Гусев (хикәйә)
«Гусев» | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Гусев — А. П. Чехов хикәйәһе. 1890 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр ошо уҡ йылдың 25 декабрендә «Новое время» гәзитендә баҫыла.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Суворинға 9 декабрҙә яҙған хатында Антон Чехов ысын тормоштан бер сюжет һүрәтләй: Сахалиндан кораблдә ҡайтып килгән сағында үлгән кешене диңгеҙҙә ерләүҙе тасуирлап яҙа. Тәүге тапҡыр хикәйә 1890 йылдың 25 декабрендә Новое время гәзитенең Раштыуа (№ 5326) һанында: «Коломбо, 12 ноябрь» тигән билдә менән баҫыла.
Хикәйә биш бүлектән тора. Бер аҙ стилистик төҙәтеүҙәр яһалғандан һуң, хикәйә 1893 йылда Палата № 6 баҫмаһында донъя күрә. Был йыйынтыҡ составында хикәйә үҙгәртелмәйенсә ете тапҡыр баҫыла (1893—1899 йылдар). Хикәйә нәшерсе Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа сығарған Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының алтынсы томына индерелгән.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, норвег, поляк һәм француз телдәренә тәржемә ителә.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫ Ҡөнсығыштан кораблдә ҡайтып килеүсе демобилизацияланған һалдаттар араһында рядовой Гусев һәм уның тураһында бер кем бер нимә лә белмәгән рухани Павел Иванович бар. Корабль лазаретында үпкә сиренән һалдат Гусев йоҡо ваҡытында үлеп китә. Уның үле кәүҙәһен ҡалын киндер тоҡҡа төрәләр ҙә, ҡыҫҡа ғына доға уҡығандан һуң, диңгеҙгә ташлайҙар.
Гусевтың үле кәүҙәһен диңгеҙ эсендә йөҙгән балыҡтар янынан һыу төбөнә төшөп барған саҡта акулалар өҙгөләй башлағанын яҙыусы тәфсирләп һүрәтләй.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәне ныҡ оҡшатыусылар араһында Пётр Чайковский[1] һәм Алексей Плещеев була. Һуңғыһы 1891 йылдың 12 ғинуарында: «„Нов<ое> врем<яла>“ яҙылған хикәйә өсөн ҙур рәхмәт: ҡәнәғәтләнеп уҡыным»[2],- тип яҙа.
В. Л. Альбов «Гусев» хикәйәһен Чеховтың иғтибары тышҡы шарттарҙың хыялланыусы кешеләрҙең хыялын һәләк итеүсе булыуҙың сәбәбенә йүнәлтелгән башҡа әҫәрҙәргә тиңләп ҡуя.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чехов А. П. Гусев // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1 January 1891 letter to brother Modest Chaykovsky.
- ↑ Рассказ Гусев. Иҫкәрмәләр 2017 йыл 15 май архивланған.