Гостищев Виктор Кузьмич
Гостищев Виктор Кузьмич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Яковлевский район[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Курск дәүләт медицина университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Стручков, Виктор Иванович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Виктор Кузьмич Гостищев (21 ноябрь 1937 йыл, Белгород өлкәһе Гостищево ауылы) — СССР һәм Рәсәй хирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1999, 1993 йылдан ағза-корреспонденты) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2013) академигы. Хирургик инфекция, ашығыс абдоминаль хирургия өлкәһендә белгес.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курск медицина институтының дауалау факультетын тамамлай (1961).
1965 йылдан И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһында эшләй. Бында СССР Медицина фәндәре академияһы академигы В. И. Стручков етәкселеге аҫтында кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1988 йылдан әлеге көнгә тиклем И. М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире. Сеченов университеты Аҡһаҡалдар советы ағзаһы[1]. Уның етәкселегендә 27 докторлыҡ һәм 80-дән ашыу кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған.
2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы булып китә.
Рәсәй Федерацияһының дөйөм хирургтар ассоциацияһы президенты, Халыҡ-ара хирургтар йәмғиәте һәм Халыҡ-ара гепато-панкреато-билиар хирургия ассоциацияһы ағзаһы. Рәсәй Медицина фәндәре академияһының һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Хирургияла инфекция» проблемалы комиссияһы рәйесе булған.
«Хирургия. Журнал имени Н. И. Пирогова» журналының редколлегия ағзаһы.
Хирургик инфекция буйынса 20-нән ашыу монография, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр авторы, 500-ҙән ашыу хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, 20-нән ашыу уйлап табыу һәм патенттар авторы.
Хирургик инфекция, этиология, патологик физиология, эренле хирургик инфекцияларҙы, эренле яраларҙы хирургик һәм өҫтәлмә дауалау алымдарын эшләү, ашығыс абдоминаль хирургия өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр алып бара.
Эренле перитонит ваҡытында үҙенсәлекле лапаростомия методикаһы, үпкәнең эренле-емергес сире ваҡытында торакостомия һәм торакоабсцессостомия методикаһы, эренле сакроилеит ваҡытында операциялар методикаһы авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (2018)[2]
- «Почет Билдәһе» ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1991)[3]
- Рәсәй федерацияһының дәүләт премияһы
- Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы лауреаты (1995, 2002)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)[4]
.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Совет старейшин готов оказывать поддержку(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 июля 2018 N 414 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента СССР от 19 февраля 1991 N УП-1497 «О награждении орденами СССР сотрудников Московской медицинской академии имени И. М. Сеченова»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.08.1995 № 821 . kremlin.ru. Дата обращения: 2018-9-30.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гостищев Виктор Кузьмич РФА рәсми сайтында
- Гостищев Виктор Кузьмич (неопр.). sechenov.ru. Дата обращения: 30 сентября 2018.
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Курск медицина университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр