Эстәлеккә күсергә

Мирабель Һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дворец Мирабель битенән йүнәлтелде)
Мирабель Һарайы
нем. Schloss Mirabell
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Австрия
Административ-территориаль берәмек Зальцбург
Урынлашҡан урамы Mirabellplatz[d]
Урын Старый город Зальцбурга[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 426 метр
Хужаһы Райтенау, Вольф Дитрих фон[d]
Архитектор Иоганн Лукас фон Хильдебрандт[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of protected monuments of the Historic Centre of the City of Salzburg/M–Q[d]
Мираҫ статусы объект архитектурного наследия Австрии[d]
Адрес Mirabellplatz 3-4[1]
Рәсми сайт salzburg.info/en/sights/…
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Mirabell Castle[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Schloss Mirabell[d]
Карта
 Мирабель Һарайы Викимилектә

Мирабель Һарайы (нем. Schloss Mirabell) — Зальцбург ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы, үҙенең баҡсаһы арҡаһында ҡаланың иң билдәле иҫтәлекле урындары иҫәбенә инә.

Һарай, һарай яны баҡсаһы һәм уратып алған төҙөлөш ҡаралтылары ЮНЕСКО-ның һаҡлауы аҫтындағы архитектура ҡомартҡыларына ҡарай.

Һарай 1606 йылда епископ Вольф Дитрих фон Ратенау тарафынан һөйгәне Соломия Альт өсөн төҙөлә һәм тәүҙә Альтенау Һарайы тип атала. 1612 йылда епископ ҡулға алынғандан һуң уның энеһе һәм һарайҙың яңы хужаһы Маркус Ситтикус фон Хохенемс ағайының һөйәркәһен һәм уның 15 балаһын һарайҙан ҡыуып сығаралар. Бер нәмә лә унан алдағы хужаның хурлығын иҫкә төшөрөп тормаһын өсөн, Маркус Ситтикус һарайҙың исемен үҙгәртә, һарайҙы Мирабель тип атай, был һүҙ итальян теленән тәржемә иткәндә «бик матур» (итал. mirabile 'изумительный' һәм bella 'матур') тигәнде аңлата.

Һарай күп тапҡыр яңынан төҙөлә һәм 1727 йылда һуңғы күренешен ала. Баштағы төҙөлөштән тик подвалдағы бүлмәнең көньяҡ-көнсығыш ҡабырғаһының өлөшө генә ҡала.