел») исемле икенсе ҡунаҡхана асалар. Ул тәүгеһенә ҡарағанда ҙурыраҡ бинала урынлашҡан һәм күп һанлы ике урынлы номерҙар менән тәү сиратта инвидуаль туристар өсөн йүнәлтелгән. Был хостелдың дөйөм һыйҙырышлығы 60 кешегә барып еткән[7].

Тоҙло Хостел[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылға ҡарата компания менән өсөнсө хостел асыу буйынса эштәр башҡарыла, Екатерина Смирнова ниәте буйынса уның менән бергә ҡунаҡханалар селтәренең дөйөм һыйҙырышлығын 150-гә барып еткерергә тейеш. Буласаҡ ҡунаҡхананың эш исеме — «Тоҙло Хостел» (рус. «Солёный Хостел»)[8][9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Наталия Миронова. Если ваш бизнес направлен на решение социальных проблем. Курс Н (8 май 2015). Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Владелец хостела рассказывает как всё начиналось. GarageBiz (23 апрель 2014). Дата обращения: 1 июнь 2015.
  3. Елена Серова. «Горький Хостел» открылся на Большой Покровской. Время Н (16 март 2012). Дата обращения: 1 июнь 2015.
  4. Кристина Шперлик. Добрые дела: как преуспеть в социальном предпринимательстве. СКБ Контур (23 апрель 2014). Дата обращения: 1 июнь 2015.
  5. Сладкий Хостел. «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды (20 июнь 2013). Дата обращения: 1 июнь 2015. 2014 йыл 24 июль архивланған.
  6. Наталия Миронова. Начать с симуляции, или Учитесь бизнесу смолоду и лучше — на чужих ошибках. Курс Н (26 декабрь 2013). Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Наталия Миронова. От «Горького» к «Сладкому». Курс Н (30 ғинуар 2014). Дата обращения: 1 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Максим Калашников. Екатерина Смирнова: «Главное в хостеле — это общение». Столица Нижний (февраль 2015). Дата обращения: 1 июнь 2015.
  9. Мария Кригер. Самый сладкий хостел в мире. Новый Бизнес (15 июль 2013). Дата обращения: 1 июнь 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]