Эстәлеккә күсергә

Дон хәрби-тарихи музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Дон хәрби тарихи музейы
Ил Рәсәй
Адрес 344002 Дондағы Ростов ҡалаһы, Будённый проспекты, 22.
Төҙөлгән ваҡыты 2006 йыл
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә

2006

Дон хәрби тарихи музейы  — хәрби тарих музейы. Дондағы Ростов ҡалаһында һәм Мясниковский районының Недвиговка утарында урынлашҡан.

Немец еңел пехота орудиеһы 7,5-cm le.I.G.18

Ростов хәрби тарих музейы 2006 йылда ҡарай килеүселәрҙе Рәсәй армияһы тарихы, уның дәүләт тормошонда роле менән таныштырыу маҡсатында булдырылған. Музейҙа күп һанда атыу ҡоралы, автомобиль техникаһы, танктар һәм Дон крайының хәрби тарихы менән бәйле башҡа экспонаттар ҡуйылған. Музей Беренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, татар-монгол ябырылыуы осоро һәм башҡа ваҡиғаларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә.

Дондағы Ростов ҡалаһында музейҙың түбәһе ябыҡ өлөшөндәге экспозицияла хәрби башлыҡтарҙың фотографиялары, хәрби форма, көнкүреш предметтары, төрлө осорҙарҙағы урыҫ һалдатының ғәскәри кәрәк-ярағы һәм ҡорамалдары ҡуйылған. Экспонаттар иҫәбендә: мушкеттар, пистолеттар, автоматтар, винтовкалар, пулеметтар, минометтар, шпагалар, ҡылыстар, шашкалар һәм күп һанда төрлө төрҙәге хәрби техника. Ростовтан егерме километр алыҫлыҡтағы Недвиговка утарында асыҡ майҙансыҡта урынлашҡан музей экспозицияһында эре хәрби техника урынлашҡан[1]. Бында шулай уҡ хәрби ангарҙар төҙөлгән, боронғо хәрби нығытма макеты эшләнгән.

Асыҡ һауа аҫтында һәм ангарҙарҙа эре габаритлы техниканың һирәк экспонаттарын, шулар иҫәбендә танктар, бронялы машиналар, Ҡыҙыл тәре машиналары, мина яландарын минанан таҙартыусы машиналар, транспорттың төрлө төрҙәре (ГАЗ-М1 фаэтон, ГАЗ-67б, ЗИС-5, Stoewer R200 Kfz 4, L2H143 йөк машинаһы), Советтәр Союзының (гвардия минометы Катюша БМ-13Н), Германияның (75-мм еңел йәйәүлеләр орудиеһы 7,5-cm le.I.G.18) һәм Икенсе донъя һуғышы осорондағы АҠШ-тың артиллерия ҡоралдарын күрергә мөмкин. Эшләүсе хәрби техника хәрби парадтарҙа ҡатнаша.

Музей хеҙмәткәрҙәре тарихи-публицистик фильмдәр төшөрәләр. Улар иҫәбендә: «Февраль 43. Ростовты азат итеү», «Миус-фронтты өҙөү», «Ватандың ҡалҡан һәм ҡылысы» һәм башҡалар.

Тышҡы рәсемдәр
Донской военно-исторический музей