Грузияла шарап яһау
Грузияла шарап яһау | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Грузияла шарап яһау Викимилектә |
Грузияла шарап яһау — Грузияның шарап етештереү буйынса мөһим иҡтисад тармағы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузия йөҙөмдөң һәм шарап эшләүҙең барлыҡҡа килеү урыны иҫәпләнә. Грузия территорияһында үткән геологик дәүерҙәге йөҙөм (виноград) япраҡтары ҡалдығы табылған. Унда шулай уҡ бронза дәүере ҡалдыҡтары булған йөҙөм төштәре менән көршәктәр, шарап яһау ҡоролмаһы — таш ҡыҫҡыстар, йөҙөм иҙгестәр, шарап, металл һәм балсыҡ шарап һауыттары бар. Улар беҙҙең эраға тиклем IX—X быуаттарға ҡарай.
Грузияла йөҙөмдөң автохтон (ерле) сорттары бар. Шулай уҡ төрлө шарап етештереү технологияһы булдырылған: кахетин, имеретин, рача-лечхум (йәки тәбиғи-ярым татлы шарап етештереү).
- Экспорт
Грузияла яһалған шарап донъяның ҡырҡлап иленә ебәрелә (2011).
Грузия 2011 йылда 0,75 литрлыҡ 18,5 миллион шешә шарапты экспортҡа ебәргән. Экспорттың күпселек өлөшө — 73 % — Украина, Ҡаҙағстан һәм Беларусь[1] республикаларына тура килә.
Грузин шараптарын классификациялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грузин аш шарабы — составында шәкәре булмаған, еңелсә әскелтем шарап.
- Сортлы грузин шараптары — бер йөҙөм сортынан яһала.
- Маркалы грузин шарабы — шул уҡ, әммә шарап ҡәтғи ҡуйылған технология буйынса етештерелә, һалҡында 2 йылдан күберәк тотола.
- Коллекция грузин шарабы — шул уҡ маркалы, әммә шарап махсус балсыҡ һауыттарҙа (квеври) оҙаҡ тотола һәм шешәләрҙә 3-20 йыл өлгөрөргә тейеш.
Шарап исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алазан үҙәне» (груз. ალაზნის ველი) — ярым татлы аҡ шарап, Ркацители, Тетра йөҙөмдәренән яһала. Һалам төҫөндәге, йомшаҡ саф еҫле шарап.
- «Алаверди» — ярым ҡоро аҡ аш шарабы. Кахетин төбәгендәге Гурджан районында үҫкән Ркацетели сортлы йөҙөмдән эшләнә. Йәшкелт төҫ баргән асыҡ һары, емеш еҫле, таты еңелсә шәкәрле шарап.
- «Анага»
- «Атенури» — бызырлап торған аҡ шарап. Һарғылт төҫтә, емеш гөлләмәһе еҫе бар. Горий районындағы Шид Картлила үҫкән Чинури һәм Горули мцване сортлы йөҙөмдән эшләнә.
- «Вазисубани» (груз. ვაზისუბანი) — маркалы ҡоро аҡ шарап, емеш, бал, ялан сәскәләре гөлләмәһе сафлығы. Кахетия үәҙнендәге Вазисубани ауылы янында үҫкән Ркацители (85 %) һәм Мцване (15 %) сортлы йөҙөмдән яһала.
- «Горули Мцване» — ҡоро аҡ шарап, Гори ҡалаһы янында үҫкән Мцване сортлы йөҙөмдән яһала.
- «Гурджаани» (груз. გურჯაანი) — ҡоро аҡ шарап. Ркацители сорты ҡулланыла. Кахети Алазани янындағы Шади ауылы йөҙөмсөлөгө үҙенсәлекле булып тора.
- «Зедаше» — юғары сифатлы шарап, Ркацители йөҙөмөн ҡулдан һығып яһайҙар. «Зедаше» — грузин телендә бәләкәй кувшин тигәнде аңлата. Элек был шарапты дини йолаларҙа ҡулланғандар.
- «Кахети» — тәбиғи ҡоро аҡ шарап, Ркацители һәм Мцване Кахетинский йөҙөмөнән етештерелә. Аперитив, салаттарға, балыҡ ризыҡтарына бирелә.
- «Карденахи» — көсәйтелгән аҡ шарап, Ркацители, Хихви, Мцване кахури йөҙөмдәренән һәм уларҙың әсетелгән һуттарынан яһала.
- «Котехи» АҠ — аҡ (ҡыҙылы ла була) шарап, Ркацители йөҙөмөн тулыһынса әсетеп яһайҙар.
- «Манави», йәки «Манавис Мцване» — ҡоро аҡ шарап, Мцване кахури сортынан яһала.
- «Напареули» АҠ — ҡоро аҡ (ҡоро ҡыҙыл да була) шарап. Ркацители йөҙөм сорты ҡулланыла.
- «Ркацители» (груз. რქაწითელი) — ҡоро әскелтем шарап, Карданахи ауылы янында үҫкән Ркацители сорты ҡулланыла. Ркацители — йәш шарап — мискәләрҙә бер йыл самаһы тотола.
- «Свири» — ҡоро аҡ шарап. Цоликоури и Цицка (шулай уҡ Крахуна сорты) йөҙөмдәре һутында мезге (чача) әсетелә. Имеретия, Квирил йылғаһының һул ярында етештерелә .
- «Тибаани» (груз. ტიბაანი) — ҡоро аҡ шарап. Ркацители сортынан кахетин алымы ҡулланып яһала. Алазан үҙәне буйы.
- «Твиши» (груз. თვიში) — ярым татлы аҡ шарап, Рача төбәгендә үҫкән Цоликаури сортынан бер аҙ әсетеп яһала
- «Тбилисури» — ярым ҡоро шарап, Алазан үәҙегендә үҫкән дүрт сорт йөҙөмдән етештерелә. Кахетиялағы Цинандали ауылында яһала.
- «Цинандали» (груз. წინანდალი) — ҡоро аҡ шарап, 1886 йылдан алып яһала. Имән мискәләрҙә 3 йыл һаҡлана.
- «Цоликаури» (груз. ცოლიკაური)
- «Чинури» — ҡоро аҡ аш шарабы, чинури сортынан яһала.
- «Чхавери» — ярым татлы аҡ шарап, Гурияла етештерелә.
- «Эрети» — тәбиғи ҡоро аҡ шарап, Ркацители и Мцване сорттарынан әҙерләнә.
- «Пиросмани» — ярым ҡоро аҡ шарап, билдәле рәссам Нико Пиросмани иҫтәлегенә аталған. Кахетияла Ркацители һәм Мцване йөҙөмөнән яһала. Шараптың «ҡыҙыл» версияһы ла бар. Ул Саперави йөҙөмөнән етештерелә.
Ҡыҙыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алазан үҙәне» (груз. ალაზნის ველი) — ярым татлы ҡыҙыл шарап, Саперави йөҙөмө ҡулланыла.
- «Ахалшени» (груз. ახაშენი) — ярым татлы ҡыҙыл шарап. 1958 йылдан етештерелә.
- «Кварели» — маркалы ҡоро ҡыҙыл шарап. Кварели янында йыйылған саперави йөҙөмөнән әҙерләнә. Махсус кувшиндарҙа 3 йылдан артыҡ тотола.
- «Киндзмараули» (груз. ქინძმარაული) — ярым татлы ҡыҙыл шарап. Саперави йөҙөмөнән 1942 йылдан алып сығарыла.
- «Котехи» ҠЫҘЫЛ — ҡоро ҡыҙыл (ҡоро аҡ төрө лә бар) шарап. Саперави сорты йөҙөмөнән әсетеп яһала. Алазани йылғаһының уң яры буйы йөҙөмдәре ҡулланыла.
- «Мукузани» (груз. მუკუზანი) — ҡоро ҡыҙыл аш шарабы, Саперави сорты ҡулланыла. Мукузани — 1888 йылда етештерелә башланған тәүге грузин шараптарының береһе. 3 йыл ғына төнәтелеүенә ҡарамаҫтан маркалы тип һанала.
- «Напареули» (груз. ნაფარეული) Ҡыҙыл — ҡоро ҡыҙыл (ағы ла бар) шарап. Саперави сортынан яһала. Имән мискәләрҙә 2 йыл тотола.
- «Оджалеши» (груз. ოჯალეში) — һирәк осрай торған ярым татлы ҡыҙыл шарап. Оджалеши сорты ҡулланыла. Мегрелия төбәгендә 1933 йылдан етештерелә.
- «Пиросмани» — ярым ҡоро ҡыҙыл шарап. 1981 йылдан Саперави йөҙөмөнән етештерелә. «Аҡ» версияһында Ркацители и Мцване сорты ҡулланыла.
- «Салхино» — ҡыҙыл ликер. 1928 йылдан алып Изабелла сортынан етештерелә.
- «Саперави» (груз. საფერავი) — ҡоро ҡыҙыл шарап. Саперави сортынан яһала.
- «Телиани» (груз. თელიანი) — ҡоро ҡыҙыл шарап. Каберне йөҙөмө ҡулланыла. Кахетияла етештерелә.
- «Усахелаури» (груз. უსახელაური) — тәбиғи ярым татлы ҡоро ҡыҙыл шарап. Цагер районында 1934 йылдан етештерелә.
- «Хванчкара» (груз. ხვანჭკარა) — ярым татлы ҡыҙыл шарап. Александроули һәм Муджуретули сорттарынан ғына яһала. Ҡош итенә, сыр һәм десертҡа бирәләр. 1908 йылдан алып етештерелә.
Йөҙөм сорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузияла 500-ҙән ашыу йөҙөм төрө бар. Айырыуса билдәле сорттар:
Аҡ сорттар:
- Горули мцване;
- Грузин теленән тәржемәһе «йәшел таулы».
- Мцване;
- Тәржемәһе: «йәшел».
- Ркацители;
- Тәржемәһе: «ҡыҙыл мөгөҙ».
- Цицка;
- Цоликаури (груз. ცოლიკაური).
Ҡыҙыл сорттара:
- Александроули;
- Муджуретули;
- Оджалеши;
- Саперави.
- Саперави грузин теленән «буяусы» тип ауҙарыла. Күп кенә ҡыҙыл йөҙөм сорттарынан аҡ шарап яһап була, сөнки уларҙың буяуы сыҡмай. Ә бына саперави ҡуйы ҡыҙыл төҫ бирә. Шуға уны ҡыҙыл шараптарҙы буяу өсөн ҡулланалар.
Төп шарап етештереү төбәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кахетия (Көнсығыш Грузия) Грузияның төп шарап эшләү төбәге һанала. Грузияның «О лозе и вине» Законы буйынса был төбәктә шарап етештереүсе 14 микрозона билдәләнгән[2]: Ахашени, Вазисубани, Гурджаани, Карденахи, Кахети, Кварели, Киндзмараули, Котехи, Манави, Мукузани, Напареули, Телиани, Тибаани, Цинандали;
- Картли, бында айырыуса Атени микрозонаһы билдәле;
- Имерети төбәгендә Свири микрозонаһы билдәле;
- Рача-Лечхуми төбәгендә Хванчкара, Твиши, Усахелаури микрозоналары груз. უსახელაური — исемһеҙ.
Йола буйынса шарап етештерелгән төбәк атамаһы менән йөрөтөлә.
Етештереү технологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ысулдарҙан түбәндәгеләрҙе айырым билдәләп була:
Имеретин — йөҙөм төшө һәм ботаҡтары менән иҙелә, аҙаҡ ботаҡтар алына, ә һуты, емеш тышы, төшө әсетеү өсөн ҡалдырыла.
Шараптың тәме әсе, тигеҙ була (Свири, Дими, Тбилисури).
Кахетин — был ысулда ботаҡтар ҙа 3-4 айға әсетеүгә ҡалдырыла, аҙаҡ яҡшылап һөҙәләр. Ҡуйы әсе тәм бирә.
Кахетин шараптарына Кахети, Мукузани, Ркацители, Саперави шараптары инә.
Тағы бер уникаль ысул — тәбиғи-ярым татлы шараптар етештереү. Бында шәкәрле йөҙөмдө тулыһынса әсетеп бөтөрмәйҙәр, ошоға бәйле тәбиғи шәкәр һаҡлана. Әсетеү ҙә спирт ярҙамында түгел, ә һыуытыу менән башҡарыла. Шешәләргә ҡойор алдынан шарапты пастеризациялайҙар. Был ысул менән билдәле грузин шараптары Хванчкара, Оджалеши, Пиросмани әҙерләнелә.
Грузияла шарапты һәр саҡ балсыҡ һауыттарҙа әсетәләр.
Етештереүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тбилвино — 1962 йылда нигеҙ һалынған.
- «Gevelli» — 2014 йылда нигеҙ һалынған.
- «Бадагони 2017 йыл 21 сентябрь архивланған.» — 2002 йылда ойошторолған.
- «Шато Зегаани 2021 йыл 7 май архивланған.» — 1820 йылда нигеҙ һалынған.
- «Телавский шарап баҙы» — 1915 йылда нигеҙ һалынған.
- «Тифлис шарап баҙы» (башланғыс атамаһы «Ахашени») — 1999 йылда ойошторолған.
- «Wine Man» — 1998 йылда ойошторолған.
- «Грузвино» — 2009 йылда нигеҙ һалынған.
- «Хареба шарап яһау» — 2004 йылда нигеҙ һалына.
- «Вазиани Компани» — 1982 йылда нигеҙ һалынған.
- «Teliani Valley» — 1997 нигеҙ һалынған.
Грузин шарабы каталогы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузин шараптары менән 100 баллы шкала стандарты буйынса бойондороҡһоҙ рейтинглы онлайн-каталог 2014 йылда асыла. Әлеге ваҡытта унда грузин шараптарының халыҡ-ара конкурстарҙа алтын миҙал яулаған төрҙәренең барыһы ла индерелгән[3]. Каталогта рус теле менән эшләү мөмкинлеге ҡаралған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абхаз шарабы
- Ртвели — Грузияла йөҙөм (виноград) уңышын йыйыу байрамы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ По данным «Интерфакса»
- ↑ Appellations of Origin of Georgian Wine 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Место для лучших. Грузинских (April 2, 2014). 2014 йыл 7 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- видео экскурсия о производстве вина в Кахетии
- Статистика продаж грузинского вина в первом квартале 2009 года
- Солнце, Горы, Виноград
- Грузинские вина, контролируемые по происхождению
- «Hvino-Новости» — новости о грузинском виноделии на русском языке
- «Hvino News» — ежедневные новости о грузинском виноделии на английском языке (есть встроенный переводчик), база данных производителей и импортёров, форум
- Каталог грузинского вина, независимый рейтинг (есть возможность работы с русским языком)