Цзянси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дзяңси битенән йүнәлтелде)
Цзянси
ҡытайса 江西, пиньин телендә Jiāngxī
Ил

Ҡытай Халыҡ Республикаһы

Статус

Провинция

Административ үҙәк

Наньчан

Эре ҡалалары

Наньчан

Губернатор

Хуан Чжицюань

ҠКП секретары

Мэн Цзяньчжу

Халҡы (2010)

44 567 475 (13 урын)

Тығыҙлығы

260,57 кеше/км² (19 урын)

Майҙаны

171 041 км² (17 урын)

Цзянси на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+8

Аббревиатура

赣 (Gàn)

Код ISO 3166-2

CN-36

Рәсми сайты

Цзянси (ҡытайса 江西, пиньин телендә Jiāngxī) — Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығыш провинцияһы. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Наньчан. Халҡы — 44 567 475 кеше (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса провинциялар араһында 13-сө урында).

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм майҙаны – 171 041 км² (17-се урын).

Бөтә донъя мираҫы исемлегенән  провинцияла ошондай объекттар урынлашҡан: Саньциншань милли паркы, Лушань милли паркы, Уи тауы. 

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Провинция Гань йылғаһы буйлап урынлашҡан, борон был ерҙәр аша Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөнә төп юл үткән. Был тауҙар аша үткән иң уңайлы юлдарҙың береһе булған.

Боронғо Ҡытайҙа был ерҙәргә цивилизация килеп етмәгән, шулай ҙа күҙаллауҙар буйынса Юэ халҡы йәшәгән. Һуңыраҡ Яҙ һәм Көҙ дәүерендә бында У батшалығының көнбайыш өлөшө урынлашҡан булған. Ай (艾) һәм По (番, һуңынан 潘) ҡалалары тураһындағы яҙыуҙар һаҡланып ҡалған. Һуңыраҡ У батшалығының ерҙәрен Юэ батшалығы биләй, төньяҡ өлөшөн Чу батшалығы баҫып ала. Беҙҙең эраға тиклем 333 йылда Чу Юэны еңә, ә беҙҙең эраға тиклем 221 йылда провинцияның ерҙәре Цин берҙәм империяһына инә.

Өлкә әүҙем үҙләштерелә башлай, күсеп килеүселәр күп кенә тораҡ пункттар төҙөй.

Хань дәүләте ойошторолған саҡта, 8 өйәҙ территорияһы берләштерелә. Ючжан тип аталған был провинция яҡынса хәҙерге Цзянси провинцияһы биләмәһенә тура килә.

Хань династияһы ваҡытында Ючжан провинцияһы өйәҙҙәре
Исеме Урынлашҡан ере
Наньчан 南昌 Nanchang municipality
Лулин 廬陵 Ji’an municipality
Пэндзе 彭澤 Hukou County
Поян 鄱陽 Poyang County
Юхань 餘汗 northeast of Yugan County
Чайсан 柴桑 southwest of modern Jiujiang
Гань Ganzhou municipality
Синьгань 新淦 Zhangshu municipality
Наньчен 南城 east of Nancheng County
Ючинь 宜春 Yichun municipality
Юду 雩都 northeast of Yudu County
Ай west of Xiushui County
Анпин 安平 southeast of Anfu County
Хайхунь 海昏 Yongxiu County
Лилин 曆陵 east of De’an County
Цзянчен 建成 Gao’an County
Саоян west of Duchang County
Нанье southwest of Nankang County

Тан династияһы ваҡытында (исеменә ярашлы «йылғанан көньяҡҡа») Янцзы йылғаһының көньяғынан урынлашҡан, әлеге Цзянси провинцияһын да ҡушып, Цзяннань провинцияһы барлыҡҡа килә. 733-сө йылда Цзяннань провинцияһы көнсығыш һәм көнбайыш өлөшөнә бүленә, көнбайыш яғы Цзянси исемен ала (Йылғаның көнбайыш өлөшө).


Ул ваҡытта провинция 9 өйәҙгә (чжоу) бүленгән булған:

Хун hóng
Жао ráo
Цянь qián
Цзи
Цзян jiāng
Юань yuán
Фу
Синь xìn

Аҙаҡ та провинцияның төҙөлөшө бик күп тапҡырҙар үҙгәртелә.

Цин династияһы ҡолағандан һуң провинция Ҡытай коммунистарының һәм революция яғына күскән крәҫтиәндәрҙең таянысы була. 1927йылдың 1 авгусында Наньчян ихтилалы була. Һуңыраҡ провинцияның бер өлөшөн коммунистар яулап ала, 1931 йылда, «Ҡыҙыл баш ҡала» тип йөрөтөлгән, үҙәге Жуйцзине лә булған Ҡытай Совет Республикаһы ойошторола. 1935 йылда, бер-бер артлы еңелеүҙәрҙән һуң, коммунистар ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм легендар 8-се Армияның Яньангә Бөйөк походы башлана.

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цзянси провинцияһы 11 ҡала округына бүленә:

Карта # исеме ҡытайса яҙылышы пиньинь төр
1 Наньчан 南昌市 Nánchāng Shì ҡала округы
2 Фучжоу 抚州市 Fǔzhōu Shì ҡала округы
3 Ганьчжоу 赣州市 Gànzhōu Shì ҡала округы
4 Цзиань 吉安市 Jí'ān Shì ҡала округы
5 Цзиндэчжэнь 景德镇市 Jǐngdézhèn Shì ҡала округы
6 Цзюцзян 九江市 Jiǔjiāng Shì ҡала округы
7 Пинсян 萍乡市 Píngxiāng Shì ҡала округы
8 Шанжао 上饶市 Shàngráo Shì ҡала округы
9 Синьюй 新余市 Xīnyú Shì ҡала округы
10 Ичунь 宜春市 Yíchūn Shì ҡала округы
11 Интань 鹰潭市 Yīngtán Shì ҡала округы

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]