Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы
Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме | Гулина Лиана Дим ҡыҙы |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1985 (39 йәш) |
Тыуған урыны | Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Биләгән вазифаһы | доцент[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | социология фәндәре кандидаты[d] |
Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы (1 ғинуар 1985 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2011), доцент (2016), Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының социаль педагогика һәм социаль эш кафедраһы уҡытыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лиана Дим ҡыҙы Шайдукова (ҡыҙ фамилияһы Гулина) 1985 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
2007 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһының филология факультетын отличиеға тамамлағандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо юғары уҡыу йортоноң социаль педагогика һәм социаль эш кафедраһы ассистенты булып башлай[1].
2011 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетында «Детский дом как институт социализации осиротевших детей» тигән темаға «социология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2014 йылдан кафедраның өлкән уҡытыусыһы, ә 2016 йылдан — доценты.
Лиана Шайдукова 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гулина Л. Д. Положительные и отрицательные аспекты реструктуризации интернатных учреждений / Л. Д. Гулина // Научные проблемы гуманитарных исследований: выпуск 2. – Пятигорск: Институт региональных проблем российской государственности на Северном Кавказе, 2010. – С. 258-263.
- Гулина Л. Д. Роль детских домов в социализации детей-сирот / Л. Д. Гулина // Известия Уральского государственного университета. Серия 1: Проблемы образования, науки и культуры. – Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2010. – С.45-50.
- Гулина Л. Д. Социализация осиротевших детей в условиях детского дома: региональный аспект. - Монография: LAP LAMBERT Academic Publishing GmbH and Co. KG., Saarbrucken, 2012. – 100 с.
- Шайдукова Л. Д. Особенности социализации детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей, в условиях детского дома: монография. - Бирск: Бирский филиал Башкирского государственного университета, 2015. – 200 с.
- Социально-педагогическая помощь детям, оставшимся без попечения родителей: Учебно-методическое пособие, дополненное и переработанное / под ред Л. Д. Шайдуковой. — Бирск: Бирский филиал Башкирского государственного университета, 2015. – 165 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ФГБОУ ВО "Башкирский государственный университет" (Бирский филиал). Шайдукова Лиана Димовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский государственный университет. Бирский филиал. Официальный сайт. Главная » Образование » Социально-гуманитарный факультет » Кафедра социальной педагогики и социальной работы. Члены кафедры социальной педагогики и социальной работы: кандидат социологических наук, доцент Шайдукова Лиана Димовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2018)