Грузияның дәүләт ебәк музейы
Уҡыу көйләүҙәре
Грузияның дәүләт ебәк музейы | |
груз. აბრეშუმის სახელმწიფო მუზეუმი | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Рәсми сайт | silkmuseum.ge |
Грузияның дәүләт ебәк музейы Викимилектә |
Грузияның дәүләт ебәк музейы (груз. აბრეშუმის სახელმწიფო მუზეუმი) — Грузия мәҙәниәт учреждениеһы. Тбилисиҙа урынлашҡан, Георгий Цабадзе урамы, 6.
Экспозицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экспозицияһында ҡурсаҡ көбөнөң, ебәк күбәләгенең һәм күбәләктәрҙең 5000-дән ашыу төр һәм сорты, шулай уҡ тут үҫемлектәре өлгөһө, тәбиғи һәм синтетик буяуҙар, ебәк продукцияһының киң ассортименты һәм башҡалар бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тбилисиҙа 1887 йылда [1] Кавказда ебәк сәнәғәте менән таныштырыу маҡсатында ебәк белгесе һәм билдәле тикшеренеүсеһе Николай Шавров тарафынан төҙөлгән.
Музей бинаһын (архитектура ҡомартҡыһы) 1892 йылда архитектор Александр Шимкевич төҙөй.
Музей янында халыҡ уҡытыусылары өсөн ебәкселек буйынса практик һәм теоретик курстар уҙғарылған, китапхана, лаборатория һ.б. булған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Свириденко О. Н. Тбилиси за неделю. Путеводитель. — С. Петербург: Своё издательство, 2015. 174 с. ISBN 977-5-4386-0854-7
- Арджеванидзе И. А. Военно-Грузинская дорога : Краевед. очерк / И. Арджеванидзе. — Тбилиси : Техника да шрома, 1950 (тип. «Заря Востока»). — 161 с. : ил.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Григорій Москвичъ Иллюстрированный практическій путеводитель по Кавказу. Одесса, 1899