Дениз Текин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дениз Текин
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 7 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (26 йәш)
Тыуған урыны Измир, Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө музыкант
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 59 000 ± 99
 Дениз Текин Викимилектә

Һатиже Дениз Текин (1997 йылдың 7 июнендә Измир ҡалаһында тыуған) — төрөк йырсыһы һәм йырҙар авторы.

Тормош юлы һәм ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул Төркиәләге Эгей төбәгенең Измир ҡалаһында Дәүләт хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Иртә бала сағы Конакта үтә.

Уның ата-әсәһе стоматологияны өйрәнгән, һәм ҡыҙҙың бала сағы төрлө провинцияларҙа үтә. Башланғыс кластарҙы Мардинда, урта мәктәпте Газиантепта тамамлай.

Музыка менән 8 йәшенән, фортепиано менән флейтала уйнай башлағандан бирле, ҡыҙыҡһына. Мәктәптә уҡыған йылдарында урындағы музыкаль төркөмдәргә ҡушыла. Дафед ҡушаматы менән төрлө музыка майҙандарында (SoundCloud) үҙенең яҙмалары менән бүлешә һәм, билдәле йырҙарға каверҙар эшләп, тамашасылар иғтибарын йәлеп итә. 16 йәшенән бәләкәй генә кафела тере музыка башҡара. YouTube каналында яҙмалары 1-7 миллион тапҡыр тыңланыла.

Ул Стамбул, Анкара, Измир һәм Анталия ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай. Йырсы Калбен Текиндың тауышын юғары баһалай. Дениз Текин Boğaziçi Üniversitesi[1](Богазичи университеты)нда көнбайыш телдәрен һәм әҙәбиәтен өйрәнә.

2017 йылда ул үҙенең 9 йырҙан торған беренсе студия йыйынтығын — Kozakuluçka альбомын — сығара. Был альбомына үҙе башҡарған Әхмәт Кай һәм Юсуф Хаялоглуларҙың «Beni Vur» йыры буйынса башҡарған каверҙары ла ингән.

Һуңыраҡ ул Джан Озан менән бер нисә йыр башҡара.

Уның танылған йырҙарының тыштары иғтибарҙы йәлеп итә.

2019 йылда ул Susamam (Şanışer сығарған) рэп-проектында, музыкаль видео күренешендәге Рәжәп Тайип Эрдоған осорондағы критик биллингыһында ҡатнаша.[2][3]

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбом
  • Kozakuluçka (2017)
Яңғыҙ башҡарышта
  • «Bekledim Hep Oturup» (2017)
  • «Çözülmez» (2018)
  • «Yıldızlar» (2019)
  • «Sonradan Hep» (2020)
  • «Yanarım Yapsam Ne» (2020)
  • «Aman Ayrılık» (2020)
  • «Güneşe Doğru» (2020)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Deniz Tekin in der Internet Movie Database (englisch)

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deniz Tekin 2020 йыл 29 сентябрь архивланған., abgerufen am 11. Dezember 2019
  2. Genius: Deniz Tekin, abgerufen am 16. September 2018 (türk.)
  3. Ben hiç öldürülmedim! Deniz Tekin Susamam şarkısı ile kadına şiddete değindi| Deniz Tekin kimdir?, abgerufen am 11. Dezember 2019