Димитровград мәсете
Димитровград мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәләкәс |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | улица Хмельницкого, 96 |
Димитровград мәсете Викимилектә |
Димитровград мәсете ҡаланың тарихи үҙәгендә Дзержинский һәм Хмельницкий урамдары сатында урынлашҡан һәм Димитровград ҡалаһында берҙә-бер мәсет булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәләкәс халҡы, Димитровград элек шулай тип аталған, мәсет төҙөү хаҡында үтенес менән беренсе тапҡыр 1886 йылда властарға мөрәжәғәт итә. Әммә уларҙың үтенесе тик ун йылдан һуң ғына ыңғай хәл ителә, Мәләкәс Идаралығы мәсетте йәмғиәт өсөн кәрәк тип таба һәм шул уҡ 1896 йылдың июлендә төҙөлөштө башлай.
1930 йылдарҙа совет осоронда мәсет ябыла, манара һүтелә, тик тулыһынса түгел. Бында төрлө йылдарҙа төрлө учреждениелар, шул иҫәптән балалар музыка мәктәбе лә урынлаша.
1992 йылда мәсет бинаһы мосолмандарға ҡайтарыла. Мәсеттең манараһы тергеҙелә, унда ҡабаттан дини хеҙмәттәр башлана. 2006 йылда 2 миллион һум иғәнә иҫәбенә мәсеттә капиталь ремонт үтә. 2006 йылдың 16 сентябрендә яңыртылған мәсет асыла, асыу тантанаһында Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов ҡатнаша.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Димитровград. Старая мечеть начинает новую жизнь . News at time (14 август 2006). Дата обращения: 20 апрель 2014. Архивировано 21 апрель 2014 года. 2014 йыл 21 апрель архивланған.
- Мечеть (ул. Дзержинского) . Городской интернет-портал Димитровграда. Дата обращения: 20 апрель 2014. Архивировано 21 апрель 2014 года. 2014 йыл 21 апрель архивланған.
- На ремонт мечети в Димитровграде собрали около двух миллионов рублей пожертвований . Ульяновск - город новостей (16 сентябрь 2006). Дата обращения: 20 апрель 2014. 2016 йыл 4 март архивланған.