Дафне Каруана Галиция
Дафне Каруана Галиция | |
ингл. Daphne Caruana Galizia | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
16 октябрь 2017[2] (53 йәш) |
Ил | |
Дафне Каруана Галиция Викимилектә | |
Дафне Анна Каруана Галиция (ингл. Daphne Caruana Galizia, тыуғанда — Велла, Vella; 26 август 1964, Слима, Мальта таж колонияһы — 16 октябрь 2017, Бидния, Мальта) — Мальта журналисы, коррупцияны һәм илдең юғары вазифалы чиновниктарҙың ойошҡан енәйәтселек менән бәйләнештәрен тикшереүҙә махсуслашҡан сәйәси күҙәтеү яһаусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылдың 26 авгусында бизнесмен ғаиләһендә тыуған. Мальта университетын тамамлай. Йәш саҡтан әүҙем сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Властар тарафынан ҡулға алына.
Times of Malta көндәлек гәзитендә журналист булып эшләй.
Уның журналистик тикшеренеүҙәренең төп темаһы - хөкүмәттә коррупция, әшнәлек, «ҡыйыҡ булыу» (енәйәттәрен йәшереү), «аҡсаларҙы йыуыуҙа», ҡомарлы уйындар инсдустрияһы һәм ойошҡан енәйәтселек менән бәйләнештәрҙә ғәйепләү.
Панама документтары темаһына публикациялары арҡаһында билдәлелек яулай[4]. 2016 йылда Мальтаның премьер-министры Джозеф Мускатты ҡатыны менән бергә, Әзербайжан президенты Илһам Алиевтың ғаиләһе менән бәйле компанияларҙан түләүҙәрҙе йәшәереү маҡсатында офшор банк иҫәптәрен ҡулланыуҙа ғәйепләй.
Журналист Мальта сәйәсмәндәренең дизель яғыулығын контрабандалауға бәйле Ливия-Италия афераһына ҡағылыуы менән ҡыҙыҡһынған. Яғыулыҡты контрабандалауға Ливияның кешеләрҙе һатыусылары һәм Сицилия мафияһы ағзалары йәлеп ителеүе мөмкин.
Үлтерелеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 16 октябрендә Бидния ауылынан үҙ йортонан машинаһы менән сыға һәм бер нисә секундтан һуң шартлау яңғырай. Дафне уның автомобиенә һалынған бомбаның шартлауы һөҙөмтәһендә һәләк була. Дәүләт властарының вәкиле хәбәр итеүенсә, машинаға ҡуйылған шартлатыу ҡоролмаһы кеҫә телефоны аша дистанцион рәүештә эшләтелгән.
Йәмәғәт журналисты үлтереүгә асыуланған. Мальта Хөкүмәте журналистың һәләк булыуында ғәйепләнеүселәрҙе билдәләүҙә ярҙам иткән мәғлүмәт өсөн 1 миллион евро награда иғалн итте. WikiLeaks нигеҙләүсеһе Джулиан Ассанж был мәғлүмәт өсөн 20 мең евро аҡсалата награда иғлан итте.
2018 йыл аҙағындаTimes of Malta баҫмаһы полицияла сығанаҡтарға һылтанып, төп шикләнеүселәр билдәләнеүе хаҡында хәбәр итте, әммә тикшереү ҡасанға тикле һуҙылыуына яуап бирә алманы.
2019 йылдың 20 ноябрендә ҙур йоғонтоға эйә булған бизнесмен Йорган Фенек ҡулға алынғандан һуң, үлтереү тураһында эшкә йәмәтселек иғтибары бик тиҙ артты. Фараз буйынса, Каруана Галиция тикшеренеүҙәрендә телгә алынған сәйәсмәндәр, шул иҫәптән Мальта премьер-министры хакимиәте башлығы Кит Шембри һәм туризм министры Конрад Мицц, Фенектың етәкәләгән компания аша офшорға аҡса сығарғандар.
Шембриның йортонда тентеүҙәр уҙғарылған, шулай ул үҙе ҡулға алынған. Мицци һәм Шембри отставкаларға китеүҙән тыш, иҡтисад министры Кристиан Кардон, шулай уҡ хөкүмәттә үҙ бурыстарын башҡарыуҙы ваҡытлыса туҡтатыуын белдерҙе. Полиция иҫәпләүенсә, үлтереүҙе башҡарғанда Мелвин Теуме аралашсы булған, уға енәйәтселек эҙәрлекләнеүҙәренән иммунитет бирелгән. Теуме раҫлауынса, уның ҡулында үлтереү контексында Шембри телгә алынған аудиояҙмалар бар[5].
Бынан һуң Валеттала меңәрләгән протест белдереүселәр журналистты үлтереү тураһында эштә ғәҙел хөкөмдө тәьмин итеү маҡсатында премьер-министр Джозеф Мускатты отставкаға китеүе тураһында саҡырыуҙар менән урамдарға сыҡты. 2019 йылдың 1 декабрендә Джозеф Мускат 2020 йылдың ғинуарында отставкаға китеүен хаҡында иғлан итә[6].
2021 йылдың 23 февралендә Мальта суды журналистты үлтергән өсөн Винс Мускатты 15 йылға иркенән мәхрүм итте. Ул прокуратура менән килешеү төҙөй һәм уның сиктәрендә үлетереү тураһында мәғлүмәт бирә. Үҙ ғәйебен танығандан һуң полиция тентеү уҙғара һәм өс кешенә ҡулға алына. Улар үлтереүҙә ҡулланылған шартлатҡыс биреүҙә ғәйепләнә[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Daphne Caruana Galizia // https://pantheon.world/profile/person/Daphne_Caruana_Galizia
- ↑ Malta car bomb kills Panama Papers journalist — 2017.
- ↑ https://www.unesco.org/en/safety-journalists/observatory/0084fd85-765b-466a-9b3a-053c2421f6c1
- ↑ На Мальте при взрыве автомобиля погибла журналистка . ТАСС (16 октябрь 2017). Дата обращения: 17 ғинуар 2020.
- ↑ Левченок, Григорий. Два года назад на Мальте убили самую известную журналистку — она расследовала коррупцию в правительстве. Отставки начались только сейчас . Meduza (27 ноябрь 2019). Дата обращения: 17 ғинуар 2020.
- ↑ Юшков, Михаил. Премьер Мальты объявил об уходе в отставку из-за убийства журналистки . РБК (2 декабрь 2019). Дата обращения: 17 ғинуар 2020.
- ↑ Суд на Мальте приговорил к 15 годам тюрьмы первого обвиняемого в убийстве самой известной журналистки страны