Дан ҡурғаны (Мозырҙағы мемориал)
Дан ҡурғаны | |
---|---|
Ил: | Беларусь |
Бейеклеге: | 45 м |
Төҙөлөү датаһы: | 1967 йыл |
Координаталар | 52°02′52″ с. ш. 29°15′18″ в. д.HGЯO |
|
«Дан ҡурғаны» мемориаль комплексы —Белоруссияның Гомель өлкәһе Мозырь районының Мозырь ҡалаһы ситендә урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған һәйкәл.
Тарихы һәм тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дан ҡурғаны» мемориаль комплексы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған һәйкәл. Мозырь ҡалаһы 1941 йылдың 22 авгусынан 1944 йылдың 14 ғинуарына саҡлы, 875 көн дауамында, фашистар тарафынан оккупацияланған була[1]. 1-се Белорус фронты ғәскәрҙәре һәм Полесье партизан берләшмәһе соединение яугирҙары 1944 йылдың 14 ғинуарында Мозырь ҡалаһын немец илбаҫарҙарынан азат иткән, ҡала өсөн барған һуғыштарҙа совет армияһының 17 часы һәм берләшмәһе Мозырь исемен алған[1]. 1967 йылдың 14 ғинуарында Мозырь ҡалаһы ситендә Мозырҙы немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүгә 23 йыл тулыу айҡанлы митинг үткәрелә, бында мемориалдың беренсе объекты — «Абаронцам Радзiмы ад мазыран» тип яҙылған күп метрлыҡ Куб асылған. 1967 йылдың 7 ноябрендә, Совет власының 50 йыллыҡ юбилейын байрам иткән көндә, һәләк булған яугирҙарға һәйкәл-обелиск асыла һәм улар хөрмәтенә Мәңгелек ут тоҡандырыла[1].
«Дан ҡурғаны» мемориаль комплексы Октябрь революцияһының 60 йыллығы байрамы алдынан яңыртылған, ҡаланың һәм райондың тарҡау граждандар зыяраттарында күмелгән яугирҙар һәм партизандар ерләнгән Туғандар ҡәберлеге. Һалдат мәйеттәре эксгумацияланған һәм тантаналы рәүештә ҡабаттан ерләнгән[1].
«Дан ҡурғаны» мемориаль комплексы тағы ике һәйкәл: блокадник һаҡсылары хөрмәтенә һәм һәйкәл Ленинградта ҡамауҙа ҡалып, уны һаҡлағандар һәм Афғанстанда алышып һәләк булған яугир-интернационалистар хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле билдәләр менән тулыландырылған, мемориал таш янына совет һалдаттарының ҡаны менән һуғарылған афған ере һалынған капсула күмелгән.
Бөгөн «Дан ҡурғаны» мемориаль комплексы — был күп композициялы ҡоролма: 45 метрлыҡ стела, гранит постаментҡа ҡуйылған 1938 йыл өлгөһөндәге гаубица менән куб, Совет армияһы яугирҙәре һәм 1944 йылда Мозырҙы азат иткәндә һәләк булған Полесье партизандар берләшмәһе партизандары ерләнгән, эргәһендә Мәңге ут янған Туғандар ҡәберлеге, Ленинград ҡамауында ҡалып, уны һаҡлағандар һәм Афғанстанда алышып һәләк булған яугир-интернационалистар хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле билдәләр, шулай уҡ асыҡ һауала торған хәрби техника ҡоролмалары[2].