Эстәлеккә күсергә

Днепропетровск өлкәһенең казак йырҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Днепропетровск өлкәһенең казак йырҙары*
Cossack’s songs of Dnipropetrovsk Region**
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы

ОЙ,_ТИ,_ДІВЧИНО,_МОЯ_ТИ_ЗОРЕ.jpg
Илдәр Украина
Тибы Мәҙәниәт
Критерийҙар {{{Criteria}}}
Һылтанма 01194
Төбәктәр*** {{{Region}}}
Индерелгән 2016  (40 сессияла)


* Название в официальном рус. списке
** Название в официальном англ. списке
*** Регион по классификации ЮНЕСКО

Днепропетровск өлкәһенең казак йырҙары йәки «казак йырҙары» — Днепропетровск өлкәһендә украин казак йырҙарын башҡарыу феномены. 2016 йылда Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫ оюъекты исемлегенә индерелгән, ашығыс рәүештә һаҡлауға мохтаж(ингл. List of Intangible Cultural Heritage in Need of Urgent Safeguarding)[1][2][3].

«О, ти, дівчино, моя ти зори» казак йыры. Амвросий Ждаха листовкаһы, 1911—1914 йылдар
Гурт «Миклухо Маклай» — «Ой з-за гори, да ще й з-за лиману»

Казак йырҙары халыҡ ауыҙ-тел ижады формаһы булып тора[4]. Беренсе сиратта «казак» йыры тип казактарҙың походтары тасуирланған (мәҫәлән, «О, гук, мати, гук», Никополь районы, Капуловка ауылы), казак башлыҡтары тураһындағы (мәҫәлән, Данила Нечай хаҡында «Ой из-за горы и еще и из-за лимана», Желтые Воды ҡалаһы), казак лирик йырҙары (мәҫәлән, «Из-за гор, из-за гор», Подгородный ҡалаһы), казак романстары (мәҫәлән, «Казак Дондан килә», Покровка районы, Великомихайловка ауылы). Был йырҙарҙа хикәйәләү йә һөйләүсе, йә казактың үҙенең исеменән алып барыла. Билдәле бер дәрәжәлә «казак» йырҙары тип егет менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләгән йырҙар ҙа тора (мәҫәлән, «Садом, садом, пшениченька ланом», Межевая районы, межевая ҡасабаһы[3].

Әммә казактар тураһында йырланған бөтә йырҙар ҙа казак йырҙары ип һаналмай. Мәҫәлән, казак тематикаһына Украинаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн 1917—1921 йылдарҙа яҙылған йырҙар авторҙары ла мөрәжәғәт итә; мәҫәлән, «Їхав козак на війноньку» йәки «Стоїть козак на чорній кручі» йырҙары[3].