Эстәлеккә күсергә

Демина-Качони йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Демина-Качони йорто (Таганрог)
Демина-Качони йорто
Файл:Таганрог. Грек урамы, 47 фото 010.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Грек урамы, 47
Архитектура стиле кирбес стиле
Нигеҙләнгән 1860-сы йылдарҙың башы
Статус мәҙәни мираҫ объекты

Демина-Качони йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Грек урамы, 47-се һанлы йорт. Йорт ике ҡатлы исемен үҙенең билдәле хужалары Качони Маргарита (башҡа мәғлүмәттәр буйынса фамилияһы Качиони тип уҡыла)[1] һәм Демина Александра фамилияларынан алған.

Грек урамы, 47-се йорт Таганрогта 1860-сы йылдарҙа кирбес стилендә төҙөлгән. Маргарита Качони — йорттоң беренсе хужаһы. Ул Төрөк һуғышында һәләк булған Ҡара диңгеҙ флоты геройы Александр Ликургович Качониҙың тол ҡалған ҡатыны. Александр Ликургович — Ламброс Качониҙың ейәне. 1906 йылда был йортто дворян ҡатын Александр Васильевна Демина һатып алған, бер мәғлүмәт буйынса 1915 йылға тиклем, икенсеһе буйынса — 1925 йылға тиклем йорт хужаһы була. 1926 йылда был йортта Таганрогта йәшәгән поляктарға дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. 27 сентябрҙә биналағы мәктәптә дәрестәр башлана. 1992 йылда йорт архитектура ҡомартҡыһы тип таныла һәм мәҙәни мираҫ объекты булараҡ һаҡлана[2].

Грек урамынан ҡарағанда ошо урамдағы 2 йорттоң күренеше асыла асыла. Уларҙың тәүгеһе — ике ҡатлы — тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип танылған. Уның фасады үҫемлек орнаменты, сандриктар, филенкалар һәм йоҙаҡ таш менән биҙәүле. Икенсеһе — бер ҡатлы — ХIХ быуат уртаһындағы типик йорт булып тора. Уның фронтоны фигуралы, йорт сандриктар, рустовкалы көрәктәр һәм модильондар менән биҙәлгән[3].