Гудиашвили майҙаны
Гудиашвили майҙаны | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Урын | Тбилиси |
Гудиашвили майҙаны Викимилектә |
Гудиашвили майҙаны (груз. ლადო გუდიაშვილის მოედანი) — Тбилисиҙың тарихи Сололак районындағы майҙан. Майҙанға Лермонтов Беглар Ахоспирели Джибладзе урамдары килеп тоташа.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батша улы Вахушти һүрәтендә (1735 йыл)[1], Тбилиси беренсе планда күрһәтелгән, бында «Бежан баҡсаһы» урынлашҡан. Эргәһендә урынлашҡан Мугнин Изге Георгий сиркәүе[2] буйынса Мугнин майҙаны тип атала. 1827 йылда генерал И. Ф. Паскевич яулаған фарсы ҡәлғәһе Ғәббәс-Абад исеменән Ғәббәс-Абад майҙаны тип аталған.
Совет осоронда (1923 йылдан) рәсәй революционеры Степан Алавердов хөрмәтенә Алаверд майҙаны тип йөрөтөлгән.
Хәҙерге исемен ул 1988 йылда Ладо Гудиашвили (1886—1980) — билдәле грузин рәссамы хөрмәтенә алған.
2015 йылдың мартында Гудиашвили майҙанында тарихи төҙөлөштө[3].консервациялау планы буйынса эштәр башлана. Майҙанды емереп ҡабаттан ҡороу реконструкциялау, яңы археологик материалдар бирә[4]
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙандың яҡынса 2-се йортонда («Лермонтов йорто») М. Ю. Лермонтов Кавказда (Түбәнге Новгород драгун полкында)[5][6] хеҙмәт иткән ваҡытында булыуы мөмкин булған.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гудиашвили майҙаны, бәлки, рәссам Нико Пиросмани үҙенең һөйөклөһө — француз актрисаһы Маргарита Севр хөрмәтенә — шул майҙанды әскәләр менән тултырған тигән легендаға бәйле булғандыр, йыр тексының нигеҙендә Алла Пугачёваның «Миллион ал рауза» йырының сюжеты ята. Легенданың икенсе фаразы буйынса, йортта йәшәүсе Маргарита йәшәгән йорттоң тәҙрәләре майҙанға түгел, ә Сололакиҙың бөтә районы тиерлек торған ғәҙәти бер тар урамға сыҡҡан икән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гудиашвили урамы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ენციკლოპედია «თბილისი». 2002
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ План царевича Вахушти
- ↑ Армянские Церкви Тбилиси. Мугни Сурб Геворк
- ↑ Историческая площадь Гудиашвили будет реабилитирована в Тбилиси — мэрия
- ↑ Очередная археологическая находка на площади Гудиашвили — обнаружена глазурованная посуда
- ↑ Самым архаичным и разрушенным местом в Сололаки является площадь Гудиашвили.
- ↑ Город, уходящий в прошлое, или Площадь Гудиашвили в ожидании будущего
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Город, уходящий в прошлое, или Площадь Гудиашвили в ожидании будущего Ҡалып:Старый Тбилиси