Эстәлеккә күсергә

Джикич Ивица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джикич Ивица
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Хорватия[2]
Тыуған көнө 1977[3][4][5][…]
Тыуған урыны Томиславград[d], Герцегбосанский кантон[d], Босния һәм Герцеговина федерацияһы, Босния һәм Герцеговина, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Һөнәр төрө журналист, сценарий яҙыусы

Ивица Джикич (босн. Ivica Đikić; род. 11 март 1977, Томиславград, Босния һәм Герцеговина, Югославия) ― хорват һәм босний журналисы һәм яҙыусыһы[6].

1977 йылдың 11 мартында Югославияла Босния һәм Герцеговинаның Томиславград ҡалаһында тыуған.

16 йәшендә журналист булып эшләй башлай, «Слободна Далмация» көндәлек гәзитенә яҙа.

1996 йылда журналист булараҡ Ивица Джикич үҙе эшләгән Сплитта баҫылған «Feral Tribune» һул гәзитенең тематикаһына ҙур йоғонто яһай. Һуңынан Хорватияла бер нисә гәзиттә хеҙмәт итә. 2001 йылдан «Novi List» һәм башҡа хорват журналдарының мөхәррире була. Шулай уҡ сценарий яҙыусы булараҡ билдәле[6].

Ивица Джикич үҙенең беренсе романын 2003 йылда "Цирк «Колумбия» исеме аҫтында баҫтырып сығара, ул тәүге тапҡыр «Feral Tribune» нәшриәтендә донъя күрә. Романы өсөн Меши Селимович исемендәге премия менән бүләкләнә. Романдағы ваҡиғалар Босния һәм Герцеговинала яҙыусының тыуған ҡалаһы Томиславградта 1990 йылдар башында, туранан-тура Босния һуғышы алдынан бара.

2010 йылда "Цирк «Колумбия» китабы буйынса босний кинорежиссёры Данис Танович шундай уҡ исемле нәфис фильм төшөрә. Картина Анталиялағы Халыҡ-ара кинофестивалдә (2010) «Алтын әфлисун» премияһына лайыҡ була. Фильм шулай уҡ рәсми рәүештә Босния һәм Герцеговинанан 2010 йыл өсөн «Иң яҡшы сит ил фильмы» категорияһында «Оскар» премияһына тәҡдим ителә, әммә номинанттарҙың финал бишенә инмәй.

2004 йылда Джикич хорват сәйәси эшмәкәре, бойондороҡһоҙ Хорватияның икенсе президенты Степан Месичтың сәйәси биографияһын баҫтырып сығара. 2007 йылда Ивица Джикич «Feral Tribune» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Зефир ничего» исемле икенсе романын яҙа. Яңы китапҡа өс хикәйә: «Зелёный замок», «Попробуй уснуть, пожалуйста» һәм «Как будто ничего не произошло» инә.

  • "Цирк «Колумбия» (2003 г.) француз һәм итальян телдәренә тәржемә ителә; Меша Селимович исемендәге премия
  • «Цирк „Колумбия“» (2009), Данис Тановичтың фильмына сценарий авторҙашы сифатында.
  • «Поворот Родины» (2004)
  • «Зефир ничего: Зелёный замок — Попробуй уснуть, пожалуйста» — «Как будто ничего не произошло» (2007)
  • «Новине» хорват телесериалына сценарий.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1037151917 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France Record #16626526z // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  3. Ivica Djikić // (unspecified title)
  4. Ivica Djikić // CONOR.Sl
  5. Ivica Đikić // filmportal.de — 2005.
  6. 6,0 6,1 Đikić, Ivica