Донъяға ҡараш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
А. Манн картинаһы — Яңғыҙ Юл

Донъяға ҡараш — донъяны дөйөмлөктә, тотош күренештә төшөнөүҙе, унда кешенең тотҡан урынын, шулай уҡ уның тормошсан позицияларын, ҡылыҡ-тәртип программаларын, эш-ғәмәлдәрен аңлауҙы билдәләгән ҡараштар, баһалар, принциптар һәм образлы күҙаллауҙар тупланмаһы[1]. Донъяға ҡарашы кешенең эшмәкәрлегенә ойошҡанлыҡ, аңлылыҡ, маҡсатҡа ынтылышлылыҡ бирә. «Мин» ниндәй позицияла торһа, донъяны ҡабул итеү ҙә шундай була, ти Ж.-П. Сартр.

Терминдың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяға ҡараш терминын тәүләп Иммануил Кант телгә ала, ләкин уны донъяны күреү-күҙәтеү төшөнсәһенән айырмай. Георг Фридрих Вильгельм Гегелдең Рух феноменологияһында «донъяға мораль ҡараш» төшөнсәһе бар (нем. Die moralische Weltanschauung). Әлеге мәғәнәһендә термин Вильгельм Шеллингта осрай[2]. Совет осоронда донъяға ҡараш төшөнсәһе философияны аңлауҙа төп төшөнсәгә әйләнә. «Философик дәфтәрҙәр»ендә В. И. Ленин «донъяға монистик ҡараш» тураһында яҙа. 1923 йылда уны А. М. Деборин ҡуллана (Людвиг Фейербах. Шәхес һәм донъяға ҡараш).

Донъяға ҡараш типтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяға ҡараш ғәҙәти, фәнни, философик, дини була. Тарихта донъяға ҡараштың төп тарихи типтары түбәндәгесә айырып ҡарала: мифологик, дини һәм философик.

Мифологик[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мифологик донъяға ҡараш тибы тәүтормош йәмғиәте шарттарында донъяны образлы ҡабул итеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән күҙаллауҙар тупланмаһы тип билдәләнә. Мифология мәжүсилеккә бәйле була һәм матди предметтарҙы һәм күренештәрҙе йәнле итеп күреү һәм антропоморфизациялау хас булған мифтар тупланмаһы булып тора.

Донъяға мифологик ҡараш сакраль (серле, тылсымлы) һәм профанлы (дөйөм билдәле) яҡтарҙы берләштереүҙән хасил. Ышаныуға нигеҙләнгән.

Дини[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяға дини ҡараш (лат. religio — иманлылыҡ, изгелек) ғәҙәттән тыш көстәргә ышаныуға нигеҙләнгән. Һығылмалылыҡ хас булған мифтар менән сағыштырғанда, дингә ҡәтғи догматизм һәм мораль ҡағиҙәләрҙең тәртипкә һалынған системаһы хас. Дин дөрөҫ, әхләҡи тәртип үрнәктәрен хуплай һәм тарата. Кешеләрҙе туплауҙа ла диндең әһәмиәте көслө, ләкин уның роле был йәһәттән ике яҡлы: бер конфессияға ҡараған кешеләрҙе туплаһа ла, ул башҡа диндәрҙәге кешеләрҙе айыра.

Философик[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяға философик ҡараш системалы-теоретик тип билдәләнә. Уның мифологиянан төп айырмаһы аҡылға мөһим урын бирелеүҙә тора: миф эмоцияларға һәм хис-тойғоға таянһа, философия бөтәһенән элек логикаға һәм дәлиллелеккә таяна.

Философия (φιλία — һөйөү, ынтылыш + σοφία — аҡыл → бор. грек. φιλοσοφία (аҡылды һөйөү)) — донъяға ҡараш төрҙәренең береһе, шулай уҡ кеше эшмәкәрлеге төрҙәренең береһе һәм танып белеүҙең айырым бер ысулы[3], теория[4] йәки фән. Философия, дисциплина булараҡ, реаллектең (ысынбарлыҡтың) һәм танып белеүҙең, кеше йәшәйешенең, кеше менән донъя мөнәсәбәттәренең иң дөйөм төп тасуирламаларын һәм фундаменталь принциптарын өйрәнә.

Философия (ижтимағи аңдың, йәғни донъяға ҡараштың айырым бер төрө булараҡ) Боронғо Грецияла, Боронғо Һиндостанда һәм Боронғо Ҡытайҙа «Үҙәк осор» (Ясперс термины) тигән дәүерҙә бер үк ваҡытта барлыҡҡа килә һәм бөтә донъяға тарала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Что такое философия // Введение в философию. Учеб. пособие для вузов / Авт. колл.: Фролов И. Т. и др. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Республика, 2003.
  2. Некрасова Н. А., Некрасов С. И. Мировоззрение как объект философской рефлексии // Современные наукоёмкие технологии. — 2005. — № 6. — С. 20-23
  3. Философия // Новейший философский словарь. / Под ред. А. А. Грицанова. — 3-е изд., исправл. — Мн.: Книжный Дом. 2003.— 1280 с.
  4. Философия // Философский словарь

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

урыҫ телендә
  • Беляев И. А. Человек и его мироотношение. Сообщение 1. Мироотношение и мировоззрение // Политематический сетевой электронный научный журнал Кубанского государственного аграрного университета (Научный журнал КубГАУ). — Краснодар: КубГАУ, 2011. — № 09(73). С. 310—319.
  • Богомолов А. С., Ойзерман Т. И. Основы теории историко-философского процесса. М., 1983.
  • Борн М. Размышления и воспоминания физика. М., 1971.
  • Бройль Л. Революция в физике. М., 1965.
  • Дильтей В. Типы мировоззрения и обнаружение их в метафизических системах. — В сб.: Новые идеи в философии, № 1. СПб., 1912.
  • Митрохин Л. Н. Философия религии. М., 1995.
  • Шелер М. Философское мировоззрение. // Шелер М. Избранные произведения. М., 1994.
башҡа телдәрҙә
  • Jaspers K. Psychologic der Weltanschauungen. Lpz., 1919.
  • Wenzl A. Wissenschaft und Weltanschauung. Lpz., 1936.