Донской тәбиғәт паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Донской тәбиғәт паркы
47°07′35″ с. ш. 39°26′44″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионРостов өлкәһе
Майҙаны40,955 тыс. га
Ойошторолған08.09.2005
Идара итеүсе ойошмаМинистерство природных ресурсов и экологии Ростовской области
Донской тәбиғәт паркы (Рәсәй)
Green pog.svg
Донской тәбиғәт паркы
Донской тәбиғәт паркы (Ростов өлкәһе)
Green pog.svg
Донской тәбиғәт паркы

Донской тәбиғәт паркы — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ростов өлкәһенең Азов, Цимлян, Мясниковский, Неклиновский райондары биләмәләрендә урынлашҡан.

Донской тәбиғәт паркы Ростов өлкәһе Администрацияһының 2005 йылдың 8 сентябрендәге № 120 номерлы ҡарары нигеҙендә ойошторолған.

Тәбиғәт паркы статусы Ростов өлкәһе хөкүмәтенең 2016 йылдың 11 майындағы № 337 номерлы ҡарары менән раҫлап ҡуйылған.

Парк «Дон дельтаһы» (Азов, Мясниковский, Неклиновский райондарының 27047,75 гектар ере), «Островной» (Цимлян районының Волгодонск эргәһендәге 13907,38 гектар ере) биләмәлеренән тора.

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Краснозобая казарка
Пискулька
Орлан-белохвост

Донской тәбиғәт паркы Ростов өлкәһе Администрацияһының 2005 йылдың 8 сентябрендәге № 120 номерлы ҡарары нигеҙендә ойошторолған. Парк ике өлөштән тора: "Дон дельтаһы"нан (Азов, Мясниковский , Неклиновский райондарының 27047,75 гектар ере) һәм «Островной» (Цимлян районының Волгодонск эргәһендәге 13907,38 гектар ере) биләмәһенән тора. Дөйөм майҙаны 40,955 мең гектар тәшкил итә.

Донской тәбиғәт паркы Ростов өлкәһе биләмәһендә һаҡланыусы берҙән-бер парк. Статусы буйынса төбәк әһәмиәтендәге һаҡланыусы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Парктың рекреацион әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ял итеү өсөн шарттар бик яҡшы. Бында урындағы һәм ҡырҙан килгән халыҡ ял итә. Хеҙмәт процесында юғалтҡан физик көсөн тергеҙә, һаулығын нығыта, рухи яҡтан терәк таба.

Донской тәбиғәт паркы тарихи-мәҙәни ҡомартҡы булып тора.

Паркҡа урындағы тәбиғәтте һаҡлау бурысы йөкмәтелгән.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паркта биләмәһенең ландшафты төрлөлөгө менән айырылып тора. Далалы урындары ла, ылыҫлы һәм япраҡлы урмандары ла, һыу ятҡылыҡтары ла, һаҙлыҡтары ла бар. Бында һирәк осраған, ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлек һәм хайуандар күп.

«Дон дельтаһы» биләмәһендә флораһы үҙ эсенә 93 семьяға, 375 ырыуға ҡараған 823 төр үҫемлекте үҙ эсенә ала.

Сағыштырыу өсөн: Дунай дельтаһанда 80 семьяға ҡараған 563 төр үҫемлек иҫәпләнә. 2014 йылда парктағы 31 төр үҫемлек Ростов өлкәһенең «Ҡыҙыл китабы»на индерелгән.

Фаунаһында 1020 төр хайуан асыҡланған. Шуларҙың 35 төрө Ростов өлкәһенең "Ҡыҙыл китабы"нда исемлектә тора.

Дондың дельтаһы, айырыуса, балыҡҡа бай. Дельта аша ыуылдырыҡ сәсеү өсөн үрләүсе һәм ярым үрләүсе балыҡтар үтеп тара. Бында балыҡтар ҡышлай ҙа, ыуылдырыҡ сәсеү өсөн генә килгәндәре лә күп.

14 төр балыҡ Ростов өлкәһенең "Ҡыҙыл китабы"нда исемлектә тора. Шуларҙың етәүһе Рәсәйҙең "Ҡыҙыл китабы"нда ла бар.

Паркта ҡоштар донъяһы ла бик бай. Араларынан ҡайһылары «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән: ҡарағаҙ, йәки этала ҡаҙ (казарка краснозобая), сәңкелдәк ҡаҙ (пискулька), аҡбаш өйрәк (савка), диңгеҙ бөркөтө(орлан-белохвост).

Паркты ҡаҙҙар, өйрәктәр, аҡҡоштар, аҡсарлаҡтар һәм көйөлдө (кулик) һәм башҡа бик күп төрлө ҡоштар үҙ итә.

«Островной» биләмәһенең күп өлөшө — һыубаҫар тоҙло тупраҡлы туғайҙарҙан ғибәрәт. Парктың төньяҡ сиктәрендә дала ңҫемлеге бергәлектәре өҫтөнлөк итә.

Һыубаҫар туғайҙарын таллыҡтар, ҡарамалар менән аралашып үҫкән ерек әрәмәләре алып тора.

Ландшафттың төрлөлөгө флора менән фаунаның да төрлөлөгенә булышлыҡ иткән дә.

Бында Рәсәй Федерацияһы һәм Ростов өлкәһе "Ҡыҙыл китап"тарына ингән һирәк һәм ҡиммәтле хайуандар күп.

Фаунаһында 330 төр иҫәпләнә. Шуның 35 төрө 2014 йылда «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Ростовской области. Флораһындағы 697 төр үҫемлектең 12-һе Ростов өлкәһенең «Ҡыҙыл китабы» исемлегендә тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]