Джули Бервальд
Джули Бервальд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[1] |
Тыуған көнө | 14 октябрь 1822[2] |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 1877[2] (54 йәш) |
Атаһы | Johan Fredrik Berwald[d][2] |
Әсәһе | Mathilda Berwald[d] |
Бер туғандары | Hedvig Eleonora Berwald[d] һәм Fredrique Berwald[d] |
Хәләл ефете | Кнут Океръельм[d][2] |
Һөнәр төрө | актёр, опера йырсыһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | Опера |
Джули Бервальд Викимилектә |
Джули Бервальд (швед. Julie Berwald, тулы исеме Julie Mathilda Berwald; 1822—1877) — швед опера йырсыһы (сопрано).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джули Бервальд 1822 йылдың 14 октябрендә Стокгольмда музыкант Йохан Фредрик Бервальд һәм уның ҡатыны — концерт йырсыһы Матильда Бервальд ғаиләһендә тыуған, ғаиләлә тағы ике һеңлеһе Фредрике һәм Хедвиг үҫкән.
Улар өсөһө лә йыр белемен әсәһенән ала һәм Финляндияла (1842 йыл), Копенгагенда (1844 йылда) һәм Берлинда (1847 йыл) сығыш яһап, концерт йырсыларының триоһын ойоштора. Һуңынан Джули 1847—1852 йылдарҙа Стокгольмда Швеция король операһында опера йырсыһы булып үҙ аллы эшләй; 1848 йылдан — театрҙың төп актрисаһы (прима). Король операһында эшләү йылдарында ул бөйөк Швеция опера йондоҙҙарының береһе була. 1851 йылда Копенгагенда гастролдәрҙә ҙур уңыш менән сығыш яһай.
Швед журналисы һәм яҙыусыһы Нильс Арфвидссон актриса тураһында былай тип яҙа:
Оркестр етәксеһенең театр сәхнәһендә тәрбиәләнгән ҡыҙы шаҡтай йәш сағында уҡ донъяуи йырсы абруйын яулай, ә 1840 йылдар аҙағында ул әһәмиәтле йырсы шәхесе булып, тамашасы алдында сығыш яһарға ҡарар итә»[3][4]
Йырсының Король операһында эшләгән ваҡытында, билет хаҡы 50 процентҡа күтәрелә, ә ул килемдең өстән бер өлөшөн ала, был ғәҙәти булмаған өҫтөнлөк була. Үҙенең ҡыҫҡа карьераһында бик популяр була, үҙенең ролдәре иҫәбендә «Свадьба Фигаро» операһында Сюзаннаны, «Вольный стрелок» операһында Агатаны, «Волшебная флейта» операһында Паминаны, «Роберт-дьявол» операһында Алисаны, «Норма» Адальджизаны, «Дочь полка» операһында Мари ролен башҡара.
1852 йылда Джули Бервальд фрайгерр Кнут Окерхильмға кейәүгә сыға һәм сәхнәнән китә, был бигерәк тә талантының үҫеше осоронда опера йырсылары араһында һирәк күренеш була.
1853 йылдың 16 декабрендә йырсы Швед король музыка академияһына 337-се ағза сифатында һайлана.
1877 йылдың 1 ғинуарында вафат була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lars Löfgren (2003). Svensk teater. Stockholm: Natur och Kultur. sid. 46. ISBN 91-27-09672-6.
- Ingeborg Nordin Hennel. Mod och Försakelse. Livs- och yrkesbetingelser för Konglig Theaterns skådespelerskor 1813—1863. Stockholm: Gidlunds (1997). ISBN 9178442567.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ LIBRIS — 2012.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 J M Julie Berwald (швед.) — 1917.
- ↑ Nils Arfwidsson: Julia Berwald, s.71
- ↑ Nils Arfwidsson: Julia Berwald, s.72