Эстәлеккә күсергә

Долинар Элвира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Долинар Элвира
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Югославия короллеге
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө 22 ғинуар 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Кршко[d], Словения
Вафат булған көнө 18 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Блед, Словения
Һөнәр төрө уҡытыусы, яҙыусы

Элвира Долинар (словен. Elvira Dolinar; 1870—1961), Даница псевдонимы аҫтында яҙа (словен. Danica), словен яҙыусыһы, феминистка һәм педагог. Slovenka журналында ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәҡәләләре уға ҙур билдәлелек килтерә, ул беренсе словен феминисткаһы тип һанала.

Элвира Долинар 1870 йылда Кршкола Австрия-немец сығышлы ғаиләлә тыуа.[1] Ул уҡытыусы булыу өсөн уҡырға инә, сөнки ул ваҡытта педагогика Словенияла ҡатын-ҡыҙҙар һөнәр ала алған берҙән-бер интеллектуаль өлкә була. Әммә, һуңынан, кейәүгә сыҡҡас, Долинар уҡытыуҙы туҡтата. Ире менән уның дүрт балаһы була, ҡыҙы Даница исемен ул үҙенең әҙәби псевдонимы сифатында ала[2].

Долинар, уҡытыусы булырға уҡығанда, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына башлай, һөҙөмтәлә был темаға мәҡәләләр яҙырға тотона, улар Австрияның төрлө журналдарында баҫылып сыға. Уның иң резонанслы эштәре 1897 йылдан 1902 йылға тиклем сыҡҡан Slovenka журналы биттәрендә баҫылып сыға, унда башлыса ҡатын-ҡыҙ-уҡытыусыларҙың мәҡәләләре баҫыла. Долинар Slovenka журналы өсөн ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын яҡлаған 40-тан ашыу мәҡәлә яҙа. 1897 йылда Ženska emancipacija (Ҡатын-ҡыҙҙар эмансипацияһы) тигән баш аҫтында баҫылып сыҡҡан беренсе мәҡәләһендә ул был журналда беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлау өсөн асыҡтан-асыҡ сығыш яһай[2]. Уның иң мөһим һәм популяр Svobodna latin in zakon (Ирекле мөхәббәт һәм никах) мәҡәләһе 1900 йылда баҫылып сыға. Унда, ир менән ҡатын «үҙ мөнәсәбәттәрен аңламаҫлыҡ» тип иҫәпләгән осраҡта айырылышыу рөхсәт ителергә тейеш, тип әйтелә. Был раҫлау ул ваҡытта словендарҙың күпселеге яҡлаған католик ҡиммәттәренә ҡаршы килә[3]. Уның ҡараштары киң тәнҡиткә дусар була, бигерәк тә католиктар яғынан.[2] Публицистик эштәрҙән тыш Долинар шулай уҡ нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен дә ижад итә.[1]

Долинар 1961 йылда Блед ҡалаһында вафат була. 1945 йылдан алып, Словения коммунистик Югославияның бер өлөшө булған осорҙа, Долинар һәм башҡа феминисткалар һәр тәрлә шелтәләүгә дусар була, Словения 1991 йылда Югославиянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң ғына уны словен феминистик фекеренең пионеры тип хөрмәтләй башлайҙар.[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 van Dijk. Author: Dolinar, Elvira. WomenWriters. Дата обращения: 23 март 2022. Архивировано 2 июнь 2019 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 KatjaMihurko Poniž. Feminist Writings from Ancient Times to the Modern World: A Global Sourcebook and History. — ABC-CLIO. — P. 333–336. Архивная копия на Wayback Machine
  3. KatjaMihurko Poniž. Aspasia 2008: International Yearbook of Central, Eastern, and Southeastern European Women's and Gender History. — Berghahn Books. — P. 35–36. Архивная копия на Wayback Machine