Эстәлеккә күсергә

Дим мәҙәниәт һәм ял паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дим мәҙәниәт һәм ял паркы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 Дим мәҙәниәт һәм ял паркы Викимилектә

Дим ял һәм мәҙәниәт паркы Өфөнөң Дим районында урынлашҡан.

Тәүге тапҡыр Өфөнөң Дим районында ял паркын ҡороу ниәте тураһында 1935 йылда һайлаусыларҙың депутаттарға наказдарында әйтелә. Әммә паркты төҙөүҙе финанслау 1949 йылда ғына башлана, ә 1950 йылда "1950 йылдағы Дим районы башҡарма комитеты ултырышы протоколы"на (№ 26 пункт № 3А) ярашлы, парк асыла.

Башта парк баҡса һымаҡ эшләй, сәскә түтәлдәре яһала, асыҡ һауала кинотеатр (1953 йылдан — ҡыйыҡ аҫтында) һәм бейеү майҙансығы (1954 йылдан) эшләй. 19591960 йылдарҙа тир менән йыһазландырыла (хәҙер янғындан һуң икенсе урынға күсерелгән), скульптуралар ҡуйыла, уҡыу залы төҙөлә башлай, арка рәүешендәге ҡапҡалар, турник, бәүелсәктәр, киоскылар, «Вихрь», «Ромашка», «Русские качели» аттракциондары ҡуйыла. Аҙаҡ шахмат залы, һырғалаҡ төҙөлә, һыу үткәргес һалына, спорт майҙансығы (2007), фонтан (2008) төҙөлә. 2009 йылда үҙәк аллеяға плиталар йәйелә.

Хәҙерге ваҡытта мәҙәниәт паркының дөйөм майҙаны 5,2 гектар тәшкил итә. 2010 йылдың яҙында мәҙәниәт паркында төҙөкләндереү эштәре үткәрелә. Булған фигураларға ремонт эшләнә, балалар йәнһүрәттәренән алынған яҙыуҙар менән эскәмйәләр ҡуйыла. Ултыртылған йәшел ағастар араһында ҡайын, энәлек, имән, шыршы, кедр, саған, йүкә, ҡарағас, ҡарағай, туя, муйыл, алмағас бар.

Парктың иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк биләмәһендә 14 төр аттракцион эшләй. Бынан тыш, паркта балалар өсөн уйын залы, бильярд залы, компьютер залы, тир бар. Көнсығыш стилдә беседка-пагода (Будда динен тотоусыларҙың ғибәҙәт йорто) төҙөлгән.

Парк биләмәһендә күмәк байрам саралары ойошторола, шуларҙың иң мөһимдәренең береһе булып Яңы йыл саралары циклы, «Еңеү көнө», «Рәсәй көнө», «Баш ҡала көнө», Салауат Юлаев көндәре, «Ҡышты оҙатыу», «Балаларҙы яҡлау көнө», «Йәштәр көнө», «Тимер юлсы көнө», «Ололар көнө», «Әкиәттә ҡунаҡта», «Музыкаль кесаҙналар» һәм башҡалар тора[1]. Паркта 37 ял итеү объекты урынлашҡан, райондың ижади йәштәре өсөн ял ойошторола, бында яңы өйрәнә башлаусы рок—төркөмдәр, балалар хореография ансамблдәре шөғөлләнә.