Эстәлеккә күсергә

Дранда соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дранд соборы битенән йүнәлтелде)
Дранда соборы
Нигеҙләү датаһы VI быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
 Абхазия Республикаһы
Административ-территориаль берәмек Дранда[d]
Епархия Пицундская и Сухумо-Абхазская епархия[d]
Архитектура стиле грузинская архитектура[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Дранда соборы Викимилектә

Дранда монастырының Успение соборы (абх. Нанҳәа иазку Дранда-ныха) — Абхаз православие сиркәүе соборы, Абхазияның Гулрыпш районы Дранда ауылының төньяҡ ситендә урынлашҡан.

Дранда соборы яҡынса VI—VII быуаттарҙа төҙөлгән. Урта быуаттарҙа ул епископтар резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. төрөктәр иҙеүе ваҡытында ҡорамға ҙур зыян килә, ләкин ул кире тергеҙелә.

Рәсәй һәм грузин тарихсыһы, этнограф һәм археолог Дмитрий Бакрадзе 1860 йылда Дранда соборына бара, ул сиркәүҙең фрескалар менән биҙәлгәнлеген әйтә. Әммә ваҡыт үтеү менән улар тулыһынса емерелә, һәм ҡорамды реставрациялау ваҡытында тергеҙелмәй.

1880 йылда собор эргәһендә ирҙәр монастыры ойошторола[1], ул 1928 йылда ябыла[2].

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Собор V—VIII быуаттарҙа Византия архитектураһында барлыҡҡа килгән тәре-көмбәҙле типҡа ҡарай. Көнсығыштан йәнәш торған биш ҡырлы апсидалар үҙ эсенә алтарҙы, диаконникты, ҡорбан салыу урынын ала, уларға ҡорамдың көнбайыш өлөшөндә нишалары булған ике ярым түңәрәк биналар тура килә. Көнбайыштан ҡорамды ишек тамалай. Ҡорамдың көмбәҙе тәпәш ун алты ҡырлы барабанда төҙөлгән.

2011 йылдың 10 февралендә Абхазия хөкүмәте Абхаз православие сиркәүенә соборҙы бушлай мөҙҙәтһеҙ ҡулланыуға тапшыра[3]. Бының һөҙөмтәһе булып боронғо архитектураның ысын элементтарын юғалтыу тора, шул иҫәптән VI—VII быуаттарҙан һаҡланып килгән сиркәү төкәтмәһе ҡалдыҡтарының береһе юҡҡа сыға, уның урынына яңы бетон купель төҙөлә.

Дранда соборының көмбәҙе

2010 йылдың 6 декабрендә Абхазия Банкы 10 апсал номиналында иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығара, реверсында Абхазияның төрлө архитектура ҡомартҡылары, шул иҫәптән Дранда монастырының Успение соборы ла һүрәтләнгән[4].

  • Абазгийская епархия
  • Абхазский католикосат