Эстәлеккә күсергә

Дерби фарфор компанияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1772—1774 йылдарҙа эшләнгән вазалар, Derby Porcelain Factory

Royal Crown Derby Porcelain CompanyДерби ҡалаһында урынлашҡан, 1750 йылдан уҡ юғары сифатлы фарфор етештереүе менән билдәле булған[1] форфор етештереү компанияһы. Компания тарихы Гугенот Эндрю Планче (Andrew Planche) һөйәк фарфоры етештереүханаһын асыу менән башлана[1]. Ул башта ҙур булмаған ҡоштар һәм хайуандар һындарын эшләй[2]. Юғары дәрәжәләге әҫәрҙәр ижад итеү Уильям Дасбери (William Duesbury) менән танышырға мөмкинлек бирә. Виктория һәм Альберт музейында 1756 йылда төҙөлгән килешеү [2] һаҡлана (Articles of Agreement between John Heath of Derby, in the County of Derby, Gentleman, Andrew Planche of ye same Place, China Maker and Wm. Duesbury of Longton, in ye County of Stafford, Enameller). Был килешеү буйынса Эндрю Планче 1770 йылда Chelsea China Works and the Bow moulds компанияһын һатып ала Дерби ҡалаһынан оҫталарҙы күсерә. Мәҫәлән 1769 йылда ул замандың иң өҫта скульпторы Джон Бэкон (John Bacon)[2] килә; 1773 йылдан London Showroom Дерби фафор компанияһы киң танылыу яулай[1].

1758 йылда эшләнгән өс һын – хәҙер Detroit Institute of Arts мезейында һаҡлана

1775 йылда Георг III компания мисәтенә үҙенең батша тажын ҡуйырға рөхсәт итә, был компанияның юғары сифатлы изделиелар эшләү танытмаһы була. 1890 йылда королева Виктория ла шундай эш ҡыла, компанияға Royal Crown Derby Porcelain Company[1] исемен ул бирә. 1949 йылдың 27 июнендә компанияға королева Елизавета [2] килеүендә билдәләп үтергә кәрәк.

1776 йылда Дерби заводы төрлө һындар, вазалар етештереп үңышлы үҫә; Дасбери компания абруйын яҡлау өсөн билдәле Боу (Bow) фабрикаһын һатып ала. Был заводты һатып алғас оҫталарҙы Дерби етештереүханаһына күсереп уларҙың оҫталығын үҙләштерә.

Уильям Дасбери үлгәс уның улы Уильям Дасбери II компанияны Европалағы иң яҡшы компания итергә маҡсат итеп ҡуя. 1786-95 йылдарҙағы әҫәрҙәр әлегә тиклем коллекционерҙарға ҡыҙыҡһыныу уята. 1797 йылда ул 34 йәшендә вафат була (уның тол ҡатыны ирланд Майкл Кинға Michael Kean кейәүгә сыға[2]).Оҫталар башҡа фабрикаларға күсә, ваҡытлыса эштәр насарая. 1811 йылда фабрикаға етәксе булып Роберт Блур (Robert Bloor) килә. Был осорҙағы әҫәрҙәр япон стилендә (имари) биҙәлә. 1877 йылда завод асыла һәм әлеге көнгә тиклем дауам иткән диверсификация (мәҫәлән, һинд һәм фарсы стиле индерелә) осоро башлана [1]. Компания Беренсе Бөтә донъя һуғышы осоронда ла уңышлы эшләй, 1935 йылда King Street factory фабрикаһын һатып ала[2].

1938 йылғы Бөйөк депрессия осоронда Х. Т. Робинсон киләсәккә иҫәп тотҡан стратегин план уйлап сығара. Был план экспортҡа иҫәп тотоп эшләнә һәм дөрөҫ булыуын иҫбат итә. Планда 30 торлаҡ-йорт төҙөү һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләу ҡарала. Һуғыш ваҡытында күп кенә пенсионерҙар заводҡа урынлашып йәштәргә оҫталыҡтарын тапшыра.

1964 йылда компанияны S.Pearson and Son һатып ала һәм Allied English Potteries group компанияһы өлөшө була.

2000 йылда Пирсондар ғаиләһенән Хью Гибсон (Hugh Gibson) һәм компанияһының элекке директоры Royal Doulton компанияны һатып ала һәм Royal Crown Derby, үҙалла компания булып эшләй башлай [1].

Royal Crown Derby команияһы етештергән әҫәрҙәр күп музейҙарҙа урын алған, шул иҫәптән Виктория һәм Альберт муйзейе, Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 История компании на официальном сайте (ингл.).
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Royal Crown Derby Porcelain Co. Ltd. (ингл.).
  3. Derby Museum and Art Gallery (ингл.). Архивировано 26 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 26 сентябрь архивланған.