Эстәлеккә күсергә

Дауыл хәбәрсеһе һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дауыл ҡошо һымаҡтар битенән йүнәлтелде)
Дауыл хәбәрсеһе һымаҡтар

Кап күгәрсене (Daption capense)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Procellariidae Leach, 1820


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Дауыл хәбәрсеһе һымаҡтар[1] (лат. Procellariidae) — диңгеҙ ҡоштары ғаиләһенән дауыл хәбәрсеһе һымаҡтар отрядынан. Дауыл ҡоштары төрөнә күп һанлы, башлыса, уртаса ҙурлыҡтағы ҡоштар инә. Был ғаилә ҡоштары бөтә океан ярҙарында ла осрай,күберәк өлөшө - Көньяҡ ярымшарҙа.

Дауыл хәбәрсеһе ғаиләһенә ҡарағандарҙың бөтәһендә лә суҡышының өҫкө өлөшөндә торбаға оҡшаш ике тишек бар,улар аша ашҡаҙан һутын һәм диңгеҙ тоҙон бүлеп сығаралар.Суҡышы оҙон, кәкре һәм бик осло. Был тайғаҡ табыш тоторға ярҙам итә, мәҫәлән балыҡты .

Дауыл ҡоштарының ҙурлығы төрлөсә. Иң бәләкәй төрө - кесе дауыл ҡошо: оҙонлоғо 25 см тәшкил итә, оҙонлоғо — 25 см., ә ҡанаттарының һелтәме - 60 см. ауырлығы -170 г. Башҡа төрҙәре лә унан артыҡ эре булмай. Тик гигант дауыл ҡоштары ғына ҙур булмаған альбатросты хәтерләтә.Уларҙың ҙурлығы бер метрға, ҡанаттарының һелтәме-2 м., ауырлығы 5 кг тиклем етергә мөмкин.

Дауыл ҡоштарының ҡауырһыны аҡ, һоро, көрән йәки ҡара төҫтә. Бөтә төрҙәре лә айырылып тормай, ә ҡайһы берҙәре бер-береһе менән оҡшаш, хатта уларҙы айырыуы бик ауыр. Дауыл ҡоштарында күренеп торған енси диморфизм күҙәтелмәй,фәҡәт,инәләрендә генә саҡ-саҡ беленеп тора.

Бөтәһе лә бик яҡшы оса, әммә төрөнә ҡарап осоу стилдәре төрлөсә. Уларҙың тәпәйҙәре,ҡанаттары менән сағыштырғанда,ныҡ үҫешмәгән һәм артта алыҫ урынлашҡан.

Туй осорон иҫәпләмәгәндә,дауыл ҡоштары һымаҡтар үҙҙәренең бөтә ғүмерҙәрен диңгеҙҙә үткәрәләр,хатта улар иң ауыр һауа шарттарына ла яраҡлашҡандар. Уларҙың аҙығы булып бәләкәй балыҡтар һәм һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөүсе умыртҡаһыҙ диңгеҙ хайуандары тора.Дауыл ҡоштары , ҡағиҙә булараҡ, яр буйына, йыш ҡына текә ҡая йә таш өйөмөнә оялайҙар. Улар бер генә йомортҡа һалалар. Йомортҡалары аҡ ҡабыҡлы,үҙҙәре менән сағыштырғанда йомортҡалары ғәйәт ҙур.Йомортҡа баҫып ултырыу осоро 40- көндән 60 көнгә тиклем дауам итә.Бәләкәй төр дауыл ҡоштрының балалары 50 көндән оса башлай,эре төрҙәренең оса башлауҙары 120 көндән һуң һанала.

Дауыл хәбәрсеһе һымаҡтар 14 ырыу менән ике ғаиләгә бүленә.[2][3]:

Fulmarinae ғаиләләре — шыуып осоусы ҡоштар һыу өҫтөнән ризыҡ табалар, ашағанда һыуҙа ултырып торалар;улар һыуға сумырға аҙ йәки бөтөнләй яраҡлашмағандар.

Ярым Puffininae — осоштар планлаштырыла менән ҡош, ҡанат сиратлашыуы взмах йыша, тишә һәләтле һәм һыу наряд йыш ҡына ауыл (ырыу төрҙәре бигерәк тә күп Puffinus) йәй нисек килә, шулай ултыра торған хәл.

  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 15. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Птицы СССР. История изучения. Гагары, поганки, трубконосые / Иличев В. Д., Флинт В. Е. (отв. редакторы) — М.: Наука, 1982. — 446 с.
  3. BirdLife International (2010) Список птиц мира с указанием охранного статуса и источников классификации от BirdLife. Версия 3(недоступная ссылка)(инг.)