Эстәлеккә күсергә

Диканова Татьяна Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диканова Татьяна Александровна
Тыуған көнө

19 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (74 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Диканова Татьяна Александровна (19 ноябрь 1949 йыл, Мәскәү) — юрист-криминолог, прокурор күҙәтеүе буйынса белгес; сығарылыш М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған (1971); юридик фәндәр докторы тмаможнялағы енәйәттәргә ҡаршы көрәш проблемалары тураһында докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған (2000); законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу проблемалары ғилми-тикшеренеү институтының һалым һәм таможня органдары эшмәкәрлегендә законлылыҡтың үтәлешен прокурор күҙәтеү бүлеге мөдире; профессор, Рәсәй Федерацияһы Генераль Прокуратураһы Академияһының прокурор күҙәтеү проблемалары бүлеге мөдире; прокуратураның почетлы хеҙмәткәре.

Татьяна Александровна Диканова 1949 йылдың 19 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған.

Татьяна Александровна Диканова бер йөҙҙән ашыу ғилми баҫмалар авторы һәм авторҙашы булып тора, улар үҙ эсенә бер нисә тиҫтәләгән монография, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәрҙе ала. Т.атьяна Александровна Диканова нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһындағы прокурор күҙәтеүе һәм криминологияһы менән шөғөлләнә:

  • «Контрабанданы тикшереү» (М., 1999);
  • «Таможня эше тураһында норматив акттар йыйынтығы» (М., 1999);
  • «Диңгеҙ транспортлы дәүләттәрҙең хужа булараҡ хоҡуҡтарын яҡлау» (М., 2000);
  • «Транспортта һәм таможня эшендә закондар үтәлеүен прокурор күҙәтеүе аҫтында тотоу» (М., 2001);
  • «Транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм терроризмға ҡаршы көрәш» (М., 2003)
  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.