Эстәлеккә күсергә

Гриценко Яна Викторовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гриценко Яна Викторовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (30 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Гриценко Яна Викторовна (14 ғинуар 1994 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында донъя чемпионы[2], 2019 йылда Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018)[3].

Яна Викторовна Гриценко 1994 йылдың 14 ғинуарында Краснодар крайының Ейск ҡалаһында тыуған[4], элегерәк ғәҙәти волейболда уйнаған. 2016 йылда уны йәйәүлеләр үтеп йөрөү урынында автомобиль бәреп китә, табиптар зыян күреүсенең аяғын киҫергә мәжбүр була[5]. Реабилитациялау һәм бионик протез өсөн аҡсаны бөтә ҡала йыйып бирә. Һуңғараҡ Яна Мәскәү университетын тамамлай һәм ултырып волейбол уйнау менән шөғөлләнә[6].

Яна Гриценко Мәскәүҙең «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай. 2019 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында[7], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай[8][9]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.

  1. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г. 2020 йыл 18 март архивланған. (рус.)
  2. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ (рус.)
  3. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА) 2020 йыл 18 март архивланған.
  4. Ейчанка завоевала золото на международных соревнованиях 2020 йыл 12 апрель архивланған. (рус.)
  5. Встреча с Чемпионкой мира 2018 года на ейской земле 2020 йыл 12 апрель архивланған. (рус.)
  6. Ейчанка в составе женской сборной страны стала чемпионкой мира по волейболу сидя (рус.)
  7. МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ (рус.)
  8. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА (рус.)
  9. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России (рус.)