Лазарева Дина Наумовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дина Лазарева битенән йүнәлтелде)
Дина Наумовна Лазарева
Тыуған көнө

11 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (101 йәш)

Тыуған урыны

Силәбе губернаһы, Мейәс ҡалаһы

Вафат көнө

11 сентябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (97 йәш)

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

фармакология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1962)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1986
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 1992 Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)

БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)

Лазарева Дина Наумовна (11 сентябрь 1922 йыл11 сентябрь 2019 йыл) — ғалим-фармаколог, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты (1995 йылдан — университет) уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дина Наумовна Лазарева 1922 йылдың 11 сентябрендә Силәбе губернаһының Мейәс заводы ҡасабаһында тыуған.

1943 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай.

1946—2002 йылдарҙа Башҡорт медицина институтында[1] эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре (1976)
  • Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002)
  • Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1993)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.);
  • Лекарственные растения Башкортостана. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лазарева Дина Наумовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.