Эстәлеккә күсергә

Дехен мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дехен мәмерйәһе
Рәсем
Дәүләт  Германия
Асыу датаһы 1868
Мираҫ статусы cultural heritage monument in North Rhine-Westphalia[d]
Карта
 Дехен мәмерйәһе Викимилектә

Дехен мәмерйәһе, йәки Дехенхель (нем. Dechenhöhle) — Германияла туристарҙың иң күп барған урыны, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендәге Изерлон ҡалаһының тирә-яғында урынлашҡан.

1868 йылдың 10 июнендә тимер юлы төҙөгәндә ике эшсе сүкеште яңылыш ҡаяның тишегенә төшөрөп ебәрә. Сүкеште эҙләп, улар аҫҡа төшә, һәм, үҙҙәренең ғәжәпләнеүенә, сүкеште генә түгел, ә торбасыҡтар мәмерйәәһен аңғарып ҡала[1].

Мәмерйәне Рейнланд һәм Вестфалия ерҙәрен геологик тикшеренеүҙәрҙәге ҡаҙаныштары хөрмәтенә обербергхауптман хөрмәтенә Генрих фон Дехен тип атайҙар[2].

1869 йылда мәмерйәлә тәүтормош кешеләренең һәм хайуандарының ҡалдыҡтарын өйрәнеүсе археолог һәм палеонтологик Йоһанн Карл Фульротт Дехенхёлдең тәүге тасуирламаһын бирә[2].

Мәмерйәнең беренсе милексеһе булып шунда эшләгән беренсе асыусыларҙың урындағы тимер юлы компанияһы тора; һуңғараҡ «Deutsche Bundesbahn» федераль ойошмаһы үҙ милкенә ала. Дехенхёле мәмерйәһенә тимер юлы концерндары хужа булғас, туристарҙың ағымын арттырыу маҡсатында улар уның ҡаршыһында айырым станция төҙөй, был мәмерйә бөгөнгө көнгә тиклем Германияның уникаль мәмерйәһе булып һанала. 1983 йылда Дехенхёле «Mark Sauerland Touristik» компанияһына тапшырыла[3].

  1. Альтена. Пещера Дехенхеле. Дата обращения: 4 декабрь 2018. 2018 йыл 5 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Geschichtliches zur Dechenhöhle (нем.). Дата обращения: 4 декабрь 2018.
  3. Dechenhöhle (нем.). Дата обращения: 4 декабрь 2018.