Давыдов усадьбаһы (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Давыдов усадьбаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хамовники[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/От Пречистенской наб. до Пречистенки[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться улица Пречистенка, 17/8, строение 5
Карта
 Давыдов усадьбаһы Викимилектә

Давыдов усадьбаһы — Мәскәү ҡалаһындағы усадьба, Пречистенка урамы, 17/10 адресы буйынса урынлашҡан. Мәҙәни мираҫ объекты[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуаттың икенсе яртыһында төп йортто, баҡса һәм флигелде үҙ эсенә алған усадьба Барыков тыҡрығынан алып Сеченов урамына тиклем булған кварталды биләгән. Төп йорт 1770 йылдарҙа төҙөлгән, был ваҡытта уның хужаһы Мәскәү полицмейстеры Архаров Николай Петрович булған. Бина стиле иртә классицизмға ҡарай. Ошо уҡ ваҡытта төп ихатаны ике яҡтан кәртәләүсе бер ҡатлы флигелдәр төҙөлгән. 1812 йылда янғындан зыян күргән усадьба артабан яңынан тергеҙелә. Йорт ярым түңәрәк тәҙрәле мезонин менән тамамлана, фасады төп инеү урынының ике яғынан ике һәм бер ҡатлы коринф колонналар менән биҙәлгән. 1830 йылда төп йорттоң ҡабырғаларына һәм флигелдәренә төкәтмә төҙөлгән, ә 18691874 йылдарҙа архитектор А. Л. Обер ағас ҡаралтыларҙы таш менән алмаштырып ҡорған[3].

Архаровтан һуң усадьбаны генерал Г. И. Бибиков биләгән. 1835—1837 йылдарҙа усадьба шағир Денис Васильевич Давыдовтыҡы була, уға бында ҡунаҡҡа Александр Сергеевич Пушкин килеп йөрөй. Һуңынан усадьбала С. А. Арсеньеваның ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы урынлаша[3] 1930 йылда йортта Вера Фигнер йәшәгән[4]. Совет осоронда йорт КПСС район комитетына бирелә.

Фасадында Д. В. Давыдов иҫтәлегенә А.Котырев эшләгән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[5].

Әлеге ваҡытта усадьба тергеҙелгән, әммә үҙенсәлекле интерьерҙары юғалған[5], башҡа мәғлүмәттәр буйынса XIX быуат һүрәттәре һаҡланған[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Протокол секции № 1 «Историко-культурная экспертиза объектов» ИКЭС при МКН № 1/37 от 19.02.2009
  2. Городская усадьба Бибиковых - Д.В. Давыдова, XVIII-XIX вв. Департамент культурного наследия города Москвы. Дата обращения: 21 май 2015. 2015 йыл 21 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Москва: Энциклопедия, 1997, с. 243
  4. Лица Москвы:Фигнер Вера Николаевна
  5. 5,0 5,1 Усадьба Дениса Давыдова. Узнай Москву. Дата обращения: 20 май 2015. 2015 йыл 21 май архивланған.
  6. Москва: Архитектурный путеводитель / Ирина Леонидовна Бусева-Давыдова, Мария Владимировна Нащокина, М. И. Астафьева-Длугач. — М.: Стройиздат, 1997. — С. 285. — 512 с. — ISBN 5-274-01624-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия «Москва», 1997.