Эстәлеккә күсергә

Дубравный лагеры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дубравный лагеры
Дәүләт  Рәсәй

Дубравлаг — Мордовия Республикаһының Зубово-Полянский районындағы Явас ҡасабаһында урынлашҡан лагерь идаралығы. Төрлө осорҙа шулай уҡ Дубравный лагерь, 3-сө һанлы Особый лагерь, 3-сө һанлы Особлаг, Дубравный холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры тип аталған. Холоҡ төҙәтеү учреждениелары комплексынан ғибәрәт. Шартлы исеме — ЖХ-385. Әлеге ваҡытта Мордва Республикаһы УФСИН-ына ҡарай. 1960 — 1980-сы йылдарҙа Дубравлагҡа «сәйәси» статьялар буйынса язаға тарттырылғандар колониялары ингән.

1931 йылдың 25 майында ГУЛАГ системаһына ҡараған Темлагҡа нигеҙ һалынған.

1948 йылдың 28 февралендә Эске эштәр министрлығының 00219 һанлы бойороғо менән Темниковский холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры һәм Темниковский балалар колонияһы нигеҙендә Дубравный лагерь (һуңыраҡ — «ЖХ-385-се учреждениеһы» тигән шартлы исем менән башҡарыу эштәре буйынса Дубравный идаралығы) — сәйәси тотҡондар өсөн махсус лагерь ойошторолған. 1953 йылдың 14 мартына ҡарата унда 14 225 кеше тотолған.

1954 йылда ул, башҡа махсус лагерҙар кеүек, ғәҙәти холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ИТЛ әйләнә, ә һуңынан «ЖХ-385-се учреждениеһы» холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһы (ИТК) системаһына әйләнгән. Уларҙы һаман Дубравлаг тип атап йөрөткәндәр, шулай «Потьминский лагерҙары» — артабан яңы колонияларға бүлеп ебәрелергә тейешле тотҡондарҙы тәғәйенләнгән урынға күсереү пункты урынлашҡан Потьма тимер юл станцияһы атамаһынан алынған.

Ете йә һигеҙ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колониялары (ИТК)фәҡәт «айырыуса хәүефле дәүләт енәйәттәре» өсөн хөкөм ителгәндәргә тәғәйенләнгән. 1961—1972 йылдарҙа был мордва ИТК-лары шундай енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе тотоу өсөн СССР-ҙа берҙән-бер урын булған. 1965 йылдың 14 июлендә, РСФСР прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса (Рәсәй Федерацияһының Дәүләт архивы. Ф. 461. Оп.11. Д. 1607. Л. 2.), унда был категориялы 3816 тотҡон булған.[1] Был колониялар аша Михаил Молоствов, Андрей Синявский, Юлий Даниэль, Леонид Бородин, Александр Гинзбург, Юрий Галансков, Кронид Любарский, Татьяна Великанова, Татьяна Осипова, Ирина Ратушинская һәм башҡа күп совет диссиденттары үткән. Анатолий Марченконың 1967 йылда яҙылған һәм үҙнәшер юлы менән таралған «Мои показания» китабы был колонияларҙа тотҡондарҙы ауыр шарттарҙа тотоуға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп иткән.

  • Сергиенко В. Т., генерал-лейтенант, 1948 йылдың 8 апреленән 1952 йылдың 14 ғинуарына саҡлы;
  • Гладков П. А., генерал-лейтенант, (начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 1952 йылдың 12 мартында һәм майында телгә алына);
  • Черемисин И. Ф., полковник,1952 йылдың 16 апреленән 1954 йылдың 5 ғинуарына тиклем;
  • Свинелупов М. Г., генерал-майор, начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 1954 йылдың 15 мартынан һуң түгел — 1954 йылдың 7 сентябренә тиклем;
  • Трошин Ф. А., подполковник, 1954 йылдың 13 авгусы — ? (1955 йылдың 28 феврале телгә алына);

2005 йылдың ғинуарында ЖХ-385-се учреждениеһы һәм Мордовия Республикаһы буйынса УФСИН Идаралығы ҡушыла. Хәҙерге ваҡытта һәм яза башҡарыу Мордва республикаһы буйынса. Әлеге ваҡытта Зубово-Полянский районында 15 холоҡ төҙәтеү колонияһы урынлашҡан. Шуларҙан ИК-22 һанлыһында Рәсәйҙә язаға тарттырылған сит ил граждандары ултырған.