Эстәлеккә күсергә

Дотком

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дотком (ингл. dotcom, dot-com, шулай уҡ ингл. dot.com; .com) — бизнес-моделе тулыһынса Интернет селтәрендә эшләүгә ҡоролған компанияларға ҡарата ҡулланылған термин. 1990-сы йылдар аҙағында интернетта эшҡыуарлыҡ дәррәү үҫеп киткән мәлдә барлыҡҡа килә һәм таралыу таба; ингл. dot-com («нөктә-ком») термины юғары кимәлле .com домены атамаһынан яһалған, сөнки коммерция ойошмаларының сайттары күп осраҡта нәҡ шунда теркәлгән.

Доткомдар юҡҡа сыҡҡас, дотком тип бизнестың етлекмәгән, уйланмаған, эше барып сыҡмаҫтай концепцияларын атап йөрөтә башлайҙар.

Доткомдарҙың дәррәү үҫеше Интернет селтәре асҡан яңы мөмкинлектәргә йәмғиәттең көслө иғтибары менән бәйле була. Доткомдар сәскә атҡан осорҙа интернет менән бәйле бөтә проекттарға заемдар һәм инвестициялар йәлеп итеү еңел була. Интернетҡа ҡағылышлы булыуын белдереү менән венчурлы фондтарҙан ғына түгел, ҡәҙимге финанс институттарынан да ҙур инвестициялар алған фирмалар күбәйә.

Доткомдар осоро 2000 йылдың мартында NASDAQ индексының ишелеүе, Кремний үҙәненең «мәғлүмәт иҡтисады» шауҡымынан хасил булған йөҙҙәрсә компанияның банкротланыуы менән тамам була. Доткомдарҙың юҡҡа сығыуы иҡтисадтың интернет секторынан бик ҙур аҡса ағымдарын ситкә бора һәм эшҡыуарлыҡтың был төрөнә ышанысты бөтөрә.

Селтәр бизнесының терелеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылдан интернет-проекттар ҡабат терелә башлай, әммә улар хәҙер уйлап, үлсәп эшләнә. Тотош индустрия түбән тәгәрәүгә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәле эшләүен дауам иткән бизнес-майҙансыҡтар һәм технологиялар, шулай уҡ Google компанияһының, үҙ акцияларын беренсе асыҡ һатыу итеүгә сығарып, уңыш ҡаҙаныуы ыңғай роль уйнай.

Хәҙер иһә, тупланған бай тәжрибәгә һәм көйләнгән системаларға таянып, селтәр бизнесы башҡа «матди» тармаҡтарҙан бер ҙә ҡалышмай.