Гримальди замогы (Антиб)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гримальди замогы
Рәсем
Дәүләт  Франция[1]
Административ-территориаль берәмек Антиб[1]
Хужаһы Антиб[d]
Обитатель Picasso Museum[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1]
Карта
 Гримальди замогы Викимилектә

Гримальди замогы (франц. Château Grimaldi) — XII быуатта Антиб территорияһында төҙөлгән ҡоролма[2]. XX быуат башында замокҡа реставрация кәрәк була — уны Антиб ҡала муниципалитеты һатып ала[3]. Был замокта Пикассоға арналған беренсе музей ойошторола[4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII быуатта Гримальди замогы төҙөлгәнгә тиклем был биләмәлә[5][6], рим нығытмалары булған. Аҙаҡ, урта быуат осоронда епископ резиденцияһы урынлашҡан. 1385 йылдан алып 1608 йылға тиклем территория Гримальди ғаиләһенә ҡараған, ул замок биләмәһен хәҙер беҙ күргән күләмгә тиклем киңәйткән[5].

XVI быуатта Гримальди замогы үҙгәртеп ҡорола[6]. Гримальди замогы роман стилендәге манараһы менән нығытылған замоктан ғибәрәт. Бында төрлө ваҡыттарҙа казармалар, госпиталь, ҡәлғә урынлаша[7].

XX быуатҡа Гримальди һарайы ярым емерек хәлдә була һәм байтаҡ реставрация талап итә. Ҡалала аукцион үткәрелә, уның барышында ҡоролманы 1925 йылда муниципалитет һатып ала. 1946 йылда властар был һарайҙы рәссам Пикассоға файҙаланырға рөхсәт итә, сөнки уға ижад итеү өсөн ҙур бина талап ителә. Рәссам был урында 6 ай эшләй һәм рәхмәт билдәһе итеп Антиб ҡалаһына үҙенең 25 эшен ҡалдыра. Иң билдәлеләренең береһе — «Антибта төнгө балыҡ тотоу»[5]. Рәссамдың замокта эшләү осоро ҙур ижади үҫеш менән билдәләнә. Рәссамға ул саҡта 65 йәш була, 6 ай эсендә 150-ләп әҫәрен яҙа[8][2]. Гримальди замогында Пикассо үҙенең иҡ яҡты әҫәрҙәренең береһе «Тормош шатлығы» картинаһын яҙа. Әҙер эштәренән тыш, төрлө эскиздары һәм һүрәттәре ҡала. Был урында Пикассо музейын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә (франц. Musee Picasso). Әммә Гримальди замогында Пикассоның ғына түгел, шулай уҡ Пикаби, Модильяни, Леже эштәрен дә күрергә мөмкин. Һарайҙың террасаһында Миро, Арман, Пажес скульптуралары урынлашҡан[5].

Музейҙың эш графигы июнь-сентябрь айҙарында: 10:00 сәғәттән алып 18:00 сәғәткә тиклем көн һайын, шаршамбы һәм йома көндәрендә сәғәт 20:00 тиклем. Октябрь айынан май айына тиклем көн һайын сәғәт 10:00 алып 12:00 тиклем һәм 14:00 алып 18:00 тиклем. 1 ғинуар, 1 май, 1 ноябрь һәм 25 декабрь музей эшләмәй[5].

18 йәшкә тиклемге килеүселәргә инеү бушлай. Өлкәндәр өсөн Пикассо музейына инеү хаҡы 4,6 евро[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
  • Илья Мельников. Гурдон и другие маленькие города Лазурного Берега. — Litres, 2017. — 255 с. — ISBN 9785457077089.
  • Франция. — Directmedia, 2014. — 96 с. — ISBN 9785871076460.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]