Дала Ҡурғаны
Ҡасаба | |
Дала Ҡурғаны | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
свх. №2 Овцевод, Фрунзе |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86372 |
Почта индексы |
347602 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Дала Ҡурғаны — Ростов өлкәһе Сальский районындағы ҡасаба. Маныч ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1907 йылдың 4 ноябрендә Столыпин реформаһы ваҡытында нигеҙ һалынған. Бында ат заводы хужаһы Феодонтий Яковлевич Корольковтың поместьеһы урынлашҡан булған. Халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ була: һарыҡ һәм йылҡы үрсетәләр. 1922 йылда агробаза ойошторола. Агробазаның сәсеү майҙаны 400 гектар тәшкил итә. 1924 йылда мәктәп асыла. 1926 йылда агробаза урынында тоҡомсолоҡ хужалығы (Племхоз № 2) ойошторола. 1934 йылда тоҡомсолоҡ хужалығы Будённый исемендәге ат заводы составына индерелә (4-се бүлек). 1937 йылдан — Халыҡ оборона комиссариатының Маныч хәрби ат заводы. 1941 йылда совхоздың малы Волга аръяғына һәм Кавказ аръяғына эвакуациялана. 1944 йылда кире ҡайтарыла. 1945 йылдың 31 ғинуарында хужалыҡҡа «М. В. Фрунзе исемендәге 161-се хәрби ат заводы» исеме бирелә. 1955 йылда Фрунзе исемендәге совхоз тип үҙгәртелә[2].
1965 йылда яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. 1967 йылда Мәҙәниәт йорто асыла. 1968 йылда Фрунзе Михаил Васильевичҡа һәйкәл ҡуйыла. 1969 йылда ауылдаш фронтовиктарға һәйкәл асыла. Мәрмәр плитәлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарының исемдәре соҡоп яҙылған. 1978 йылдың 1 ғинуарынан совхоз Төньяҡ-Кавказ институтының орлоҡсолоҡ буйынса тәжрибә хужалығы булып китә. Төп тармаҡ — һарыҡсылыҡ[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Сальск ҡалаһынан 70 км төньяҡ-көнбайышта, Веселовское һыуһаҡлағысы ҡултыҡтарының береһенең яр буйында урынлашҡан.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
1045 |
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һуғышсыларға һәйкәл һәм туғандар ҡәберлеге.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дала Ҡурғаны ҡасабаһы өсөн һуғышта һәләк булыусыларға һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарына һәйкәл 36 һәләк булған һуғышсы ерләнгән туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған. Һәйкәл Дала Ҡурғаны ҡасабаһының уртаһында тора.
Һәйкәл һәләк булған иптәштәренең ҡәбере өҫтөндә торған һалдат скульптураһынан ғибәрәт. Һалдат скульптураһы монолит бетондан эшләнгән. Скульптуранан уң яҡта горизонталь стена ҡуйылған, унда Совет Армияһының һәр төрлө ғәскәрҙәре һалдаттарының барельеф һүрәте күренә. Стенала яҙыу эшләнгән: «Туҡта! Был фамилияларҙы иҫтә ҡалдырығыҙ, һәр исемдең артында һеҙҙең менән беҙ бәхетле йәшәһен өсөн бирелгән, үҙҙәренең ғүмере бар ине. 1941—1945 йылдарҙа Ватанды азат итеү өсөн һуғышта һәләк булған һуғышсы-ауылдаштарға дан».
Һәйкәл алдында һуғыш йылдарында һәләк булған ауылдаш һуғышсыларҙың исемдәре яҙылған өс мәрмәр ҡәбер ташы ҡуйылған. Һәйкәл 1969 йылдың 9 майында асыла. Һәйкәлдең авторҙары рәссам Джалуханян һәм скульптор Салгоян.
2004 йылда һәйкәл реставрациялана, һуғышсылар исеме яҙылған таҡта яңыртыла. 2010 йылда һәйкәл эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелә һәм ҡабаттан реставрация үткәрелә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Степной Курган. Памятник воинам, погибшим в годы Великой Отечественной войны |