Эстәлеккә күсергә

Дурыгина Клавдия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дурыгина Клавдия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 1927
Тыуған урыны Себер крайы[d], РСФСР, СССР
Усть-Мосиха[d], Ребрихинский район[d]
СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Клавдия Ивановна Дурыгина (1927 йыл — билдәһеҙ) — СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығының Алейский сөгөлдөр совхозы звеноһы башлығы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Клавдия Ивановна Дурыгина 1927 йылда Себер крайы Усть-Мосиха ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]

1941 йылда башланғыс мәктәпте тамамлап, «Алейский» сөгөлдөр совхозына эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң баҫыусылыҡ звеноһы башлығы була, уның звеноһы 10 гектар майҙанда һәр гектарынан 35,94 центнер арыш уңышы йыйып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 14 майындағы Указы менән «1947 йылда бойҙай, арыш һәм шәкәр сөгөлдөрөнән юғары уңыш алыуы өсөн» Клавдия Ивановна Дурыгинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә [1].

Барнаулда йәшәй[1].

Ленин ордены (14.5.1948) һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (11.6.1949)[1]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 С. Кузоватов. Дурыгина Клавдия Ивановна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 15 март 2020.
  • Виктор Михайлович Самотохин. Алтайское созвездие [Крат. биогр. сведения о Героях Соц. Труда]. — 2-е изд., перераб. и доп. — Барнаул : Алтайское книжное издательство, 1990. — 205 с.