Эстәлеккә күсергә

Г. А. Шульцтың килем йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Г. А. Шульцтың килем йорто
Нигеҙләү датаһы 1902
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Улица Куйбышева[d]
Архитектор Шмидт, Карл Карлович[d]
Архитектура стиле архитектура модерна[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Г. А. Шульцтың килем йорто Викимилектә

Г. А. Шульцтың килем йортоСанкт-Петербургта тарихи йорт. Сауҙагәр Шульц Георгий Андреевич (Георг Шульц) өсөн архитектор Карл Шмидт проекты буйынса 1901—1902 йылдарҙа төҙөлгән[1]. Иртә модернда «кирбес стиленең» сағыу өлгөһө, Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты.

Участкаһы һәм тәүге хужалары тураһында мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт яны участкаһы тураһындағы мәғлүмәттәр 1798 йылға тиклем күҙәтелгән. Ҡала төҙөлөшө планына ярашлы, участканы ике флигель һәм баҡса менән усадьба биләгән. XIX быуат башына хужаһы булып мещан Михаил Яковлев, 1822 йылда — ғәмәли статский советник Иван Григорьевич Лагода тора. Быуат урталарында биләмә архитектор Христофор Готлибовичҡа, 1860 йылдар башында — сауҙагәр Н. Г Турновҡа, ә һуңынан уның тол ҡатынына күсә. Был осорҙа усадьбаны үҙгәртеп ҡоралар, элекке төп ағас йортто ташта ҡоралар, ҙурайталар, мезонин өҫтәп төҙөйҙәр, флигелде үҙгәртәләр. Шул саҡта уҡ ҡышҡы баҡса, ике яруслы башняһы менән беседка барлыҡҡа килә. 1856 йылдан 1890 йылға тиклем участка хужаһы архитектор Е.Е. Аникин, унан һуң статский советник Л. Е. Кенинг була[2][1].

1900 йылда Георгий Андреевич Шульц участка һатып ала, уның саҡырыуы буйынса архитектор Карл Шмидт өс ихата корпусы менән биш ҡатлы килем йортоноң проектын төҙөй. 1901 йылдың 29 майында проектҡа ҡул ҡуйыла һәм төҙөлөш башлана, әммә 1902 йылда уға үҙгәрештәр индерелә — ихата яғынан төп корпусҡа мансарда өҫтәлә. 1909 йылда икенсе өҫтәмә була: инженер Герасимов проекты буйынса ике ихата флигеленә берәр ҡат өҫтәлеп төҙөлә[2][1].

Бина трапеция формаһында төҙөлә һәм планында каренан ғибәрәт. Урамлың ҡыҙыл һыҙығынан фасад визуаль өс эркер менән өлөштәргә бүленә, һул һәм уң өлөштәрҙә ике үтеп йөрөү аркаһы аша йәшәүселәрҙең экипажы эске ихатаға үтә. Фасадты эшләүҙә архитектор «кирбес стиле» ысулын ҡуллана — стеналар һары һәм ҡыҙыл кирбестән һалына, уйым-ара стенаны һәм цоколде гранит менән башҡаралар[3]. Төп художество сараһы булып метал декоры тора: тәҙрәләрҙең фасад рәшәткәләре, подъездар өҫтөндәге аҫма түбәләр, байраҡ тотоп тороусы яйланмалар һәм модерндың үҙенсәлекле стилендәге башҡа деталдәр йортҡа баҙыҡлыҡ өҫтәй. Шул уҡ алым интерьерҙарын биҙәгәндә ҡулланыла — мәҫәлән, яндауырҙар һәм баҫҡыс ситтәрендә[1][2].

Билдәле йәшәүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылға тиклем фатирҙарҙың береһендә Фаберже магазины хужаһы М.А. Гурье йәшәй. 1904 йылдан 1935 йылға тиклем бинала Аҡса һуғыу йортоноң миҙал эшләүсеһе һәм Ленин орденының авторы академик А. Ф. Васютинский йәшәй. Шулай уҡ Шульце йортонда медицина докторы С.А. Новотельнов, статский советник. Н. М. Соколов, ә 1905—1913 йылдарҙа — архитекторҙар А.Р.Гавеман һәм Ф.Ф. Миритц йәшәй. Совет йылдарында, 1960 йылдарҙан 1970 йылдарға тиклем йортта актерҙар Я.О. Лебзак һәм уның ире К.И. Адашевский йәшәй[4].

2013 йылда беренсе ҡаттағы 1 -се фатирҙы һатып алалар һәм торлаҡ булмаған статус иҫәбенә күсерәләр, 2015 йылда яңы милексе йәшәүселәргә хәбәр итмәйенсә һәм КГИОП рөхсәтенән тыш үҙ белдеге менән фасадтың реконструкцияһын башлай[5][6].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия регионального значения «Дом Г. А. Шульца» (3 июль 2019). Дата обращения: 3 ғинуар 2020. 2020 йыл 4 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия регионального значения «Дом Г. А. Шульца». Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (19 ноябрь 2018). Дата обращения: 3 ғинуар 2020. 2020 йыл 7 декабрь архивланған.
  3. Булах, Абакумова, 1992
  4. Привалов, 2013
  5. Дом на Куйбышева, 22: тот или уже не тот? Карповка (2015-0-11). Дата обращения: 3 ғинуар 2020. 2017 йыл 27 ноябрь архивланған.
  6. Куйбышева, 22: КГИОП не выдавал разрешения на переустройство окна в крыльцо. Карповка (3 октябрь 2015). Дата обращения: 3 ғинуар 2020. 2017 йыл 4 май архивланған.
  • Кириков Б. М. Архитектура Петербурга конца ХIХ-начала ХХ века: Эклектика, Модерн, Неоклассицизм. — СПб.: Коло, 2006. — С. 235—241. — 447 с. — ISBN 5-901841-36-0.
  • Привалов В. Д. Улица Куйбышева // Улицы Петроградской стороны. Дома и люди / под ред. Середнякова В. Н. — 2013. — ISBN 9785227042583.
  • Булах, А. Г., Абакумова Н. Б. Каменное убранство главных улиц Ленинграда. — Изд-во С.-Петербургского университета, 1992. — С. 95.