Эстәлеккә күсергә

Дева (замок)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дева
Нигеҙләү датаһы 1242
Рәсем
Дәүләт  Румыния[1]
Административ-территориаль берәмек Дева[d] һәм Хунедоара[d][1]
Урын Дева[d][1]
Обитатель Янош Хуньяди[d]
Мираҫ статусы культурная ценность Румынии национального уровня[d][1]
Рәсми сайт cetateadeva.ro
Указания, как добраться „Dealul Cetății”[1]
Карта
 Дева Викимилектә

Дева (рум. Cetatea Devei) — Румынияның Дева ҡалаһы янындағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә урта быуаттың емерелгән замогы

Яҡынса исеме - «Дева» боронғо дак «dava» (ҡәлғә) һүҙенән килеп сыҡҡан [2]. Икенсе версия буйынса, ҡалаға һәм ҡәлғәгә исемде британ ҡалаһы Деванан (хәҙер — Честер) күсерелгән легион Август II бирә. Тәүге (дако-рим) Дева ҡәлғәһенең артабанғы яҙмышы фәнгә билдәһеҙ...

Урта быуат Дева замогы (уның тирәләй үҫкән, йәки элек булған шул исемле ҡала) Муреш йылғаһының һул ярында, ҡала кварталдары өҫтөнән ҡалҡып торған вулкан сығышлы конус рәүешле убала төҙөлгән. Был уба Пояна-Руска тау системаһы армыттарына ҡарай.

Ҡәлғәнең тәүге яҙма телгә алыныуы 1269 йылға ҡарай, Венгрияның короле һәм Тансильванияның кенәзе Иштван V «король һарайы Деваны» граф Чилға, йәки Чалничҡа бирә[3]. Дева замогы Трансильванияның ныҡлы таяныстарының береһе булып һанала. 1273 йылда уның диуарҙары аҫтында шул саҡтағы Венгрияның палатины полководец Петер I Чак[4] кумандарҙы (ҡыпсаҡтар) аяуһыҙ ҡыйрата. Был күренекле Матуш Чактың атаһы була[5]. XIII быуат аҙағында Дева замогына Трансильванияның воеводаһы Ласло Кан (Ladislaus Kán) хужа була. Ул һарайҙа көслө гарнизон һәм үҙенең һарай яны штатын урынлаштыра.

1307 йылда Дева ҡала статусын ала. Урта быуат карталарында ҡала һәм Дева замогы «Дева», «Деван» һәм «Димрих» исеме аҫтында телгә алына.

Кенәз Янош Хуньяди хакимлығы йылдарында Дева Трансильванияның хәрби һәм административ үҙәге була. 1550 йылда һарай уны ҡамаған төрөк-ғосмандарҙан зыян күрә. 1552 йылда император Фердинанд I Эгерҙы батырҙарса һаҡлаған капитан Добо Иштванға Трансильванияның Денва һәм Самошуйвар замоктарын (Szamosújvár, хәҙер Герла Румынияла) бүләк итә[6]. Добо Деваны ентекләп реконструкциялай. 1553 йылда Иштван Добо Трансильванияның воеводаһы итеп тәғәйенләнә. Трансильвания 1556 йылда Венгриянан айырылып сыҡҡандан һуң — Добо компенсация рәүешендә Лева (Léva) - хәҙер Словакияла Левице ҡалаһы) замогын ала.

1621 йылда Трансильвания кенәзе Габор Бетлен һарайҙы ренессанс стилендә үҙгәртеп ҡора.

1661 йылда бында Трансильвания кенәзе булып Михай I Апафи иғлан ителә.

1705 йылда Дева замогын Габсбургтар тиранияһына ҡаршы баш күтәргән Куруцалар яулай. 1705 йылдың 22 ноябренән 1706 йылдың февраленә тиклем Деваның коменданты булып үрҙә телгә алынған Чактар ырыуының бер тармағы вәкиле Андраш Чаки (Csáky András) тора.

1849 йылда Деваны поляк сығышлы венгр генералы Юзеф Бем ала. 1849 йылдың 13 авгусында уның сигенеүе ваҡытында ҙур янғын була. Һарай арсеналында дары шартлауы урта быуат ҡомартҡыһын юҡҡа тиерлек сығара.

1918 йылда Дева һарайы (Трансильвания составында) Румынияға күсә.

Замок биләмәһе ҡурсаулыҡ статусына эйә. Әлеге ваҡытта һарайҙы реставрациялау бара.

Туристарға убаның иң текә битләүенә менер өсөн ҡыя лифт ҡуйылған (рум. telecabina)[7][8].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ro&srlang=ro&srid=HD-II-a-A-03216 — 2017.
  2. В античной Дакии имелись города-крепости Pelendava, Piroboridava и Zargidava.
  3. Биографические сведения о нём минимальны. Графу Чилу также принадлежал трансильванский замок Чалнич, впервые упомянутый в том же 1269 году.
  4. Csák Peter, «Magister Pertrus de genere Chak», представитель венгерского дворянского рода Чак.
  5. Pór Antal Trencsényi Csák Máté. Budapest, 1888; Kristó Gyula Csák Máté. Budapest, 1986
  6. Gero L. Eger. Eger(?), 1954.
  7. Citadel Deva / Romania.
  8. Acces telecabină. 2019 йыл 20 февраль архивланған.
  • Octavian, Floca; Ben Bassa. Cetatea Deva. — București: Editura Meridiane, 1965. — С. 14. — (Monumentele patriei noastre).
  • Veszprémy, László. Chronicles in Charters. Historical Narratives (narrationes) in Charters as Substitutes for Chronicles in Hungary / Erik Kooper. — "The Medieval Chronicle III". — С. 194. — ISBN 90-420-1875-5.. — «Magister Pertrus de genere Chak, 1273, In castrum Feketeholm sub castro Deva viriliter dimicavit, quosdam captivando, quosdam perimendo, triumphalem victoriam reportavit;».
  • Bertényi I., Diószegi I., Horváth J., Kalmár J., Szabó P. Királyok Könyve. Magyarország és Erdély királyai, királynői, fejedelmei és kormányzói. — Budapest, 2004.
  • Györffy György István király és műve. — Budapest, 1983.
  • Hóman B., Szekfű G. Magyar Történet. — Budapest, 1935.
  • Kristó Gyula Csák Máté. — Budapest, 1986.
  • Kristó Gyula Korai Magyar Történeti Lexikon. — Budapest, 1994.
  • Kučera Matúš Cesta dejinami: Stredoveké Slovensko. — Bratislava, 2002.
  • Pór Antal Trencsényi Csák Máté. — Budapest, 1888.
  • Balogh Janos Egervar története. — Eger, 1881.
  • Bertényi I., Diószegi I., Horváth J., Kalmár J., Szabó P. Királyok Könyve. Magyarország és Erdély királyai, királynői, fejedelmei és kormányzói. — Budapest, 2004.
  • Gero L. Eger. — Eger(?), 1954.
  • Hóman B., Szekfű G. Magyar Történet. — Budapest, 1935.